ҠАҘАРМА
на больших народных празднествах.
• Ҡаҙансы аш быуына туя. Әйтем.
ҠАҘАНСЫ II (Р.: название одного из родовых подразделений башкир; И.: Bashkir clan name; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Төньяҡ башҡорттарының ырыу исеме. □ Казанчи (название одного из родовых подразделений башкир). Ҡаҙансы ырыуы башҡорто.
ҠАҘАН ТҮҢКӘРЕЛЕҮ (Р.: опрокидывание котла; И.: bad omen; T: kazanı devirmek) и. этн.
Ҡаҙандың баш түбән әйләнеүе (ышаныуҙар буйынса, ҡаҙан түңкәрелһә, кешегә төрлө бәлә-ҡаза килгән). □ Опрокидывание котла (знак несчастья, смерти). Ҡаҙан түңкәрелде, Хоҙай бәлә-ҡазанан һаҡлаһын. Элек-электән ҡаҙан түңкәрелеүҙән ҡурҡҡандар.
ҠАҘАН ТҮҢКӘРЕҮ (Р.: переворачивание котла; И.: copper vessel overturning; T: kazanı devirmek) и. этн.
Ямғыр оҙаҡ яумаһа, ямғыр теләп, һыуға ҡаҙан түңкәреп һалыу йолаһы. □ Ритуальное переворачивание котла (действие, связанное с вызыванием дождя). Әбейҙәр ҡаҙан түңкәрергә сыҡтылар. ■ Ямғыр яуһын тип, беҙҙә ҡаҙан түңкәреү йолаһын үткәрәләр. Экспедиция материалдарынан.
ҠАҘАН УРАТЫУ (Р: ритуальное кружение вокруг котла; И.: ritual circling of a copper vessel; T: kazan yanında ritüel dönme) и. этн.
Ҡаҙандың тирәһен әйләнеп сығыу йолаһы. □ Ритуальное кружение вокруг котла с обережной целью. ■ Малды ҡырға сығарғанда уларҙы ҡаҙан тирәләй йөрөтөп алалар. Шунан күршегә хәйер бирәләр. Башҡорт мифологияһынан.
ҠАҘАН ҺАЛЫУ (Р: ритуальное погружение ҡотла; И.: ritual submerging of a cauldron; T: yağmur isteme âdeti) и. этн.
Ямғыр теләп, һыуға ҡаҙан һалыу йолаһы. □ Ритуальное погружение котла в реку для вызывания дождя. ■ Ямғыр оҙаҡ
яумаһа, һыуға ҡаҙан һалғандар. Башҡорт мифологияһынан.
ҠАҘАНЫУ (ҡаҙан-) (Р: заслужить; И.: deserve; gain; merit; T: kazanmak) ҡ.
Тырышлыҡ, хеҙмәт, үҙ-үҙенең тотошо менән нимәлер яулап алыу, исемгә ирешеү. □ Заслужить, достигать, приобретать, добиваться. Дан-шөһрәт ҡаҙаныу. Ышаныс ҡаҙаныу. М Үҙенең намыҫлы эше менән [Нурмөхәмәт ағай] ауылдаштарының ихтирамын ҡаҙанды. Б. Ноғоманов. Бригаданың ул [капитан Ҡазарян] һәр ваҡыт ышаныслы удар көсө булды, дан ҡаҙанды. М. Кәрим. Бөтә кешеләр ҙә бер-береһенән бары тик йәмғиәт алдында үҙҙәре ҡаҙанған хөрмәт күләме менән генә айырыла. «Башҡортостан ҡыҙы», № 3, 2012.
ҠАҘАНЫШ (Р: успех; И.: gain; Т: kazanım) и.
Ҙур көс, тырышлыҡ менән яулап алынған уңыш. □ Успех, достижение, победа. Етди ҡаҙаныш. Оло ҡаҙаныш. М Азаматовтың был хеҙмәте — бик ҙур фәнни һәм баһалап бөткөһөҙ практик ҡаҙаныш, заманыбыҙҙың иң бөйөк асыштарының береһе. Д. Бураҡаев.
ҠАҘАН ЯРЫУ (Р: нарушение правил (в детской игре)', И.: breaking of rules; T: kuralları tutmamak) и. этн.
Балалар уйынында ҡабул ителгән тәртипте, сикте боҙоу. □ Нарушение правил (в детской игре). Балалар ғәҙеллекте ярата, ҡаҙан ярыуға юл ҡуймай.
ҠАҘАРМА I [рус. < ит. caserma] (Р: казарма; И.: barracks; T: kışla) и.
Хәрбиҙәр өсөн дөйөм ятаҡ. □ Казарма. Совет һалдаттары йәшәгән ятаҡ ҡаҙарма тип аталды. Һалдаттарға ҡаҙарманы күрһәтеү. ■ Ҡаҙармала һалдат ята ситлектәге ҡош һымаҡ. Халыҡ йырынан.
ҠАҘАРМА II (Р.: землянка; И.: dug-out; adobe cottage; T: zeminlik) и. диал.
Ҡаҙып, өҫтөнән кәҫ менән ябып эшләнгән боронғо өй; землянка. □ Землянка. Ҡаҙармала йәшәү. Бахыр ҡарт ҡаҙармала ғына торҙо. Ҡыш булһа, малды ҡаҙармала аҫранылар.
85