ҠАҘАН БӨЙӨРӨГӨ
ҠАҘАН БӨЙӨРӨГӨ (Р.: творожные вареники; И.: curd dumpling; T.: çökelekli hamur işi) и. диал.
Эремсек билмәне. □ Творожные вареники. Тәмле ҡаҙан бөйөрөктәре. Ҡаҙан бөйөрөгө ашарға саҡырҙыҡ.
ҠАҘАН БӨККӘНЕ и. диал. ҡар. ҡаҙан бөйөрөгө. Ҡаҙан бөккәне бешерҙек.
ҠАҘАН ЙӘЙМӘҺЕ (Р.: лепёшка, приготовленная на жиру в котле; И.: flat cake cooked in a cauldron; T: pide türü) и. кул.
Ҡаҙанда ҡайнап торған майҙа бешерелгән йәймә. □ Лепёшка, приготовленная на жиру в котле. Байрамдарҙа өләсәһе ҡаҙан йәймәһе, кумәс, ҡыҙыл эремсек әҙерләй торғайны.
ҠАҘАН КӘКРЕҺЕ (Р: вареники; И.: varenyky; curd dumpling; T: patates, peynir dolgulu hamurişi) и. кул. диал.
Эремсек, картуф билмәне. □ Творожные, картофельные вареники. Ҡаҙан кәкреһе бешереу. Әсәйем ҡаҙан кәкреһе тип картуф билмәнен ҡаҙанда бешерҙе.
ҠАҘАН ҠОЛАҒЫ I (Р: ручка казана; И.: lugs of a cauldron; T: kazan kulpu) и.
Ҡаҙандың тотҡосо. □ Ручка казана. Ҡаҙан ҡолағынан тотоп ултыртыу. Ҡаҙан ҡолағы һынған.
ҠАҘАН ҠОЛАҒЫ II и. диал. ҡар. ҡаҙан кәкреһе. Ҡаҙан ҡолағы ашау. М Эремсек билмәненең оло ҡаҙанға һалып бешерелгән төрөн әсәйем ҡаҙан ҡолағы тиер ине. Экспедиция материалдарынан.
ҠАҘАН ҠОЛАҠ (ҡолағы) и. бот. диал. ҡар. кәзә һаҡалы. Ҡаҙан ҡолаҡ сәскә атҡан.
ҠАҘАН ҠЫЛЫСЫ (Р: ручка казана; И.: copper handle; T: kazanın kulpu) и.
Ҡаҙандың тотҡосо; һабы. □ Ручка казана. Ҡаҙан ҡылысы төшөу. Ҡаҙан ҡылысын йунәтеу. ■ [Рәхимә — Мәғфурәгә:] Ҡана, килен, һин оҫта яный торғанһың, ҡаҙан ҡылысына ғына ошоно [бысаҡты] бер-ике тартып бир әле. Һ. Дәүләтшина.
ҠАҘАНЛАП (Р: казанами, полный казан; И.: copper vessel full; T: kazanlarla) р.
Ҡаҙан тултырып. □ Казанами, полный казан; наполнив котёл. Ҡаҙанлап ит ултыртыу. Ҡаҙанлап бутҡа бешереу. Йәйләуҙә һарыҡ һуйып, ҡаҙанлап ит бешереп, ҡымыҙ эсеп йәшәнек.
ҠАҘАНЛАТЫП р. диал. ҡар. ҡаҙанлап. Итте ҡаҙанлатып һала ла һалмалап бешерә.
ҠАҘАНЛЫҠ I (ҡаҙанлығы) (Р: кухня; И.: kitchen; T: mutfak) и.
1. Бүлмәнең усаҡ, ҡаҙан яғы; аш-һыу бүлмәһе. □ Кухня. Ҡаҙанлыҡты йыйыштырыу. Ҡаҙанлыҡ тирәһендә уралыу. ■ Әсәһенең, ҡаҙанлыҡ яҡҡа сығып, шымып ҡалыуынан Ирназар ниҙер һиҙенһә лә, быға артыҡ әһәмиәт биреп торманы, китте. Ә. Хәкимов.
2. ҡар. аласыҡ 2. Ҡаҙанлыҡта сәй эсеу.
3. тех. Пар ҡаҙандары урынлашҡан урын. □ Котельная. Ҡеуәтле ҡаҙанлыҡ. Ҡаҙанлыҡ эшсеһе. Ҡаҙанлыҡты төҙөклән-дереу эштәре. М Ауыл уртаһында балалар баҡсаһын, клубты, магазинды йылытырға көйләнгән ҡаҙанлыҡ бар. «Йәшлек», 4 март 2008.
ҠАҘАНЛЫҠ II (ҡаҙанлығы) (Р: извилины рек; И.: meanders; T: menderes) и.
Йылғаның, һыуҙың уралып-уралып аҡҡан урыны. □ Извилины рек. Йылға ҡаҙанлығы. Йылға ҡаҙанлығына элә-геу. ■ Йәйләуҙәргә сығып, тирмә ҡорһаҡ, һаҡмар буйы ҡаҙанлыҡ. Экспедиция материалдарынан.
ҠАҘАН ӨЙӨ и. диал. ҡар. ҡаҙанлыҡ I. Ҡаҙан өйөндә бешеренеу. Йәй булһа, ҡаҙан өйөндә йоҡланыҡ.
ҠАҘАНСЫ I (Р: котельщик; И.: copper vessel maker; T: kazancı) и. иҫк.
1. Ҡаҙан яһаусы. □ Котельщик. • Ҡаҙансының ирке бар, ҡайҙан ҡолаҡ сығарһа ла. Мәҡәл.
2. Пар ҡаҙаны менән эш иткән кеше. □ Котельщик. Ҡаҙансы һәнәре. Ҡаҙансы булып эшләу.
3. этн. Оло йыйындарҙа, байрамдарҙа ит бешереүсе. □ Тот, кто готовит мясо
84