Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 87


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАҘАЯҠ
башҡорт батырының атына сей ҡаҙаулат-тыралар.
ҠАҘАУЛАТЫУ (ҡаҙаулат-) ҡ. йөкм. ҡар. ҡаҙаулау, понуд. от ҡаҙаулау. Таҡта ҡаҙаулатыу. Буш өйҙәрҙең ишектәрен, тәҙрәләрен ҡаҙаулаталар.
ҠАҘАУЛАУ (ҡаҙаула-) (Р.: прибивать; И.: nail down; T.: çakmak) ҡ.
Ҡаҙау ҡағып нығытыу, беркетеү; ҡаҙаҡлау. □ Вколачивать, вбивать гвоздь, прибивать, приколачивать, заколачивать, забивать гвоздём. Ҡаҙаулап ҡуйыу, һандыҡты ҡаҙаулау. Убыр осмаһын тип, ҡәберен ҡаҙаулайҙар.
ҠАҘАУЛЫ (Р.: прибитый гвоздём; И.: nailed; T.: çivili) с.
1. Ҡаҙау менән ҡағылған. □ Прибитый, забитый гвоздём. Ҡаҙаулы таҡта. Ҡаҙаулы тәҙрәләр. Был урыҫ ауылында ла ҡаҙаулы тәҙрәләр куп ине.
2. Ҡаҙап, сәнсеп ҡуйылған. □ Вонзённый, воткнутый, всаженный. Ергә ҡаҙаулы таяҡ. Бесәнгә ҡаҙаулы һәнәк. М Ҡорал-ярағы кистән ҡарап ҡуйылған, быҙау тиреһе менән көпләнгән яҫы саңғылары ишек алдында ҡарға ҡаҙаулы тора. Б. Рафиҡов.
ҠАҘАУЫС (Р: кнопка; И.: drawing-pin; T.: pünez) и.
1. Йоҡа нәмәне ҡаҙап беркетеү өсөн ҡулланылған ҙур ҡалпаҡлы ҡыҫҡа ҡаҙау. □ Кнопка. Бер ҡап ҡаҙауыс. Ҡаҙауыс менән ҡаҙау. Иғландар өсөн ҡаҙауыс кәрәк.
2. Ҡатын-ҡыҙҙың түшкә ҡаҙай торған ҡаптырмалы биҙәүесе. □ Брошка, украшение. Сәскәле ҡаҙауыс. Ялтыр ҡаҙауыс. Гәуһәр ташлы ҡаҙауыс.
3. Ҡатын-ҡыҙҙың сәсте йыйып, эләктереп ҡуя торған биҙәүесе. □ Заколка (приколка, шпилька) для волос. Матур ҡаҙауыс. Бәләкәй ҡаҙауыс. ■ Башындағы ҡыҙғылт һары сәсен уҡмаштырып торған ялтырауыҡлы ҡаҙауыстары, һул ҡулының урта бармағындағы ҡашлы йөҙөгө ул ҡыҙҙың донъяһы Айрат өсөн алыҫ икәнен әллә ҡайҙан курһәтеп, билдәләп тора. К. Мәргән. [Ҡыҙҙың] башындағы пилоткаһы шундай
ыҫпай ултыра, моғайын, ҡаҙауыстар менән сәсенә эләктергәндер. М. Кәрим.
ҠАҘ АЯҒЫ I и.
1. бот. диал. ҡар. абаға. Ҡаҙ аяғы өйөмө. Был урманды ҡаҙ аяғы баҫҡайны.
2. бөт. диал. ҡар. ҡаҙ үләне 2. Ишек алды йәм-йәшел ҡаҙ аяғы менән ҡапланған. Буш өйҙәр алдын ҡаҙ аяғы баҫҡан, килем-китем юҡлығын курһәтә улар.
3. диал. Шәл семәре. □ Узор на шали. Ҡаҙ аяғы төшөрөп шәл сите бәйләу. Ҡугәрсен районы шәлдәрендә ҡаҙ аяғы семәре таралған.
ҠАҘ АЯҒЫ II (Р: родоплеменная атрибутика; И.: clan and tribal set of attributes; T.: bir damga) и. этн.
Ҡаҙ аяғы формаһындағы ырыу атри-бутикаһы. □ Тамга в виде гусиной лапки (родоплеменная атрибутика). Тамғабыҙ — ҡаҙ аяғы.
ҠАҘАЯҠ I (ҡаҙаяғы) (Р: папоротник-орляк; И.: fern species; T.: eğrelti otu) и. бот.
Ағаслыҡта, дымлы урында үҫкән эре ҡауырһын япраҡлы күп йыллыҡ үҫемлек; абаға. □ Папоротник-орляк, щитовник (лат. Pteridium aguillinum). һыу ҡаҙаяғы. Һуҡмаҡты әрекмән, ҡаҙаяҡ баҫҡан. ■ Ҡаҙаяҡ тип аталған куп йыллыҡ уләндең беҙҙә ике төрө таралған: ҡаҙаяҡ һәм ҡалҡанут. Уларҙы бер-береһе менән бутау мөмкин ту-гел. Д. Шәрәфетдинов.
ҠАҘАЯҠ II (ҡаҙаяғы) и. диал. ҡар. ҡаҙғанат I. Ҡаҙаяҡ сигеу.
ҠАҘАЯҠ III (ҡаҙаяғы) (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan subdivisions; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Көҙәй ырыуы башҡорттарының ара исеме. □ Казаяк (название одного из родовых подразделений башкир-кудейцев). Ҡаҙаяҡ станцияһының исеме ҡаҙаяҡ этнонимы менән бәйле.
ҠАҘАЯҠ IV (ҡаҙаяғы) (Р: суслон из двенадцати снопов; И.: stack of twelve sheaves; T: dokurcun) и.
87