Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 834


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠЫУЫҠЛАНДЫРЫУ
ҠЫУЫҠЛАНДЫРЫУ (ҡыуыҡландыр-) (Р.: пузыриться; И.: bubble; T.: kabar-cıklandırmak) ҡ.
Ҡыуыҡ (3) хәленә килтереү, ҡыуыҡ һымаҡ итеү. □ Пузырить что. һабын күбеген ҡыуыҡландырыу.
ҠЫУЫҠЛАНЫУ (ҡыуыҡлан-) (Р: пузыриться; И.: bubble; T: kabarcıklanmak) ҡ.
Ҡыуыҡ (3) хәленә килеү, ҡыуыҡ хәлендә булыу. □ Пузыриться. Ямғыр яуғанда, күл өҫтө ҡыуыҡлана.
ҠЫУЫҠЛЫ ҺОРНАЙ (Р: волынка; И.: bagpipes; T.: gayda) и. муз.
Ҡыуыҡҡа һыбыҙғылар ҡуйып яһалған халыҡ музыка ҡоралы; волынка. □ Волынка. Ҡыуыҡлы һорнайҙа уйнау.
ҠЫУЫҠСА (Р.: воздушный шар; И.: balloon; T.: hava balonu) и.
1. Эсенә һауа тултырылған ваҡ ҡына ҡыуыҡ, шар. □ Воздушный шарик. Ҡыуыҡсаны өрөү. Ҡыуыҡсаға тын тултырыу.
2. мед. Тире сабыртмаһының йоҡа тышлы, эсе экссудат менән тулы, ҡыуышлыҡ кеүек элементы. □ Пузырь. Үпкә ҡыуыҡсаһы. Орлоҡ ҡыуыҡсаһы.
3. Тәнгә сыҡҡан сабыртма төрө; күпертке. □ Пузырёк, волдырь. Ҡыуыҡса сығыу.
ҠЫУЫЛЫУ (ҡыуыл-) ҡ. төш. ҡар. ҡыуыу 1—4, 8—12. страд, от 1—4, 8—12. Мәктәптән ҡыуылыу. Эштән ҡыуылыу. ■ Ике көндән эшселәрҙең байтағы, үҙ талаптарына ыңғай яуап алыу урынына, эштән ҡыуылыуы тураһында белдереү ишетте. Н. Мусин. Мал-тыуар яҙҙан өс башҡа, өс яҡҡа йөрөй — үрге остоҡолар йылға үренә, урта остоҡолар үҙәктән арҡаға сыға, түбән остарҙыҡы йылға тамағына ҡыуыла. С. Шәрипов.
♦ Бер сыбыҡтан ҡыуылған береһен маҡтап, береһен яманларлыҡ түгел; бөтәһе лә бер. □ соотв. Одного поля ягода. ■ [Буранбай:] Бөтәһе лә былар бер сыбыҡтан ҡыуылған... Береһе лә юғарынан килгән күрһәтмәнән ары китә алмай. Ф. Әсәнов. [Егет — Тулыбайға:]Дуҫ кеше, был Ҡаҙнабай
тигән кешене маҡтайһың, ул... әллә айҙан төшкәнме? Ҡуй, көсәнмә, бөтәһе лә бер ҡалыптан улар, бер сыбыҡтан ҡыуылғандар. Д. Бүләков. • Ир менән ҡатын икеһе бер сыбыҡтан ҡыуылған. Әйтем.
ҠЫУЫН (Р: отгонный; И.: distant-pasture; T: kovulma) с.
Ҡыуып алып барылған (малға ҡарата). □ Отгонный (о домашних животных). Ҡыуын һыйыр көтөүе. Ҡыуын мал.
ҠЫУЫУ (ҡыу-) (Р: гнать; И.: drive; chase; T: kovmak) ҡ.
1. Бер ерҙән йәки яндан китергә талап итеү; ҡыуалау. □ Гнать, гонять. Ҡыуып сығарыу. Ҡыуып ҡайтарыу. Ҡыуып ебәреү. М Беҙҙең бөтә ҡарауыл сығып, ҡалған һалдаттарҙы ла ҡыуып ебәрҙек. А. Таһиров. Ҙур ҡыҙыл ҡапҡанан килеп сыҡҡан мыйыҡлы бер ағай .. беҙҙе ҡыуып ебәрҙе. М. Кәрим. • Ҡейәүең ҡыуһа — ишек тот, улың ҡыуһа — бишек тот. Мәҡәл. Саҡырған ергә бар, ҡыуған ерҙән кит. Мәҡәл.
2. Өшкөтөп, өркөтөп ҡасырыу (ҡош-ҡорт, малдарға ҡарата). □ Гнать, гонять, отогнать (о домашних животных, насекомых). Серекәйҙе ҡыуыу. Ҡаҙҙарҙы ҡыуыу. ■ Беҙҙең өй тирәһенә сит ҡаҙ йәки тауыҡ килеп сыҡһа, [Ҡашҡар] шунда уҡ ҡыуып ебәрә. 3. Хисмәтуллин.
3. Ирекһеҙләп, ҡыҫырыҡлап, китергә мәжбүр итеү. □ Гнать, высылать, выдворять, удалять. Фатирҙан ҡыуыу. ■ Сал Иҙелдән ҡыуып юлбаҫарҙы, үтеп Дондың иркен далаһын, ҡаһармандар килеп ҡотҡарҙылар ҡол ителгән тыуған Донбассын. М. Кәрим. Ҙур бер завод коллективы алдында бирелергә тейеш тантана концерты уның ғәйебе арҡаһында өҙөлгәс, филармония етәкселеге түҙмәне: Әхмүш Ямаевты эштән ҡыуҙы. Б. Бикбай. Буш күкрәк ҡағып түрә-әфәнде булып йөрөүселәргә ҡаршы һүҙ әйтергә батырсылыҡ иткән ҡайһы бер ҡыйыуыраҡтарҙы ауылдан бөтөнләй ҡыуып ебәргәндәр. Р. Байымов. Шуға уны [Шүлгәнде] был илдән, тыуып үҫкән еренән
834