ҠЫУАҪ
ғып ҡыуарһам, мине һылыу тимәҫһең. «Аҡбуҙат».
ҠЫУАҪ I [ғәр. схй] (Р.: месть; И.: vengeance; T.: intikam) и. диал.
Ҡон, үс. □ Месть. Ҡыуаҫ алыу.
ҠЫУАҪ II и. диал. ҡар. шаһит 1. М [Мулла — Боранғолға:] Йә, хужа, йомошоңдо тыңлайыҡ, башҡарыласаҡ изге эшеңә ҡыуаҫ булайыҡ. Я. Хамматов.
ҠЫУАУ (Р.: трутовик; И.: touchwood; Т.: kav mantarı) и. биол.
1. Ағастың олонона тояҡ һымаҡ булып сыҡҡан бәшмәк. □ Трутовик. Ҡыуау менән уйнау. Ҡыуауҙы сабып алыу.
2. Ҡайындың шундай бәшмәгенән саҡма өсөн яһалған мамыҡ; ҡау. □ Трут. Ҡыуауға ут һалыу.
ҠЫУБАШ I (Р: плешивый; И.: bald headed; T: dazlak) с. диал.
1. Ялтыр баш. □ Плешивый. Ҡыубаш ир.
2. Ҙур башлы. □ Крупноголовый. Ҡыубаш бала. Ҡыубаш йылҡы.
ҠЫУБАШ II (Р: череп животных; И.: animal cranium; T: hayvan kafatası) и. миф. диал.
Мал-тыуарҙың баш һөйәге (һаҡлау көсөнә эйә). □ Череп животных (обладает обе-режной силой). Ҡыубаш элеу. Аҙбар башына ҡыубаш ҡуйыу. ■ Малды ауырыуҙан, куҙҙән һаҡлар өсөн кәртә-ҡураға ҡыубаш эләләр. Башҡорт мифологияһынан.
ҠЫУ БӘШМӘК (бәшмәге) и. ҡар. ҡыу II. Ҡыу бәшмәк йыйыу. Урмандан ҡыу бәшмәк алып ҡайтыу.
ҠЫУҒА и. бот. ҡар. ҡуға. ■ Сылтыр-сылтыр аҡҡан шишмәкәйҙәр буйлап уҫкән ҡыуға, курәндәр, йәйге таңды ҡотлап, аҡрын ғына бер-бер артлы башты эйҙеләр. Ғ. Амантай. Көҙгөләнеп ятҡан уйсан кулдәр ҡамыш, ҡыуға менән әйләнгән, янып тора һары томбойоҡтар, һабаҡтары ишелеп бәйләнгән. С. Ҡудаш.
ҠЫУҒАҘАҠ (Р: легковесный; И.: lightweight; T: hafif) с.
1. Ауырлығы әҙ; ауыр түгел; еңел. □ Легковесный. Ҡыуғаҙаҡ әйбер.
2. Тәьҫир көсө әҙ, һиҙелер-һиҙелмәҫ. □ Лёгкий. М Йәйге селләлә өҙөп-өҙөп ҡапыл алама ҡыуғаҙаҡ ел иҫтеме, кур ҙә тор, шуның артынса уҡ дәһшәтле дауыл һуға, ерҙе йәшен ҡамсыларға тотона. Ә. Хәкимов.
3. кусм. Елбәҙәк холоҡло. □ Легкомысленный (о человеке). Ҡыуғаҙаҡ кеше. ■ [Ляхов: ] Мин һеҙҙе былай ҡыуғаҙаҡ булырһығыҙ тип уйламағайным. X. Мохтар.
4. кусм. Мәғәнәһеҙ, еңел-елпе. □ Легкомысленный; неглубокий. М Буласаҡ һуғыш хаҡындағы ҡыуғаҙаҡ кинокартиналар, беҙ курһәтәсәк батырлыҡтарҙы маҡтаған шалтырауыҡлы йырҙар тәьҫирендә беҙ яулап алынасаҡ еңеуҙе ҡайһы саҡта бик еңел эш итеп куҙ алдына килтергәнбеҙҙер. М. Кәрим.
ҠЫУҒАҘАҠЛЫҠ (ҡыуғаҙаҡлығы) (Р: легкомыслие; И.: light-mindedness; T: hafiflik) и.
Елбәҙәк холоҡ. □ Легкомыслие. ■ Был [эш] бары ҡыуғаҙаҡлыҡтан ғына эшләнгән. X. Мохтар.
ҠЫУҒЫҘ (Р: воронка у берега реки; И.: crater near a river bank; T: ırmak kenarındaki çukur) и. диал.
Яр ситенән өңөлөп төшөп киткән тәрән соҡор. □ Воронка, обвалившийся берег реки. Ҡыуғыҙға башмаҡ төшкән. Ҡыуғыҙ уйылған.
ҠЫУҒЫЛ (Р: светло-жёлтый; И.: primrose; T: açık sarı) с.
Аҡһыл һары. □ Светло-жёлтый. Ҡыуғыл төҫ.
ҠЫУҒЫН I (Р: погоня; И.: chase; Т: kovalama) и.
Ҡасҡан кешене баҫтырып тотор өсөн артынан төшкән сапҡын. □ Погоня (человек или группа людей, преследующие кого-л.). Ҡыуғын ебәреу. Ҡыуғын ойоштороу. ■ Теге батша Алпамышаның артынан ҡыуғын сығара. «Алпамыша».
ҠЫУҒЫН II (Р: сплав; И.: (timber)floa-ting; T: yüzdürülecek tomruklar) и. махс.
830