ҠАҘАЯҠ БЕСӘН
Ун ике көлтәнән ҡаҙ аяғы формаһында ваҡытлыса һалынған һоҫлан. □ Суслон из двенадцати снопов. Ҡаҙаяҡ һалыу. Көлтәләрҙе ваҡытлыса ҡаҙаяҡҡа өйҙөләр.
ҠАҘАЯҠ БЕСӘН и. бот. диал. ҡар. абаға. Ҡаҙаяҡ бесән ҡуп уҫкән урын. Ҡаҙаяҡ бесән им-томда ҡулланыла.
ҠАҘБАЙ (Р.: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan subdivisions; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Әйле башҡорттарының аймаҡ исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир-айлинцев. Ҡаҙбайҙар килгән. Ҡаҙбайҙарҙа байрам.
ҠАҘБАУЫР (Р.: перистый; И.: fleecy, plumiform; T.: saçak) с.
Ҡаҙҙың түшендәге ап-аҡ мамығы кеүек; ҡыйғас (болотҡа ҡарата). □ Перистый (об облаках). Ҡаҙбауыр болот. Кук асыҡ, ҡайһы бер ерҙә генә ҡаҙбауыр болоттар йөҙә.
ҠАҘ БОРСАҒЫ (Р: алтей лекарственный; И.: marshmallow; T.: tıbbi hatmi) и. бот.
1. Аҡ ҡына йылтыр борсаҡлы өс асалы урман үләне. □ Алтей лекарственный (лат. Althaea officinalis). Ҡаҙ борсағын йыйыу. Каҙ борсағынан төнәтмә.
2. диал. Ваҡ теҙмә япраҡлы, оҙон үрмә һабаҡлы, өлпө сәскәле ҡуҙаҡлы үлән; сысҡан борсағы; сысҡан кәрешкәһе. □ Горох мышиный (лат. Vida cracca). Ҡаҙ борсағы сәскәләнгән.
ҠАҘ БӘПКӘҺЕ (Р.: гусёнок; И.: gosling; T.: kaz palazı) и.
Ҡаҙҙың балаһы. □ Гусёнок. Ҡаҙ бәпкәләре аҫрау. Ҡаҙ бәпкәләре көтөу. ■ Ҡаҙ бәпкәләре һар (ы) икән, теҙелеп-теҙелеп һыуға бара икән. Йөрәк башҡайына һары ултыртҡан йөрәк ярып сыҡҡан бала икән. Халыҡ йырынан.
ҠАҘҒАНАТ I (Р.: перистый узор; И.: fleecy pattern; T.: tüylü bezek) и.
Сиккәндә, ҡорама ҡорағанда өскөлләп төшөрөлгән биҙәк. □ Перистый узор (при вышивании, аппликации и вязании). Ҡаҙғанат сигеу. Ҡаҙғанат ҡуйылған юрған.
Ҡаҙғанат һалып тегелгән кулдәген, тәңкәле камзулын кейеп барырға булды ул.
ҠАҘҒАНАТ II (Р: вид складывания (составления) снопов; И.: manner of stacking sheaves; T: dokurcun) и. диал.
Ҡара-ҡаршы һөйәп, көлтәләрҙе ваҡытлыса өйөү төрө, рәүеше. □ Вид складывания (составления) снопов ячменя. Көлтәне ҡаҙғанатҡа ултыртыу. Арпаны ваҡытлыса ҡаҙғанатҡа өйҙөләр.
ҠАҘҒАНАТЛАУ (ҡаҙғанатла-) (Р.: делать перистый узор; И.: make a fleecy pattern; T.: tüylü bezek yapmak) ҡ.
Ҡаҙғанат биҙәге төшөрөү. □ Делать перистый узор. Шәлде ҡаҙғанатлау. Ҡаҙғанатлап сигеу. Ҡаҙғанатлап бәйләу.
ҠАҘҒЫЛАУ (ҡаҙғыла-) (Р: покопать; И.: dig; T.: kazmak) ҡ.
Урыны-урыны менән ҡаҙып сығыу. □ Покопать, порыть. Өй янын ҡаҙғылау. Баҡсаны ҡаҙғылау. Урам унда-бында ҡаҙғыланып бөткәйне.
ҠАҘҒЫС (Р.: копатель; И.: digger; T.: kazıcı) и. тех.
Ҡаҙа торған ҡорамал. □ Копатель, копалка. Ер ҡаҙғыс. Канау ҡаҙғыс. Картуф ҡаҙғыс. Шәкәр сөгөлдөрө ҡаҙғыс. Ҡаҙғыс ҡорамалдар.
ҠАҘҘЫРТЫУ (ҡаҙҙырт-) ҡ. йөкм. ҡар. ҡаҙҙырыу, понуд. от ҡаҙҙырыу. Ҡойо ҡаҙ-ҙыртыу. Картуфты ҡаҙҙыртыу. Быуаны экскаваторҙан ҡаҙҙырттылар.
ҠАҘҘЫРЫУ (ҡаҙҙыр ) ҡ. йөкм. ҡар. ҡаҙыу, понуд. от ҡаҙыу. Баҙ ҡаҙҙырыу. Коҙоҡ ҡаҙҙырыу. Ҡәбер ҡаҙҙырыу. Экскаватор менән ҡаҙҙырыу.
ҠАҘ ИНӘҺЕ (Р: гусыня; И.: female goose; T.: dişi kaz) и.
1. Инә ҡаҙ. □ Гусыня. Ҡаҙ инәһе дурт бөртөк кенә себеш эйәртеп йөрөй. Бер ҡаҙ инәһенец ҡанаты төшкән.
2. этн. Балалар уйыны. □ Народная детская игра. Ҡаҙ инәһе уйыны. Башланғыс класс уҡыусылары ҡаҙ инәһе уйынын ярата.
88