Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 90


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАҘ МАМЫҒЫ
ҠАҘ МАМЫҒЫ (Р.: гусиный пух; И.: goose down; T.: tüy) и.
Ҡаҙҙың йомшаҡ йөнө. □ Гусиный пух. Ҡаҙ мамығынан мендәр. Ҡаҙ мамығынан һырыу. Ҡаҙ мамығынан эшләнгән юрған.
■ [Өләсәйем] ҡаҙ мамығы тултырылған тауҙай ике яҫтыҡ һала, «быйыл ғына яҙғы йөндән һырығайным» тип ҡалын юрғанды йәйеп ебәрә. «Шоңҡар», № 9, 2011.
ҠАҘНА I [ғәр. _>] (Р.: казна; И.: exchequer; T.: hazine) и.
1. Дәүләттең бөтә булған байлығы; дәүләт милке. □ Казна. / Казённый. Ҡаҙна милке. Ҡаҙна сығымдары. Ҡаҙна ерҙәре. • Ҡаҙна малы ҡоҫторор, ҡоҫтормаһа — боҫторор. Мәҡәл. Ярма һораған көн күрмәҫ, ҡаҙна һораған ил уңмаҫ. Мәҡәл.
2. Шул милеккә эйә булған дәүләт һәм ошо милекте тотонған дәүләт ойошмаһы. □ Казна. Дәүләт ҡаҙнаһы. Ҡаҙна иҫәбенә уҡыу. ■ Югов заводына ингән рудниктарҙың 234-е башҡорт милкенә ҡарай, ә ҡаҙна ҡулында ни бары 76-һы ғына була. Башҡорттар ҡайһы бер ҡаҙна рудниктарында ла эшләй. «Йәншишмә», 4 ноябрь 2011. • Ҡаҙна иҫәбенә туй, ҡаҙ етмәһә, күркә һуй. Мәҡәл.
3. Тупланған аҡса, байлыҡ. □ Деньги, богатство. ■ Ирәкте иле бер нисә быуындан бирле Ҡазан ханлығы ҡул аҫтында йәшәп килә һәм хан ҡаҙнаһына мул ғына яһаҡ түләп ыҙа сиккән илдәрҙең береһе ине ул саҡта. К. Мәргән. Хужа кәрәк был ерҙәргә, хужа, ай, нисек кәрәк. Хеҙмәт итер, Тимашев-тар ҡаҙнаһына күп мөлкәт бирер әле был ҡотло ерҙәр. 3. Ураҡсин. [Ғәбит:] Ҡаҙна кәрәк. Ә ҡаҙна — аҡса тигән һүҙ. М. Кәримов. • Ата — еҙнә, әсә — ҡаҙна. Мәҡәл. Ҡатын яҡшы булһа — ҡаҙна, уҫал булһа — ҡаза. Мәҡәл. Ир ҡаҙнаһы — иҫке һүҙ. Мәҡәл.
♦ Әндрәй ҡаҙнаһы иҫәпһеҙ, бөтмәҫ байлыҡ. □ соотв. Бездонная бочка.
■ Теләһә кемде йыйып, ашатып ултыртырға әндрәй ҡаҙнаһы юҡ бында. Выжт! Й. Солтанов.
ҠАҘНА II (Р.: основание; И.: foundation; T.: temel) и.
1. Ниҙеңдер ултырған нигеҙе, нигеҙ өлөшө. □ Основание. Һике ҡаҙнаһы. Мейес ҡаҙнаһы. ■ Мулла ышаныслы аҙымдар менән түргә килде, таяғын һөйәне лә һике ҡаҙнаһына ултырҙы. Ә. Вахитов.
2. анат. Теш ултырған нигеҙ һөйәк. □ Десна. Аҫҡы ҡаҙна. Өҫкә ҡаҙна. Теш ҡаҙнаһы һыҙлай.
ҠАҘНАҠ (ҡаҙ н ағы) и. диал. ҡар. ҡаҙна II, 1. Мейес ҡаҙнағы. Эскәмйә ҡаҙнағы. Өй ҡаҙнағы. Иҫке мәктәп ҡаҙнағынан бер ҡула алтын табылған.
ҠАҘНАЛЫҠ (ҡаҙналығы) и. ҡар. ҡаҙна II, 2. Аҫҡы теш ҡаҙналығы.
ҠАҘНАСЫ (Р: казначей; И.: treasurer; Т.: muhasip) и.
Ойошманың, учреждениеның аҡсаһын ҡулында һаҡлап, шуның менән эш иткән кеше. □ Казначей. Ҡаҙнасы вазифаһы. Ҡаҙнасы хеҙмәте. Ҡаҙнасыға тапшырыу. Профсоюз ҡаҙнасыһы.
ҠАҘ Н АСЫ Л ЫҠ (ҡаҙнасылығы) (Р: казначейство; И.: treasury; T: hazine) и. иҡт.
Дәүләт килемдәрен йыйыу, һаҡлау һәм бүлеү эштәрен алып барған дәүләт финанс органы. □ Казначейство. Федераль ҡаҙнасылыҡ. Дәүләттең ҡаҙнасылыҡ йөкләмәһе. Ҡаҙнасылык иҫәбе. Ҡаҙнасылыҡ билеттары (ҡағыҙ аҡса).
ҠАҘНА ТИБЕҮ (Р: ритуальное действие, облегчающее роды; И.: ritual magic action by childbirth; T.: bir doğum adeti) и. этн.
Башҡорттарҙың ышаныуҙары буйынса, баланың яҡты донъяға килеүен еңеләйтеү өсөн урындыҡ ҡаҙнаһына аяҡ менән тибеү йолаһы. □ Ритуальное действие, облегчающее роды (пинать основание нар). ■ Ҡендек әбейе ҡаҙнаға тибеп ала, ауырлы ҡатындың хәлен еңеләйтергә. Экспедиция материалдарынан.
ҠАҘ ОЯҺЫ (Р: гусиное гнездо; И.: goose nest; T.: kaz yuvası) и.
90