ҠАҘАРМА
ҠАҘАРМА III [рус. < ит. caserma] (Р.: казарма; И.: barracks; T.: kışla) и.
XIX—XX быуат башында фабрика, завод эшселәре йәшәгән дөйөм ятаҡ. □ Казарма. Рәмиевтәрҙең ҡаҙармаһында оҙаҡ йәшәргә тура килә алтын йыуыусыларға.
ҠАҘАРЫНЫУ (ҡаҙарын-) (Р.: просить; И.: beg; supplicate; T.: rica etmek) ҡ. диал.
Үтенеү, ялбарыу; аҙарыныу. □ Просить, умолять. М Барыһынан да һуңға ҡалы-быраҡ килгән Солтанғәле ишектән ук йорт хужаһына ҡаҙарынды. Я. Хамматов.
ҠАҘАТТЫРЫУ (ҡаҙаттыр-) ҡ. йөкм. ҡар. ҡаҙатыу I. понуд. от ҡаҙатыу I. Бабай тушенә орденын ҡаҙаттырҙы.
ҠАҘАТЫУ (ҡаҙат-) ҡ. йөкм. ҡар. ҡаҙау I. понуд. от ҡаҙау I. Укол ҡаҙатыу. Энә ҡаҙатыу.
ҠАҘАУ I (ҡаҙа-) (Р: втыкать; И.: stick in; T: sokmak) ҡ.
1. Осло, үткер нәмәне нимәгәлер төртөп индереү; сәнсеү. □ Втыкать, вонзать, всаживать. Ҡаҙап алыу. Ҡаҙап бөтөу. Ҡаҙап сығыу. Энә ҡаҙау. Укол ҡаҙау. ■ Яу сапҡанда уға [батырғаJ дошманы һөңгө ҡаҙай. Д. Бүләков.
2. Нимәнелер батырып ултыртыу, сәнсеп ҡуйыу; беркетеү. □ Вонзать, втыкать, ставить, прикреплять. Ҡаҙап ҡуйыу. ■ Уҙ маяғымды уҙемсә ҡаҙап, уҙ һабағымды уҙемсә аңлап, юлдар яһармын, шулай йәшәрмен. Ш. Бабич. Яңы йыл байрамдарының иң ҡыҙыу мәлендә Башҡортостан альпинистары Тянь-Шань тауҙарының Ҡаҙағстан ерендәге иң юғары тубәләренең береһенә республика флагын ҡаҙаны. «Башҡортостан», 12 ғинуар
2012.
3. Ҡаяуын сәнсеү (бал ҡортона ҡарата ). □ Вонзать, ужалить. Ҡаяуын ҡаҙау.
4. Дауалау маҡсатында тәнгә ҡуйып, ҡанды һурҙырыу (һөлөккә ҡарата). □ Ставить (пиявки), һөлөк ҡаҙау. Н [Ирле-бисә икәуһе]улән емшәр йән тотһа, ҡара һөлөк ҡаҙаған. «Урал батыр».
5. Осло нәмә менән ҡуша сәнсеп беркетеү. □ Прокалывать, прикреплять.
Брошка ҡаҙау. Миҙал ҡаҙау. Ҡаҙап ҡуйыу. Ҡаҙап тороу. ■ Аҡсарлаҡтар уйнар кулдә табып алдым пар ҡанат, һөйөуемдең билгеһе тип тушемә ҡуйҙым ҡаҙап. Б. Исҡужин.
6. диал. Нимәнелер эләктереп, тегеп ҡуйыу. □ Пришивать, прицеплять. Төймә ҡаҙау. Тәңкә ҡаҙау. М Тик еләндең салғыйҙарына, бөйөрҙәренә, билдәренә һирәкләп кенә ҡаҙаған унар, ун бишәр тинлек тәңкәләр .. һаман ялтырап торалар. Ғ. Дәүләтшин.
♦ Ҡаҙап ҡуйған кеүек (ҡуйғандай) шул уҡ ҡаҙаҡланған кеүек (ҡар. ҡаҙаҡланыу). Ҡаҙап ҡуйғандай, ҡатып ҡалды. Ҡаҙап әйтеү кешенең йәненә, намыҫына тейеп төрттөрөп әйтеү. □ Язвить. Сәнскеле һуҙҙәрен ҡаҙап әйтә башланы.
ҠАҘАУ II (Р: гвоздь; И.: nail; T.: çivi) и.
Тимер сөй. □ Гвоздь. Эре ҡаҙау. Ваҡ ҡаҙау. Ҡаҙау ҡағыу. М Заятуләктең ағалары йыйылышып: «Ат сабышҡанда беҙ, ялға туҡтаған булып, уның Ҡук толпарының табанына ҡаҙау ҡағырбыҙ», — тип кәңәш ҡоралар. Халыҡ ижадынан. [Вәзир Насип ҡустыһы менән] .. аласыҡ йоҙағын ҡаҙау менән асып, икәуләп һөтэстеләр, һандыҡҡа ла асҡыс яраттылар. М. Кәрим. • Тырышҡан табыр, ташҡа ҡаҙау ҡағыр. Мәҡәл. Эшһеҙ кеше — башһыҙ ҡаҙау. Мәҡәл.
ҠАҘАУ III (Р: жало; И.: sting; T.: niş) и. диал.
Сағыусы бөжәктәрҙең ҡаяуы. □ Жало. Ҡаҙауын алыу. Ҡаҙау урынына улән төнәтмәһе һөртөу. Бал ҡортоноң ҡаҙауы.
ҠАҘАУ IV с. диал. ҡар. ҡалдау I. Ҡаҙау ер. Башҡорт ерҙәрен ҡаҙау ер тип килмешәктәргә таратыу XIX быуат буйы барған.
ҠАҘАУЛАНЫУ (ҡаҙаулан-) ҡ. ҡар. ҡазаланыу 2. ■ Заятуләк, урынынан тороп, атып барып ҡараны. Ысынлап та, атын ҡаҙауланған насар бер хәлдә курҙе. «Заятүләк менән һыуһылыу».
ҠАҘ АУЛ АТТЫРЫУ (ҡаҙаулаттыр-) ҡ. йөкм. ҡар. ҡаҙаулатыу, понуд. от ҡаҙаулатыу. Сөй ҡаҙаулаттырыу. Дошмандар
86