Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 835


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠЫУЫУ
бөтәһе лә берлектә ситкә ҡыуып ташланы. «Урал батыр».
4. Ашыҡтырып, ҡыҫтап, тиҙләтеү; ҡыуалау. □ Гнать, погонять, торопить, мчаться, нестись. Ашыҡтырып ҡыуыу. Атты бар көсөнә ҡыуыу. Машинаны ҡыуыу. ■ Ул [Сурағол] бик ҡабалана, яңғыҙаҡ еккән юрғаһын тығыҙлап ҡыуа. Т. Хәйбуллин. Прогулкала йөрөгәндә, лос та лос тип ҡыуалар. Бәйеттән. • Атты сыбыртҡы менән ҡыума, һоло менән ҡыу. Мәҡәл.
5. Кемдеңдер йәки нимәнеңдер артынан тиҙләтеп барыу. □ Догонять. Ҡыуып утеу. ■ Уның [юлдашымдың] эҙе. Аҡһай-туҡһай, оло юлға табан бара. Ҡотҡарам тип, ҡыуа сыҡтым, юлға әле байтаҡ ара. М. Кәрим. Ҡыҙҙар, көйәнтә-кунәктәрен кутәреп, Ағиҙелгә төшөп баралар ине. Егет шуларҙы ҡыуа китте. Ғ. Ибраһимов.
6. Кемделер йәки ниҙелер тотор өсөн артынан йәһәтләп барыу; баҫтырыу. □ Гонять, гнать. Арттан ҡыуыу. Эт ҡуянды ҡыуа. Ҡыуып тотоу. ■ Туҡтамыш хан ҡасҡан, ти; Туҡтомыштың артынан Иҙеукәй ҡыуып сапҡан, ти. Ҡобайырҙан. Илгизәр әбәк бирә лә, Нәфисә уны ҡыуа. Илгизәр таштар ырғыта, Нәфисә сәскә йыя. М. Кәрим. [һомай — Уралға:] Әзрәҡәнең дейеуе мең йыл ҡыуып тотмаған Аҡбуҙ толпар бирәйем. «Урал батыр». • Айыу ҡыуып ҡуян тотҡан. Мәҡәл. Йугереп ҡуян ҡыуалар, ултырып аҡыл йыялар. Мәҡәл.
7. кусм. Нимәгәлер ынтылыу. □ Гнаться, гоняться за чем, стремиться к чему. Донъя ҡыуыу. Табыш артынан ҡыуыу. Байлыҡ артынан ҡыуыу. Дан артынан ҡыуыу. Мода артынан ҡыуыу. ■ Байгилде ағайҙың Сәр-биямалға байлыҡ артынан ҡыуыу, ҡомһоҙлоҡ кеуек ғәҙәттәрҙе ташларға саҡырып биргән кәңәштәре уҙе китеу менән көл булып куккә осто. 3. Биишева. [3әрйәнең] кейемендә лә мода артынан ҡыуыу, башҡаларҙан айырылып куренергә теләу һиҙелмәй. С. Шәрипов.
8. Әйҙәп алып барыу; ҡыуалау. □ Гнать, отгонять, погонять, һарыҡты көтөугә ҡыуыу. һыйырҙарҙы урманға ҡыуыу. ■ Ай
Уралым, һинән ҡырҡып алһам ат ҡыуырҙай яңғыҙ ҙа талдарың, тамып та ғына ҡала, ҡырҡҡан саҡта, яуҙа улгән батыр ҙа ҡандары. Халыҡ йырынан. Айбикә сығып, биш һыйырҙы быҙауҙары менән эйҙереп һауып алды ла, ике силәк һөттө ишек алдындағы өлкән аҡ келәт эсенә, сепарат янына ултыртып, һыйырҙарын көтөугә ҡыуырға китте. һ. Дәүләтшина. Яҙ етеп, дала йәшел келәм ябыныу менән, [ҡыр ҡаҙаҡтары] меңәрләгән ҡуй-һарыҡтарын, йылҡы өйөрҙәрен Илек буйына ҡыуалар, бесәнлектәрҙе тапаталар.
3. Ураҡсин.
9. Билдәле бер йүнәлештә күпләп күсереү. □ Сплавлять, перегонять. Ағас ҡыуыу. Полкты ҡыуыу, һал ҡыуыу.
10. Ҡайҙалыр ирекһеҙләп, көсләп оҙатыу. □ Отправлять силой, гнать куда. Эшкә ҡыуыу. Урман ҡырҡырға ҡыуыу. ■ [Тәнзилә — Сәғиҙәгә:] Төн уртаһынан килеп [баярҙар] иреңде — бер яҡҡа, уҙеңде икенсе яҡҡа эшкә ҡыуа башлайҙар. М. Тажи. [Аҙнаев — Мозаһитҡа:] һин иртәгә, һайлау икәнен онотоп, кешеләрҙе эшкә ҡыума тағы. Н. Мусин.
11. тех. Нимәнелер үтә көс менән үткәреү, баҫым ярҙамында күсереү. □ Гнать. Скважинаға һауа ҡыуыу. Тәгәрмәскә тын ҡыуыу.
12. ҡар. ҡыуҙырыу 2. Бал ҡыуыу. Дегет ҡыуыу. Көмөшкә ҡыуыу. Нефть ҡыуыу.
13. кусм. Нисәлер йәште йәшәй башлау. □ Быть в каком-л. возрасте. Һикһән-де ҡыуыу. ■ Курешкән, аралашҡан һайын, уларҙың [Арыҫлановтарҙың, Солтановтар-ҙың] йәшәу рәуешенә, һикһәнде ҡыуғанда ла, яңы никахлашҡандай, икенсе яртыларына ҡарата тәрән, саф тойғо йорөтөуҙәренә .. һоҡланам. «Башҡортостан ҡыҙы», № 3, 2010. [Гөлйөҙөм инәй] етмеште ҡыуып барһа ла, ошоғаса сир тейгәне юҡ ине уҙенә. Р. Солтангәрәев.
14. кусм. Нимәнелер башланғыс итеп, өҙмәй дауам итеү. □ Придерживаться чего, следовать кому, чему, продолжать что. Ғәҙәтте ҡыуыу. ■ Мәмбәт, ҡаҙаҡ
835