ҡых
аҫты ҡыуышланып бөткән ҡарға бата-сума, диләнкәгә яҡынлай. Н. Мусин.
ҠЫУЫШЛАТЫУ (ҡыуышлат-) (Р: делать полым; И.: make hollow; T: kovuklat-mak) ҡ.
Эсе ҡыуыш хәлгә килтереү. □ Делать пустым, полым. ■ Яралыны кире индереп, оҙаҡ ятып тишелгән сей урындарға төйөлгән стрептоцид оно һибеп, ҡыуышлатып, резинка түңәрәктәргә күтәреп һалдылар [врачтар]. И. Ғиззәтуллин.
ҠЫУЫШЛАУ (ҡыуышла-) (Р: сооружать шалаш; И.: build a hut; T.: alacık yapmak) ҡ.
Ҡыуыш (II) ҡороу. □ Сооружать шалаш. Бесәнлектә ҡыуышлап ятыу. ■ [Атаһы — Сәлимгә:] Бик шөрләһәң, оҙон итекте кей ҙә һыу аръяғына сыҡ. Ғәли бабайыңдар ҡыуышлап ята. С. Шәрипов. Алатау буйында ҡыуышлап артелгә бесән сабып ята ине улар [Фәрзәнәләр]. Н. Мусин.
ҠЫУЫШЛЫ (Р: дуплистый; И.: hollow {of trees)', T.: kovuklu) c.
Ҡыуышы, тишеге булған. □ Дуплистый; ноздреватый. Ҡыуышлы ағас. Ҡыуышлы таш. ■ [Нурулла— Кәшфуллаға:] Ҡапҡалыға инер алдынан өкө булып бер ухылдармын, ҡыуышлы өйәңкегә еткәс, ике тапҡыр... Һеҙ, ҡошҡа оҡшатыбыраҡ һыҙғырып, билдә бирегеҙ. М. Кәрим.
ҠЫУЫШЛЫҠ (ҡыуышлығы) (Р: пустота; И.: emptiness; void; T.: kofluk) и.
1. Нимәнеңдер эсендә өңөлөп, ҡыуыш булып торған урын. □ Пустота, пустоты. Тау ҡыуышлығы. ■ Иң мөһиме — тыуған ер, туған тупраҡ йылыһы, әсәһенең моңло йырҙары, ауыл кистәре, Салауат эҙҙәрен һаҡлаған тауҙар, үҙәндәр, тау ҡыуышлыҡтары, башҡорт батырҙары тураһында риүәйәт һәм легендалар уның [Мәғәфүрҙең] күңелендә һәм зиһенендә ғүмерлеккә урын ала, уйҙарына, хыялдарына ҡанат ҡуя. Р. Шәкүр. Мең метр тирәһе үткәс, көтмәгәндә забойҙа ер ишелә башланы. Ҡыуышлыҡҡа тура килделәр, күрәһең. Р. Солтангәрәев.
2. анат. Тере организмда булған бушлыҡ йәки төрлө ағзалар урынлашҡан урын. □ Полость; пазуха; синус. Танау ҡыуышлығы. Ҡүкрәк ҡыуышлығы. Ауыҙ ҡыуышлығы шешеү. Өҫкә яңаҡ ҡыуышлығы.
3. тех. Ҡойолған металл эсендәге бушлыҡ. □ Раковина; свищ. Газлы ҡыуышлыҡ. Ултырыу ҡыуышлығы.
ҠЫУЫШМА с. диал. ҡар. кенәсел. Ҡыуышма кеше.
ҠЫУЫШЫУ (ҡыуыш-) ҡ.
1. урт. ҡар. ҡыуыу 1—4, 6—9, 12. взаимн. от ҡыуыу 1—4, 6—9, 12. Мал ҡыуышыу. ■ [Дәүләтбай — Мифтахет-динға:] Атайың һиңә асыулана... Беҙгә мал ҡыуышырға ярҙамлашмаған өсөн. Я. Хамматов.
2. Уҙып, үтеп китергә тырышып йүгерешеү; уҙышыу. □ Бегать наперегонки. ■ Күптәр йәшәй ерҙә шыуышып, үҙ шәүләһе менән ҡыуышып. Р. Ғарипов. Йылдар, ташҡын һыуҙа ҡыуышып аҡҡан боҙҙар кеүек, ашығып үткән. Ә. Чаныш.
3. Бер-береңде тоторға йүгерешеү; баҫтырышыу. □ Бегать наперегонки. Ҡыуышып уйнау. ■ Эй баралар, ти, былар [малай менән ҡыҙ], эй баралар, ти, ҡыуышып бара торғас, әлеге ташлыҡҡа барып керҙеләр, ти. Әкиәттән. Маяндың хәленә килһәң, ул, атаһы дәл иткән сыбар-ала тайына менеп, йәйләү ҡыҙҙары менән сыр-сыу килеп, ҡыуышып уйнап, ғүмер итә икән. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу». Ҡыйыҡта турғайҙар бер-береһен ҡыуышып зыҡ ҡуба. И. Абдуллин. [Сабиттар] береһен-береһе ҡыуышып, күлдең уртаһына йөҙөп инделәр, һыуға сумып, күл төбөнән таштар алып сыҡтылар. Ф. Әсәнов.
ҠЫХ (Р: кхе; И.: imitation of coughing; T.: öksürük sesi) оҡш.
1. Ҡаҡырғанда, йүткергәндә сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Кхе (подражание кашлю, харканью). Н Ауыртыуға түҙә алмайынса күҙҙәрен йомған Фәһим күрмәй ҙә ҡалды, ҡарсыҡ сүкеш һабына ниндәйҙер ауыр
837