Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 829


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠЫУАРЫУ
нан ҡыуаныслы, ашҡынып тибергә кереште. Д. Бүләков. Элекке күрше малайҙар ирҙәрсә эскерһеҙ һәм ҡыуаныслы күрештеләр. Р. Солтангәрәев.
ҠЫУАН ЫҪЛЫҠ (ҡыуаныслығы) (Р.: радость; И.: joy; gladness; T.: sevinç) и.
Ҡыуаныс, ҡыуаныслы хәл. □ Радость, восторг. Ҡыуаныслыҡ килтерһен.
ҠЫУАНЫСҺЫҘ (Р: безрадостный; И.: joyless; T.: iç karartıcı) с.
Ҡыуанысы юҡ, күңелһеҙ. □ Безрадостный, безотрадный. Ҡыуанысһыҙ тормош. Ҡыуанысһыҙ хәл. Ҡыуанысһыҙ хәбәр. Ҡыуанысһыҙ йәшәү. ■ Шулай итеп, бер ни ватмай, әйбер боҙмай, тыныс ҡына үтеп киткән төн ҡыуанысһыҙ таң менән алмашынды.
3. Биишева.
ҠЫУАНЫУ (ҡыуан ) (Р.: радоваться; И.: be glad / happy; T.: sevinmek) ҡ.
1. Күңел ҡәнәғәтлеге, күңел рәхәтлеге кисереү; шатланыу, һөйөнөү. □ Радоваться, обрадоваться; восторгаться, ликовать. Ҡыуанып ҡуйыу. Ҡыуанып йөрөү. Ҡыуанып килеү. Ҡыуанып тороу. Ҡыуанып йәшәү. Ҡыуанып ҡабул итеү. Уңышҡа ҡыуаныу. Хәбәргә ҡыуаныу. М Төштәремдә күреп, ай, ҡыуанам, һүҙ әйтәйем тиһәм, уянам, эй-й... һүҙ әйтәйем тиһәм уянам. Халыҡ йырынан. Тарауыл ҡарт Һәүбән менән Аҡбуҙ атты, билендәге алмас ҡылысты танып, бик ҡыуанған. Халыҡ ижадынан. Яҙ етә тип, мин дә бер ҡыуанам, бер йырлайым өҙөлөп, һағынып, торорһоңмо, былбыл, һин зарығып, ситлегеңдә һаман ябылып? Ш. Бабич. Арыҫланғәле лә, ата-әсәһен һау күреп ҡыуанғанлығынан, аҙ ғына күҙ йәшен сығарып алды. Ғ. Дәүләтшин. Яңы көн башланыуына ҡыуанып, ауылдың йәнле сәғәттәре — ирәүән әтәстәр дәррәү ҡысҡыра. Яр. Вәлиев. • Баланың тыуғанына ҡыуанма, торғанына ҡыуан. Әйтем. Алма үҙең һөйгәнде — алданырһың, ал һине һөйгәнде — ҡыуанырһың. Әйтем. Атың барға ҡыуанма, атаң барға ҡыуан. Мәҡәл.
2. Сығанаҡ килештәге һүҙҙән һуң килеп, рәхмәт йөҙөнән әйтелгән теләкте бел
дерә. □ Радоваться. Ҡулдарыңдан ҡыуан. ■ [Әсәһе — Рөстәмгә:] Рәхмәт, улым, өләсәйең әйтмешләй, ҡулдарыңдан ҡыуан. Р. Өмөтбаев. [Әнисә — Беллаға:] Ҡулыңдан ҡыуан, туғанҡайым, яҡшы кейәүгә барып, бәхетле йәшә! М. Садыҡова.
ҠЫУАНЫШЫУ (ҡыуаныш-) ҡ. урт. ҡар. ҡыуаныу 1. взаимн. от ҡыуаныу 1. Ҡыуанышып осрашыу. ■ Балаларының тере булыуына ғәжәпләнеп, ата-әсә берсә ҡыуанышҡан, берсә илашҡан. Риүәйәттән. Киман, ризыҡ алып, шул йортҡа килгән. Ҡүрешеп, бер-береһенең һаулығына ҡыуанышып, илашалар. «Буҙйегет». Ғәйнизар үҙенең Зөлҡәрнәй хан улы булыуын әйтә. Ике туған, берен-бере танып, ҡыуанышалар. Әкиәттән.
ҠЫУАРА ОСОУ (ҡыуара ос-) ҡ. диал. ҡар. ҡобара осоу. М Яңылыҡты ишетеп, ирҙең ҡыуараһы осто. Картотека фондынан.
ҠЫУАРЫУ (ҡыуар-) (Р: высыхать; И.: wither; T: kurumak) ҡ.
1. Ултырған көйө ҡороп кибеү (үҫемлеккә ҡарата). □ Высыхать, сохнуть, увядать (о растениях). Ҡыуарып бөтөү. Ҡыуарып китеү. Ҡыуарып ҡалыу. Ҡыуарып сығыу. Ҡыуарып тороу. Үләндәр ҡыуарған. Имән ҡыуара. Ҡыуарған ҡыуаҡ. М Рамазан гөлйемеш өҙөп ҡапты ла ҡыуарған үлән өҫтөнә эйелде. Р. Низамов, һинһеҙ мин тамыры кипкән гөл кеүек булыр инем, көҙгө ҡыу һабаҡ шикелле, ҡыуарып, кибер инем. А. Игебаев. Яҡын тирәлә мал-тыуар заты күренмәһә лә, тирмә типһене тапалып, үләне ҡыуарып бөткән. «Алдар менән Зөһрә».
2. күсм. Төҫһөҙгә әйләнеү, төҫ ҡасыу.
□ Побледнеть. * [Сурағол] төндөң ҡараңғылығына ҡарап торманы, яурынына иҫкереп, ҡыуарып бөткән тула сәкмәнен һалды ла, тышҡа сыҡты. Т. Хәйбуллин. Туҡтамыш хан таныны — күңеле боҙҙай буҙарҙы, йөҙө үлектәй ағарҙы, йөрәге ҡурҙай ҡыуарҙы. «Иҙеүкәй менән Мораҙым».
3. Ябығып, кибеп, ҡаҡ һөйәккә ҡалыу.
□ Исхудать. ■ Сәсем төшмәҫ ергә бирелдем мин, ҡыуанманым, әсәй, ҡыуарҙым. Сеңләүҙән. [Өйрәк — һәүбәнгә:] Ергә сы
829