Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 91


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАҘЫ
Йәш талдан үрелгән оя; сыт. □ Гусиное гнездо. Ҡаҙ ояһы уреу. Бәпкәләр ҡаҙ ояһынан төшкән.
ҠАҘ ӨЛТӨГӨ и. миф. ҡар. ҡаҙ ҡойроғо. Ҡаҙ өлтөгөн баланың баш кейеменә текһәң, уға куҙ теймәй.
ҠАҘ ӨМӘҺЕ (Р.: коллективная помощь по ощипыванию забитых осенью гусей; И.: kind of collective ritual work; T.: kaz ömesi) и. этн.
Көҙ көнө күпләп ҡаҙ һуйғанда мамығын йолҡоу өсөн үткәрелгән өмә. □ Коллективная помощь по ощипыванию забитых осенью гусей. Ауылда ҡаҙ өмәләре башланды. Ҡаҙ өмәһенә саҡырыу. Ҡаҙ өмәһе уткәреу. ■ Ҡаҙ өмәһендә, ғәҙәттә, тары ҡоймағы бешереп, уны ҡаҙ майы менән майлап һыйлайҙар. «Башҡортостан», 21 июль 2011. • Борай бутҡаһы ҡаҙ өмәһендә тәмле. Мәҡәл.
ҠАҘРАЙ (Р.: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan subdivisions; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Ҡошсо ырыуының аймак, ара исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир-кушсы.
ҠАҘ СЕБЕШЕ и. диал. ҡар. ҡаҙ бәпкәһе. ■ Ҡаҙ себештәре, сотор-сотор итеп, береһен береһе суҡып ебәрәләр ҙә, эркелгән һыуҙы суҡыштары менән һөҙөп эсеп, баштарын ургә кутәреп йоталар. Һ. Дәүләтшина.
ҠАҘ СЕПЕЙЕ и. диал. ҡар. ҡаҙ бәпкәһе.
ҠАҘ СИТӘНЕ и. диал. ҡар. ҡаҙ ояһы. Ҡаҙ ситәне уреу. Ҡаҙ ситәне менән ҡаплау. Талдан ҡаҙ ситәне урәләр ине элек беҙҙең ауылда. Экспедиция материалдарынан.
ҠАҘ ТЕШЕ (Р.: суслон из просяных снопов; И.: stack of millet sheaves; T.: dokurcun) и. диал.
Тары һоҫланы. □ Суслон из просяных снопов. Ҡаҙ теше өйөу. Тары көлтәһен ваҡытлыса ҡаҙ тешенә өйәләр.
♦ Ҡаҙ теше кеүек матур яҙыу. □ Каллиграфический почерк. Ҡаҙ теше кеуек
яҙыу. Ҡаҙ теше кеуек ваҡ ҡына тигеҙ семәрле хәрефтәр.
ҠАҘ ТӘНЕ (Р: гусиная кожа, мурашки; И.: goose-flesh; T: tüyleri diken diken olmak) u.
Өшөгәндә, ҡурҡҡанда йәки башҡа сәбәптән тәндә барлыҡҡа килгән бөрсөктәр.
□ Гусиная кожа; мурашки. Ҡаҙ тәнен дауалау. Ҡаҙ тәнен дауалау ванналары. Ҡаҙ тәне һалҡындан йәки артыҡ тулҡынланыуҙан барлыҡҡа килә. ■ Тәндәребеҙ ҡаҙ тәне кеуек шаҙраланғас ҡына һыуҙан сыҡтыҡ. Ф. Әсәнов.
ҠАҘ ТӘНЕ ҠАЛҠЫУ (ҡаҙ тәне ҡалҡ ) (Р: появляться (о гусиной коже)', И.: get the creeps; T.: tüyleri diken diken olmak) ҡ.
Өшөгәндә, ҡурҡҡанда йәки башҡа сәбәптән тәндең бөрсөктәр менән ҡапланыуы.
□ Появляться (о гусиной коже, мурашках). Һыуыҡтан ҡаҙ тәне ҡалҡты. ■ Уның [Вәзирҙең] беләктәренә, кукрәктәренә ҡаҙ тәне ҡалҡҡан, өҫкө ирене дер-дер ҡалтырай, ҡорһағында буй-буйға сыйылған эҙ ята, — ул эҙ иртән кулдә Яҡуптың кәмәһенә урмәләп менгән саҡта һалынғайны. М. Кәрим.
ҠАҘ ТӘПЕЙЕ и. бот. диал.
1. ҡар. ҡаҙ үләне. Ишек алдын ҡаҙ тәпейе баҫҡан. Буш өйҙәр алдына ҡаҙ тәпейе уҫкән.
2. ҡар. кәзә һаҡалы. Ҡаҙ тәпейе сыҡҡан. ■ Ҡаҙ тәпейе тигән йыуа бар беҙҙә. Экспедиция материалдарынан.
ҠАҘ ҮЛӘНЕ (Р: лапчатка гусиная; И.: silverweed cinquefoil; T.: gümüşot) и. бот.
1. Һап-Һары сәскәле ҡара йәшкелт төҫтәге ике яҡҡа йәйелгән парлы япраҡ саталары менән айырылған үлән. □ Лапчатка гусиная (лат. Potentilla anserina). Ҡаҙ уләне уҫкән.
2. диал. ҡар. бәпкә үләне. М Мәусилә .. шишмә тирәләй хәтфә балаҫ һымаҡ тушәлеп уҫкән ҡаҙ уләне өҫтөнә теҙләнде. Д. Бүләков.
ҠАҘЫ (Р: конское сало; И.: horse flesh lard; T: kazı) и.
1. Йылҡы малының ҡабырға һәм ҡорһаҡ ите өҫтөнә үргән майы. □ Конское сало, покрывающее брюшину и рёбра.
91