ҠЫУАНЛАТЫУ
ҠЫУАНЛАТЫУ (ҡыуанлат-) (Р: клонить к суховею; И.: be about to start (of dry wind); T: sıcak kuru rüzgâr esmek) ҡ.
1. Ҡыуанға әйләндереү, ҡыуан итеү.
□ Клонить к суховею. Эҫе елдәр, ҡыҙыу ҡояш ҡондо ҡыуанлата.
2. эйһ. ф. ҡар. ҡыуанлау, безл. от ҡыуанлау. Ҡыуанлатып тора.
ҠЫУАНЛАУ (ҡыуанла-) (Р.: становиться суховейным; И.: grow hot windy; T.: sıcak kuru rüzgâra dönüşmek) ҡ.
Ҡыуанға әйләнеү, ҡыуан булыу. □ Становиться суховейным; превращаться в суховей. М Ауыл халҡы ямғыр юҡлыҡҡа көйөнә. Көн ҡыуанлап тора. Ғ. Хәйри.
ҠЫУАНЛЫ с. диал. ҡар. гөманлы II. Ҡыуанлы ҡатын. Ҡыуанлы булыу.
ҠЫУАНЛЫҠ ( ҡыу ан л ығы) (Р: суховей; И.: dry wind condition; T.: sıcak kuru rüzgâr olma durumu) u.
Ҡыуан булыу хәле. □ Суховей. ■ Дала яғынан әсе ел өрә. Ул оҙаҡҡа китһә, яҡшылыҡ көтмә инде: ҡышын буран килтерә, йәйен ҡыуанлығы менән бар тереклекте киптерә.
3. Ураҡсин.
ҠЫУАНСЫҠ (ҡыуансығы) и. диал. ҡар. ҡоролоҡ. Быйыл йәй бигерәк ҡыуансыҡ булды. Нисә йыл рәттән ҡыуансыҡ йонсота. Быйылғы ҡыуансыҡ ауыл хужалығына ҙур зыян килтерҙе.
ҠЫУАНҺЫТЫУ (ҡыуанһыт-) (Р: клонить к суховею; И.: be about to start (of dry wind); T.: sıcak kuru rüzgâr esmek) ҡ.
1. Ҡыуанға әйләндереү, ҡыуан итеү.
□ Клонить к суховею. Эҫе ел көндө ҡыуанһытты.
2. эйһ. ф. ҡар. ҡыуанһыу, безл. от ҡыуанһыу. Ҡыуанһытып тора. Я Бөгөн көндөң-көнө буйы йәнәсыҡҡа ҡыуанһытып торҙо. Ж. Кейекбаев.
ҠЫУАНҺЫУ (ҡыуанһы-) (Р: клониться к суховею; И.: become dry weather like; T.: kurak olmak) ҡ.
1. Ҡыуанға тартыу. □ Клониться к суховею. Көн ҡыуанһып тора.
2. кусм. Ҡотһоҙ, йәмһеҙгә әйләнеү. □ Стать неприглядным, непривлекательным, невзрачным, потерять вид. Бүлмә ҡыуанһыған. Өйө буш торғас, ҡыуанһып киткән.
ҠЫУАНЫС (Р: радость; И.: joy; gladness; T.: sevinç) и.
Күңелгә ҙур ҡәнәғәтлек, рәхәтлек биргән хис; кинәнес, шатлыҡ, һөйөнөс. □ Радость, отрада, восторг. Ҙур ҡыуаныс. Көтөлмәгән ҡыуаныс. Ҡыуаныс тойғоһо. Ҡыуанысҡа булһын. ■ [Мәсем хан:] Майҙан йыйҙым ил данлап, ҙур ҡыуаныс булғанға. «Аҡбуҙат». Ҡыуаныстар, тулы ышаныстар ҡамап алған минең һәр яғым. Ғ. Амантай. • Йыр куңеллегә — ҡыуаныс, күңелһеҙгә — йыуаныс. Мәҡәл. Кеше ҡайғыһына ҡыуанма, ҡыуанысына ҡыуан. Мәҡәл.
ҠЫУАНЫСЛЫ I (Р: радостный; И.: joyful; T.: sevinçli) с.
1. Ҡыуаныс менән һуғарыулы. □ Радостный, отрадный; радужный. Ҡыуаныслы хәл. Ҡыуаныслы тормош. ■ Алда уларҙы [Әмилә менән Батырҙы] шундай ҡыуаныслы осрашыу көтә. Н. Ғәйетбаев. Төнө буйы ашап инде һыуһаған аттар Хашимды тыныс, ләкин ҡыуаныслы кешнәу менән ҡаршы алды. Т. Ғарипова. [Лиза]унан үҙенең икһеҙ-сикһеҙ һағыныуҙарын, хыялдарын һутә, икеһенә генә билдәле ниндәйҙер ҡыуаныслы хәл-ваҡиғаларға серле ишара яһай. Ә. Хәкимов. Их уләне, бәрхәт балаҫ бит был, сабый бул да уйна йәшенмәк. Ошонда ул ҡыуаныслы купме матурлыҡтың серен төшөнмәк! X. Назар.
2. Ҡыуаныс уятырлыҡ. □ Радостный, отрадный; радужный. Ҡыуаныслы хәбәр. М Ҡубарылып киткән бөрйәндәр, Яйыҡ буйында кордон командаһын ҡыйратып, ҡырғыҙ далаларына инеп юғалғандар, тигән ҡыуаныслы хәбәр иләүгә тиҙ етешкәйне. Ғ. Хөсәйенов.
ҠЫУАНЫСЛЫ II (Р.: радостно; И.: gaily; T.: sevinçle) р.
Ҡыуаныс менән, ҙур шатлыҡ менән. □ Радостно. ■ Ҡаҙнабаевтың йөрәге ошо тәңгәлдә туҡтай яҙып, туҡтай яҙып китте, шу
828