Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 832


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠЫУҘАУ
ҡарап, беҙҙең кәзә тәкәһе икәнен таныныҡ. Кәүҙәгә өлкән ҡыуғыр тәкә ине. М. Ямалетдинов.
2. күсм. Йөрөмтәл, аҙғын. □ Гулящий, блудливый. Ҡыуғыр әҙәм.
ҠЫУҘАУ (ҡыуҙа-) ҡ. диал. ҡар. ҡыуалау 1,2. Атты ҡыуҙау. Эшкә ҡыуҙау.
ҠЫУҘЫРТЫУ (ҡыуҙырт-) ҡ. йөкм. ҡар. ҡыуҙырыу, понуд. от ҡыуҙырыу. ■ Ҡадирбирҙе .. һылыуының инсеһен көтөү-көтөү һыйырын, өйөр-өйөр йылҡыһын арттарынан ҡыуҙыртҡан. Ҡобайырҙан. Әхмәтте юлға ырғытып киткәндән һуң, Солтан аттарын ҡыуҙыртты ғына. Ғ. Хисамов. Башлап ханды ҡыуҙырттым, хан урынына ултырттым. Ҡартайған көнөмдә үҙ башыма көс иттем, әй! М. Өмөтбаев.
ҠЫУҘЫРЫУ (ҡыуҙыр-) ҡ.
1. йөкм. ҡар. ҡыуыу 1—11. понуд. от ҡыуыу 1—11. Эштән ҡыуҙырыу. ■ Бер өйөр мал ҡыуҙырып, Мораҙым ошо бейҙе шул көн юлға оҙатҡан. Ҡобайырҙан. Иң тәүҙә утлауға арҡанлап ебәрелгән аттарҙы, шым ғына өйөрөп, урман ауыҙына ҡыуҙырҙы Бураншин. Ә. Хәкимов. Таиба әбей үҙенең иң һәйбәт шәкерт улын хур иткән был боҙоҡ ҡатынды Хамматҡа алдырмаҫҡа, уны өйҙән генә түгел, бөтөнләй ауылдан ҡыуҙырып ебәртергә тырышып ҡараһа ла, барып сыҡманы. 3. Биишева.
2. Нимәнелер айыртып, ағыҙып алыу. □ Откачивать. // Откачка, откачивание. Бал ҡыуҙырыу.
ҠЫУҠЫУЛАУ (ҡыуҡыула-) (Р.: подбадривать к действию; И.: encourage to an action; T.: gayret vermek) ҡ.
Кемделер эш башларға йәки һөжүм итергә дәртләндереү. □ Подбадривать к действию, нападению. ■ Әйтерһең дә, минең бала сағым шул һуҡмаҡтан ҡайта йүгереп, йә ул унда йәрә һалып йөрөй, йә ҡыуҡыулай, атын йөҙҙөрөп. Р. Ғарипов.
ҠЫУҠЫУЫС (Р: нырок; И.: divingduck; T: patka) и. зоол.
Аяғы ныҡ артта, бармаҡ араһы ярыһыҙ сумғыс өйрәктәр төрө. □ Нырки (лат.
Nettd). Ҡыуҡыуыс бәпкәһе. Ҡыуҡыуыс йомортҡаһы.
ҠЫУЛАУ (Р: факел; И.: torch; T.: meşale) и.
1. Яҡтыртыу өсөн ыҫмалалы таяҡ башына тоҡандырылған ут. □ Факел. Ҡыулау тоҡандырыу. Мәмерйәгә ҡыулау менән төшөү. ■ Ике-өс кешенең береһендә башына йомарланған туҙ кейҙерелгән ҡыулауҙарҙан тамсы-тамсы ут сытыр-сытыр тама. 3. Ураҡсин.
2. диал. ҡар. төтәткес. Ҡыулауға сөрөк һалыу. Ҡыулауҙы һүндереү. Ҡыулауҙы өрҙөрөү.
3. диал. Имән сөрөгө. □ Дубовая гниль.
ҠЫУЛЫҠ (ҡыулығы) (Р: кобыла, принёсшая первого жеребёнка; И.: mare who has her first colt; T.: ilk defa tay getiren kısrak) и.
1. Беренсе тапҡыр ҡолонлаған йәш бейә. □ Кобыла, принёсшая первого жеребёнка.
■ Ҡыулыҡ балаһы ҡоласайҙан ат тыуырын белмәнем. Ҡобайырҙан.
2. Тәүге ҡолон. □ Жеребёнок-первенец. Ҡыулыҡты тай итеү.
ҠЫУРАТЫУ (ҡыурат-) (Р: дать засохнуть; И.: let dry up; T.: kurutmak) ҡ.
Ҡояшта, эҫелә оҙаҡ тотоп, ныҡ киптереү, ныҡ ҡоротоу. □ Дать засохнуть. Бесәнде ҡыуратып йыйыу. ■ Уралда үҫкән илдәрен, ил һаҡлаған ирҙәрен, ҡыу ҡылғандай ҡыуратып, бүренән ҡасҡан һарыҡтай, балаларын ыҙғышҡанда .. Суфый ҡайҙа булды икән? «Иҙеүкәй менән Мораҙым».
ҠЫУРАУ (ҡыура-) (Р: засохнуть; И.: dry up; T.: kurumak) ҡ.
Ҡояшта, эҫелә оҙаҡ тороп, ныҡ кибеү, ҡороу. □ Засохнуть (сильно). Бесән ҡыурап бөткән.
ҠЫУТОМШОҠ I (ҡыутомшоғо) (Р: беспризорник; И.: waif; stray; street Arab; T.: barın-aksiz) и. һөйл.
1. Ҡараусыһыҙ бала. □ Беспризорник. Ҡыутомшоҡтар күбәйҙе.
2. Уңмаған, бәхетһеҙ кеше. □ Неудачник.
■ [Сәлимә:] Ниңә бәхетһеҙ, ҡыутомшоҡ бу -лып яралдыҡ икән был яһил донъяға!.. Я. Хам-
832