Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 833


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠЫУЫҠ
матов. [Начальник — Кусимовҡа:] Ысынмы, бушмы? Әллә ҡыутомшоҡтар ялған бәлә яғалармы һиңә? Р. Өмөтбаев. Ихсанбай, куҙҙәрен йомоп, тешен шығырлатты: Гөлбаныу бит шуға... шул ҡыутомшоҡҡа янсыҡ буләк итте. Т. Ғарипова.
ҠЫУТОМШОҠ II (Р: беспризорный; И.: homeless, stray; T: bakımsız) с. һөйл.
1. Ҡараусыһыҙ, меҫкен хәлендә (балаларға ҡарата). □ Беспризорный (о детях). Ҡыутомшоҡ малай.
2. Уңмаған, бәхетһеҙ. □ Неудачный. Ҡыутомшоҡ кеше.
ҠЫУ ТӨҪӨНӘ ИНЕҮ (ҡыу төҫөнә ин-) (Р: приобретать серый цвет лица; И.: acquire grey complexion; T.: külrengi almak) ҡ.
Мәйет төҫө алыу. □ Приобретать серый цвет лица. ■ Үлә торған кешенең йөҙө ҡырҡ көн алдан ҡыу төҫөнә инә. Башҡорт мифологияһынан.
ҠЫУ ҺӨЙӘГЕ (Р.: высохшие кости; И.: dried-up bones; T.: kafatası) и. миф.
Кипкән һөйәк, баш һөйәге. □ Высохшие кости, череп. ■ Ямғыр ныҡ яуһа, һыу буйына ҡыу һөйәге алып барып һала инек. Ямғыр бөтһә, кире алып ҡайта инек. Башҡорт мифологияһынан.
ҠЫУЫҠ (ҡыуығы) (Р: пузырь; И.: bladder; bubble; T.: kese) и.
1. анат. Кеше йәки хайуандарҙа эсе ҡыуыш тоҡсай һымаҡ бәүел йәки үт йыйыла торған эске ағза. □ Пузырь (человека и животных). Бәуел ҡыуығы. Үт ҡыуығы. М Гумер буйы бөйөр, ҡыуыҡ ауырыуҙарынан яфаланып, һыҙланып йөрөуенә ҡарамаҫтан, Дауыт ағай мәрхумдә йәшәугә сәм, ынтылыш иҫ киткес ине. М. Ямалетдинов. Ул [кесерткән] аҙ ҡанлылыҡ, атеросклероз, ревматизм менән яфаланғанда, купләп ҡан килгәндә ярҙам итә һәм бәуел ҡыуығының, бөйөрҙөң елһенеуен баҫа. «Башҡортостан ҡыҙы», № 5, 2010. [Врач:] Үт ҡыуығында таш куп... Бәлки, операция яһарға тура килер. М. Кәрим.
2. анат. Балыҡтың һауа менән тулы эске ағзаһы. □ Пузырь (у рыб). Йөҙөу ҡыуығы. Балыҡтың ҡыуығы ҡыҫыла һәм киңәйә ала.
3. һауа йәки берәй төрлө газ тулған үтә күренмәле шар. □ Пузырь, һабын ҡыуығы. ■ Ямғырҙан аҙаҡ һыу өҫтөнә бызмырлап сыҡҡан ҡыуыҡ, кубектәр уларға [балыҡтарға] көмөш балдаҡ булып куренәлер инде. Н. Мусин. Кеше уҙендә тәрән бер бушлыҡ һиҙһә, ул уҙен һауаға урләп шартлаған ҡыуыҡ шикелле тоя, уға бер нәмәнең дә ҡиммәте ҡалмай. Ғ. Хәйри. • һабын ҡыуығы тиҙ шартлай. Мәҡәл.
4. Шәмдең утын ҡаплап торған эсе ҡыуыш быяла. □ Пузырь (у лампы). Шәм ҡыуығы. ■ [Шофёр:] Ә һеҙ бынау юл өҫтөндәге электр уты ҡыуыҡтарын курә-һегеҙме?.. Һәр ҡыуыҡ тирәһендә — мыж-ғышып торған ваҡ кубәләктәр болото!.. М. Садыҡова. Мейес киртләсендә ҡыуығы ҡоромланған шәм төтәп ултыра. Ғ. Ғүмәр.
5. кусм. Етди булмаған, рухи яҡтан сикләнгән; буш (кешегә ҡарата). □ Мыльный пузырь (о человеке). Кыуыҡ ҡына әҙәм булып сыҡты был ҡатын. Кыуыҡ булып йәшәу.
♦ Буш ҡыуыҡ 1) юҡҡа ғына маҡтанған кешегә әйтелә. □ Пустозвон; пустомеля, свистун, самохвал. ■ Даръяны уртәйем тигән сәпсек һымаҡ, буш ҡыуыҡ холҡоңдо аңҡытма, иҫәр! Ш. Бабич; 2) уйҙырма. □ Блеф. Буш (йәки ел) ҡыуыҡ осороу ялған, буш хәбәр һөйләү. □ Говорить пустые слова. ■ Ул [Әпкәләй] һуҙе менән кешене арбарға, буш ҡыуыҡ осорорға тиһәң — беренсе әҙәм. Ғ. Хөсәйенов. Ҡырҡ ҡыуыҡ диал. бойлоҡһоҙ, сибек, хәлһеҙ. □ Бессильный, слабый. Ҡыуыҡ баш аҡылға еңел. □ Пустоголовый, несообразительный, тупой. ■ Сал сәсенә ҡарап, һәр кешене купте кургән тиеп аңлама! — Бер елғыуар, ҡыуыҡ баштың да бит ваҡыты менән сәсе саллана. С. Әлибаев.
833