ҠЫУҒЫР
1. Ағыҙып ҡыуыу өсөн һыуға төшөрөлгән ағас. □ Сплав, моль. / Сплавной; молевой. Йылғала ҡыуғын килә. ■ Аҡбулат ҡарт ғумер буйы ҡолға ҡырҡҡан да ҡыуғын ҡыуған, ҡарағай йыҡҡан да тыранса ярған, туҙ һыҙырған да дегет яҡҡан, ерек ҡырҡҡан да кумер уртәгән. Әкиәттән.
2. Ағас ағыҙыу эше. □ Лесосплав, молевой сплав. Ҡыуғын осоро. ■ Был йылда улар [Иштуған атаһы менән] Оло Эйек, Һаҡмар буйлап ҡыуғын ҡыуып барҙылар ҙа Ырымбурҙа таҡта ярыу заводында эшләп ҡалдылар. 3. Биишева. [Сурағол] яҙ була башлағас та ҡыуғынға йөрөп арыу ғына кәсеп итеп, бесән айында Кәрим байға ялланып ер алғайны, шуны һәм йыйылып килгән аҡсаларын барыһын туплап, кәләш алырлыҡ сумма булдырҙы. Т. Хәйбуллин.
ҠЫУҒЫН III (Р.: гурт, который летом отгоняют на пастбище; И.: drove; herd; T.: merada bulunan sürü) u.
Йәйен көтөүлеккә ҡыуылған мал. □ Гурт, который летом отгоняют на пастбище. / Отгонный. Ҡыуғын килә. Ҡыуғын малсылыҡ. Ҡыуғын көтөулек. Ҡыуғын көтөулектә аҫрау. Ҡыуғын көтөулек малсылығы. ■ Гестапо офицеры ҡулындағы теҙмә буйынса беҙҙең номерҙарҙы тикшереп сыҡты һәм, ҡыуғын малы һымаҡ, лагерь хужаларына тапшырҙы. Н. Мусин.
ҠЫУҒЫНЛАТЫУ (ҡыуғынлат-) ҡ. йөкм. ҡар. ҡыуғынлау, понуд. от ҡыуғынлау. Ағас ҡыуғынлашыу.
ҠЫУҒЫНЛАУ (ҡыуғынла-) (Р.: сплавлять; И.: raft; T.: tomruk (sallarını) yüzdürmek) ҡ.
һыуҙан ағыҙып ҡыуыу (ағасты). □ Сплавлять (лес). Ағасты ҡыуғынлап ағыҙыу. ■ Был йылғалар ҡыуғынлап, ағас килтереу өсөн бик уңайлы. М. Хисмәтов.
ҠЫУҒЫНЛАШЫУ (ҡыуғынлаш-) ҡ. урт. ҡар. ҡыуғынлау, взаимн. от ҡыуғынлау. Ағас ҡыуғынлашыу.
ҠЫУҒЫНСЫ I (Р: преследователь; И.: chaser; pursuer; T.: kovalayan) и.
Артынан баҫтырып ҡыуа төшкән кеше.
□ Преследователь. ■ [Муллайәндең] аты шәп була, ҡыуғынсыларҙы бик купкә артта ҡалдырып, ҡайтып етә. Риүәйәттән. Хәуефле һәнәре арҡаһында Аҫылбай ҡыуғынсыларҙан тәу тапҡыр ғына эҙ яҙҙырмай, тиҙерәк алыҫҡараҡ олағып ҡалыуың хәйерле. Р. Байымов. Был ваҡытта инде Кук толпар ҡыуғынсыларҙан куҙ яҙҙырып, бер ҙур кул янына килеп сыҡҡайны, ти. Халыҡ ижадынан.
ҠЫУҒЫНСЫ II (Р: молевой сплавщик; И.: raftsman working during (drift / loose) floating; T.: tomruk yüzdüren kimse) и.
Ағас ағыҙыу эшендәге кеше. □ Молевой сплавщик, сплавщик; плотовщик, плотогон; сгонщик. ■ Бер нисә йылдан һуң, йәйге каникул ваҡытында, ҡыуғынсылар араһына барып эләкте Фәһим. И. Ғиззәтуллин. Йылға өҫтөндә иртәнән кискә тиклем ҡыуғынсылар тауышы яңғырай. Ш. Янбаев.
ҠЫУҒЫНСЫ III (Р. гуртовщик; И.: drover; T.: sürü güdücüsü) и.
Көтөү ҡыуыусы. □ Гуртовщик, гуртоправ. Ҡыуғынсы булып эшләу.
ҠЫУҒЫНСЫЛЫҠ (ҡыуғынсылығы) (Р.: сплав; И.: rafting, drive; T.: tomruk yüzdürme) и.
Ҡыуғын менән ағас ағыҙыу эше.
□ Сплав, молевой сплав. Ҡыуғынсылыҡ менән шөғөлләнеу. ■ Ҡарҙар иреп, ауылдағы яҙғы эштәр бөткәс, Байғужа, ҡатыны Ҡарасәс менән хушлашып, Ағиҙел башына ҡыуғынсылыҡҡа сығып китә. Риүәйәттән.
ҠЫУҒЫН УЛАҒЫ (Р: сплавной лоток; И.: flume; T.: tomruk yüzdürmeye elverişli oluk) u.
Ағас ағыҙыу өсөн эшләнгән улаҡ. □ Сплавной лоток. Ҡыуғын улағы саҡрымға һуҙылған.
ҠЫУҒЫР (Р: некастрированный; И.: ungelded; T.: iğdiş edilmemiş) с.
1. Көйҙөрөлмәгән, бестерелмәгән (ата малға ҡарата). □ Некастрированный. Ҡыуғыр тәкә. Ҡыуғыр айғыр. М Бер кәбән башында ниҙер ағарып куренә. Яҡыныраҡ килеп
831