ҠАҘАНАШ
ға тоҙ һалып йөрөйһөң, бысаҡ ҡаҙалғыр. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу». Йөрәккә уҡ булып ҡаҙалыу күңелгә ауыр тойғо, әрнеү һалыу. □ Как нож в сердце. ■ [Әсәһенең һүҙҙәре] Фәйзулла йөрәгенә уҡ булып ҡаҙала. «Йәшлек», 21 август 2008. Ҡаҙалғыр әрләү, ҡарғау һүҙе. □ бран. Чтоб пропал; да подавись ты! Тамағыңа һөйәк ҡаҙалғыр. ■ Кәсерҙәр дөрөҫ һаналған, теүәл табылған тамыр. Дөп-дөрөҫ бүлеү, ҡабатлау — сыҡмай яуап, ҡаҙалғыр! «Башҡортостан», 25 август 2011. Ҡаҙалып китһен (киткер, киткере) әрләү, ҡарғау һүҙе. □ бран. Чтобы пропал. Ҡаҙалып китһен донъяһы. Ауырыуҙы берәү ҙә һатып алмай, ул үҙе килә, ҡаҙалып киткере. М Бригадир, ҡушмаһына йүгерә-атлай сығып килгән бер туған ағаһы Мөхәмәтйәнгә сәләм дә бирмәй, йән-фарман елдерҙе. «Атың-ниең ҡаҙалып киткере», — тип ләғнәтләп тороп ҡалды ҡапҡа янында сырхау ғына еңгәһе. «Йәшлек», 15 октябрь 2011.
ҠАҘАМА (Р.: брошь; И.: brooch; T.: broş) и. диал.
Ҡатын-ҡыҙҙың түшкә ҡаҙай торған ҡаптырмалы биҙәүесе. □ Брошь. Ҡаҙама тағыу. Ҡаҙама бүләк итеү.
ҠАҘАН (Р.: казан; И.: copper vessel; cauldron; T.: kazan) и.
1. Аҫтына ут яғып, аш-һыу әҙерләй торған йәйенке ауыҙлы, йомро төплө сөм һауыт. □ Казан, казанок, котёл. Ҡаҙанға аш һалыу. Бер ҡаҙан ит бешереү. ■ Хөппөниса ҡаҙан тултырып ит бешерергә һалды ла, биҙрәһен тотоп, һыйыр һауырға тышҡа сыҡты. Я. Хамматов. Усаҡ яна ярҙа. Ҡайнай ҡаҙан, еҫен бөркә балыҡ һурпаһы. Аҫып ҡуйған алтын табаҡ һымаҡ, ай яҡтырта табын уртаһын. Р. Ғарипов. Ҡаҙаның аҫмаҡҡа булһын, һыйырың башмаҡҡа булһын. Теләк. • Ҡаҙанда ни булһа, сүмескә шул сыға. Мәҡәл. Ашы булһа, ҡаҙаны табылыр. Мәҡәл. Оло ҡаҙанда ҡайнаған аш тәмле була. Мәҡәл.
2. тех. Төрлө маҡсатта һыуҙан пар алыу өсөн хеҙмәт иткән ябыҡ һауыт. □ Котёл.
Пар ҡаҙаны урынлаштырыу. Пар ҡаҙанын ремонтлау.
3. миф. Тормош, йәшәү, именлек, байлыҡ, быуындарҙың өҙөлмәүе, ғаилә, нәҫел һаулығының символы, утҡа һәм усаҡҡа табыныу менән бәйле булған һауыт. □ Котёл (символ жизни, устроенности, благополучия, богатства, изобилия, непрерывности поколений, здоровья семьи, рода; связан с культом огня, очага). • Ҡунаҡ ҡайҙа — ҡот шунда, ҡаҙан ҡайҙа — ут шунда. Әйтем.
♦ Бер ҡаҙанда ҡайнау уртаҡ уй, ҡарашлы булыу. □ Вариться в одном котле. Эштә бер ҡаҙанда ҡайнайҙар. <Ниҙецдер> ҡаҙанында ҡайнау ниндәйҙер эш йәки ваҡиғаның уртаһында булыу. □ Быть в гуще чего. Сәйәсәт ҡаҙанында ҡайнау. Әҙәбиәт ҡаҙанында ҡайнау.
ҠАҘАН АЛДЫ (Р: шесток; И.: hearth; Т: şömine tabanı) и.
Мейес алды; көлдөксә. □ Шесток (у печи). Ҡаҙан алдында өйөрөлөү. Ҡаҙан алдын һепереү.
ҠАҘАНАҪТЫМ. диал. ҡар. усаҡ 1. Ҡаҙан аҫты ҡыҙҙы. ■ [Сәйҙеямал] ҡаҙан аҫтына ут яҡты. Я. Хамматов. Сания ҡаҙан аҫтына ут тоҡандырырға тотондо. Н. Игеҙйәнова.
ҠАҘАН АҪЫУ (ҡаҙан аҫ-) (Р: готовить еду; И.: cook food; T: kazan asmak) ҡ.
Ут яғыу, аш бешереү, аш һалыу. □ Готовить (варить) пищу. ■ Элек Пау руз байрамында балалар өй һайын бәхет теләп йөрөр булған, ә ауыл халҡы, тауға менеп, ҡаҙан аҫып, ҡарға бутҡаһы бешергән һәм күңел асҡан. «Башҡортостан», 21 апрель
2011. Иртәгеһен Тажит яланында ҡаҙан аҫтылар. .. Тәмле ит еҫе аҡрын ғына иҫкән ел менән бөтә яланды тултырҙы. М. Хужин. Ҡаҙан аҫып, ут яғып, улар донъя көтмәгән. «Урал батыр».
ҠАҘАНАШ (Р: горячий суп; И.: kind of soup; T: çorba) и. диал.
Ҡаҙанда бешерелгән ҡайнар аш. □ Горячий суп. Ҡаҙанаш бешереү. Ҡаҙанашһыҙ түҙә алмау.
83