ҠЫУЫШ
тарға ҡайтҡас, насар ғәҙәт ҡыуа башлай: харам улгән малды дөрөҫ тип таба. Риүәйәттән. • Атанан бала тыуһа ине, атаһы юлын ҡыуһа ине. Мәҡәл.
15. Тоташ массаны ниндәйҙер йүнәлештә хәрәкәт иттереү. □ Гнать. Ел болоттарҙы ҡыуа. Ел төтөндө ҡыуа.
16. кусм. Ниндәйҙер хис-тойғоноң солғап алыуына юл ҡуймау. □ Гнать, избавиться от чего-л. Куцелһеҙлеҡте ҡыуыу. Һағышты ҡыуыу. ■ Шик яралһа, уны ҡыуҙыҡ. Аслыҡ быуҙы, уға туҙҙек. Аҙна барҙыҡ, ун көн барҙыҡ һаман һуҙһеҙ, һаман һуҙһеҙ. М. Кәрим.
17. миф. Түбән мифология персонаждарынан (иң тубән дәрәжәле мифик заттар) ҡотолоу ысулы. □ Способ избавления от персонажей низшей мифологии. Ен ҡыуыу. Арпа ҡыуыу.
♦ Ел ҡыуыу бушҡа ваҡыт уҙғарыу, эшһеҙ йөрөү. □ Бить баклуши. ■ [Апайым — миңә:] Тау буйында ел ҡыуып йөрөгәнсе, йәйгелеккә бөтәбеҙгә лә сабаталар яһап ҡуй. М. Садыҡова. Ел ҡыуып, куккә ҡарап, уткән ғумерҙе белмәнем. Ш. Бабич. Урам ҡыуыу эш эшләмәй ваҡытты бушҡа йөрөп уҙғарыу. □ Ходить на улице без дела, бездельничать. Урам ҡыуып йөрөу.
ҠЫУЫШ I (Р: полость; И.: cavity; Т: kovuk) и.
1. Ниндәйҙер предметта булған бушлыҡ, буш урын. □ Полость, пустота. Теш ҡыуышы. Тау ҡыуышы. ■ Ер аҫтына өңөлөп ингән ошо ҡараңғы ҡыуыш эсендә әллә ниндәй йыртҡыс йомарланып ятҡандай тойола уға [Сөмбөлгә]. Ш. Янбаев. Алтан менән Барһындың исем туйын уткәреп, хан һарайҙарында шаулашып йөрөгән мәлдә, тау ҡултығында, ҡыуышта, тағы бер ир бала донъяға килде, ти. «Алпамыша».
2. Ағас олононоң серегән ерендә барлыҡҡа килгән тишек. □ Дупло. ■ Куп йылдарҙан һуң, Илекәй ауылының Салих тигән бер кешеһе урманда бер йыуан ағас ҡыуышынан хазина табып, аҙаҡ бик байып киткән, тиҙәр. Риүәйәттән, һыуыҡ төш
кәнлектән, ябалаҡ менән ярғанаттың да ҡаптырлап осоп уткәндәре ишетелмәй, ағас ҡыуышына боҫҡандар, курәһең. Н. Мусин. • Ипле ише менән, ҡарама ҡыуышы менән. Мәҡәл.
ҠЫУЫШ II (Р: шалаш; И.: hovel; T: alacık) и.
Ергә лыпын ултыртылған ҡыйыҡ рәүешендәге ваҡытлы торлаҡ. □ Шалаш; палатка. Һунарсы ҡыуышы. Ҡыуыш ҡороу. ■ Ниндәй генә торлаҡтар юҡ бында! Ҡыуыштары ғына нисә төрлө: киндер ҡыуыш, бесән ҡыуыш, туҙ ҡыуыш, ҡайыр ҡыуыш... Р. Байымов. Оҙон йорттан йыраҡ та тугел бесән-һалам менән ябылған ҡыуыштар бар, улар тирәһендә бисә-сәсә, балалар ҙа куренә. Ғ. Хисамов. Ҡоҙа ҡыуыш яһарға, ә мин сел һурпаһы бешерергә булдым. С. Шәрипов. [Фәнил] өҫтәп йыуан ғына бағаналарҙан ҡыуыш яһаны, унда иҫке сепрәк-сапраҡ ту-шәне. Р. Низамов.
ҠЫУЫШ III (Р: пустой; И.: empty; hollow; T: kof) с.
Эсе буш булған. □ Пустой, полый; пустотелый. Ҡыуыш ағас. Ҡыуыш кирбес. М [Нурулла — Кәшфуллаға:] Эсе ҡыуыш ғәләмәт йыуан яңғыҙ өйәңкегә еткәс, юл уңға тартылыр, тар ғына һуҡмаҡ һулға, уҫаҡлыҡҡа инеп китер. М. Кәрим. [Әптелғәлим — Төлкөсураға:] Кисә кунәк-лек ҡыуыш ағас ҡарап ҡайтайым тип сыҡҡайным. Н. Мусин. • Сулмәктең тышы таш булһа ла, эсе ҡыуыштыр. Мәҡәл.
ҠЫУЫШ ҠУЛТЫҠ (ҡултығы) (Р: ведьма; И.: old witch; T.: cadı) и. миф.
Башҡорт мифологияһында уҫал ҡатын-ҡыҙ образында осраған мифик зат. □ Ведьма. ■ Ҡыуыш ҡултыҡ — ул ен-пәрей була. Экспедиция материалдарынан.
ҠЫУЫШЛАНЫУ (ҡыуышлан-) (Р: становиться пустым; И.: get hollow; T.: ko-vuklanmak) ҡ.
Эсе ҡыуыш хәлгә килеү. □ Становиться пустым, полым; образовывать дупло, становиться дуплистым (о деревьях). Ағас ҡыуышлана. Теш ҡыуышлана. ■ Шәһурә,
836