Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 89


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАҘ МАЙЫ
ҠАҘ ЙОЛҠОУ (ҡаҙ йолк-) (Р.: ощипывание гусей; И.: plucking geese; T.: kaz yolmak) ҡ.
Көҙгөһөн ҡаҙҙарҙы һуйып, йөнөн йол-ҡоу. □ Ощипывание гусей. Ҡаҙ йолҡоу өмәһе. ■ Өмә көндө күршеләге ҡатын-ҡыҙҙар, йыйылышып, еңдәрен һыҙғанып, ҡаҙ йолҡорға кереште. Ҡаҙ йолҡоусыларҙың етеҙ ҡулдарына күҙ эйәрмәй. Д. Шәрәфетдинов.
ҠАҘ ЙОМОРТҠАҺЫ (Р.: гусиное яйцо; И.: goose egg; T.: kaz yumurtası) и.
Ҡаҙҙарҙың бала сығарыу өсөн һалған йомро яралғыһы. □ Гусиное яйцо. Ҡаҙ йомортҡаһын ояға һалыу.
ҠАҘ ЙЫУАҺЫ (Р: лук гусиный; И.: ga-gea; T.: gagea) и. бот.
һуғанбаш үҫемлектәр төркөмөнә ингән, кеше ашай торған әсе ҡыяҡ япраҡлы үлән. □ Лук гусиный (лат. Gagea). Ҡаҙ йыуаһы иртә яҙҙан үҫә башлай. ■ [Йыуаның] төрлө ерҙә төрлө исем менән йөрөтөлөүе мөмкин — .. ҡаҙ йыуаһы, ҡалмыҡ, ҡырсын, талғыр, селек, йүкә йыуаһы һ. б. «Йәшлек», 3 март 2009.
ҠАҘ КҮКӘЙЕ (Р: гусиное яйцо; И.: goose egg; T: kaz yumurtası) и.
1. диал. Ҡаҙҙарҙың бала сығарыу өсөн һалған йомортҡаһы. □ Гусиное яйцо.
2. Башҡорт халҡының ышаныуҙары буйынса, түллелек һәм уңдырышлылыҡ билдәһе. □ Гусиное яйцо (в башкирской мифологии символ плодородия, плодовитости). ■ Ҡаҙ күкәйе сыҡмаһа, сепейе үлһә лә, ташламаҫҡа, бөтәһен дә шунда, аҙбарға, күмергә. Ф. Хисамитдинова.
ҠАҘ ҠАНАТЫ (Р.: крылья гуся; И.: goose wing; T: kaz kanati) u.
1. Ҡаҙҙарҙың осор өсөн хеҙмәт иткән ағзаһы. □ Крылья гуся. ■ Ҡаҙ ҡанаты ап-аҡ була, ир ҡанаты ат була. Сит ерҙәрҙә йөрөгән саҡта, бик һағынған саҡ була. Йырҙан. Ҡарт ҡаҙ ҡанатынан яһалған һепертке менән арлы-бирле итеп урындыҡ өҫтөнә йәйелгән ямаулы кейеҙҙе һепергән булды. Ғ. Дәүләтшин. • Ҡаҙ ҡанаты ҡанун яҙыр. Мәҡәл.
2. миф. Түллелек, үрсемлелек менән бәйле мифлаштырылған предмет. □ Крыло гуся (мифологизированный предмет, связанный с плодовитостью). ■ Ҡаҙ ҡанатын кешегә бирмәйҙәр, ҡул китә, ырыҫ китә, урлап алырға кәрәк. Башҡорт мифологияһынан.
ҠАҘ ҠАУЫРҺЫНЫ (Р: гусиное перо; И.: goose quill; T.: kaz tüyü) и.
Ҡаҙҙың ҡаты үҙәкле эре йөнө. □ Гусиное перо. Йылға буйында ҡаҙ ҡауырһыны тулып ята. Ҡаҙ ҡауырһыны йыйыу. ■ Алпамыша ҡулын ҡырҡып, ҡаны менән ҡаҙ ҡауырһынына хат яҙа. «Алпамыша».
ҠАҘ ҠАУРЫЙЫ и. ҡар. ҡаҙ ҡауырһыны. Ҡаҙ ҡаурыйын йолҡоу. Ҡаҙ ҡаурыйы осороу. Ҡатындар йырлай-йырлай мендәргә ҡаҙ ҡаурыйы йолҡа. ■ Рифҡәт менән Камил, тауышҡа бара торғас, кисәге ҡаҙ ҡаурыйҙары туҙышып ятҡан аҡланға килеп сыҡтылар. Ф. Иҫәнғолов.
ҠАҘ ҠОЙРОҒО (Р: гусиный пушок; И.: goose down; T.: kaz kuyruğu) и. миф.
Һаҡлау, ҡурсалау өсөн файҙаланылған мифлаштырылған предмет. □ Гусиный пушок, используемый как оберег. ■ Балаға күҙ теймәһен тип, тупыйына ҡаҙ ҡойроғо тегәләр. Башҡорттарҙың им-том китабынан.
ҠАҘ ҠУҘҒАЛАҒЫ (Р: вид щавеля; И.: sorrel species; T.: kuzukulağı) и. бот. диал.
Ашай торған әскелтем япраҡлы үлән; ҡуҙғалаҡ төрө. □ Вид щавеля (лат. Rumex). Ҡаҙ ҡуҙғалағы йыйыу. Ҡаҙ ҡуҙғалағы ашау.
ҠАҘЛАУ (Р: твёрдый; И.: hard; T.: sert) с.
Ҡаты (ергә ҡарата). □ Твёрдый (о земле). Ҡаҙлау ер. Ҡаҙлауурын.
ҠАҘ МАЙЫ (Р: гусиный жир; И.: goose fat; grease; T: kaz yağı) и.
Ҡаҙҙағы май ҡатламы һәм шунан иретеп алынған продукт. □ Гусиный жир. Ҡаҙ майы һөртоү. Ҡаҙ майы менән майлау. ■ Ҡаҙ майын сәк-сәк бешерә торған майға ҡушһаң, бик тәмле була. Йәнә ҡаҙ майын һыуыҡҡа сыҡҡанда биткә һөртөргә ярай, хатта туңған ерҙе лә ҡаҙ майы һөртөп дауалайҙар. «Башҡортостан», 21 июль 2011.
89