Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 839


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠЫШЛАТЫУ
йәйге матур иртәләрҙе ауыр нужа менән ҡаршылаған кешеләр, батырға арнап .. көй сығарғандар. Ә. Чаныш. Ҡышҡы елдәр һалҡын була, семтеп ала биттәрҙе. Халыҡ йырынан. Мин атлайым ҡышҡы урман буйлап, мамыҡ ҡарҙар өҫкә ҡойола. Р. Назаров. • Ҡышҡы көн бер тотам. Мәҡәл. Ҡышҡы көндөң йылыныуына ышанма, дошмандың көлөуенә ышанма. Мәҡәл.
2. Ҡыш өсөн тәғәйенләнгән, ҡышын файҙаланыла торған. □ Зимний (предназначенный для зимы). Ҡышҡы аяҡ кейеме. Ҡышҡы пальто. ■ Ауыл халҡы .. йәйләугә сығырға әҙерләнә. Ҡышҡы кейем-һалымын йыйып ҡуя, малдарын барлай, кәрәк-ярағын төйнәй. М. Хужин. [Ҡырғыҙҙарҙың] ҡышҡы кейемдәре кафтанға оҡшаш тун, баштарында малахай. Ғ. Хөсәйенов. Арбаларға аҙыҡ-тулек, балта, бысҡы, ҡышҡы кейем-һалым кеуек нәмәләр тейәлгән. Н. Мусин. Ҡышҡы юлдан аҡбуҙ килә, саба-елә, саба-елә, көпшәк ҡарҙы яра-яра, сана елә, сана елә. М. Кәрим.
ҠЫШҠЫЛЫҠ (ҡышҡылығы) (Р.: зимний период; И.: winter season; T.: kış) и.
Ҡышҡы көн, ҡышҡы ваҡыт. □ Зимний период; зима. / Заготовленный на зиму. Ҡышҡылыҡҡа утын әҙерләу. Ҡышҡылыҡты ҡайғыртыу. ■ Аҡбейек аръяғындағы уҫаҡлыҡта бәшмәк дәррәу уҫә, ҡышҡылыҡҡа тоҙлаһаң, бәлеш эслегенә шәп була, ит тәме килә бит унан. Г. Яҡупова. Ҡышҡылыҡҡа аттар йылы аҙбарҙа тотола, башҡорт йә ҡаҙаҡтағы кеуек, тибенгегә сығарылмай. Ә. Хәкимов.
ҠЫШҠЫ СЕЛЛӘ и. ҡар. ҡыш селләһе. ■ Беҙ бәләкәй саҡтарҙа, ниңәлер, ҡышҡы селләнең көндәре хәҙергегә ҡарағанда зә-һәрерәк, бурандары уҫалыраҡ була торғайны шул. Ғ. Ибраһимов.
ҠЫШҠЫҺЫН (Р.: зимой; И.: in winter; T.: kışın) р.
Ҡыш көнө; ҡышын. □ Зимой. ■ Ҡышҡыһын йоҡоға талған илде яҙға сыҡҡас ана шулай уятып ебәрә лә ул йыйын, майҙанға сығарып гөжләтеп, халҡының көсөн-ҡеуәтен барлап, нимәгә һәләтле икәнен курһәтеп ҡа
ла. К. Мәргән. Ҡышҡыһын [Мөхәммәтсәлим] Өфөгә барып, 1861 йылдың башынан башҡорт ғәскәре ҡарамағына хеҙмәткә тәғәйенләнеп ҡайтты. Ғ. Хөсәйенов.
ҠЫШЛАҒА (Р.: годовалый крупный рогатый скот; И.: one-year-old cattle; T.: bir yaşındaki büyük baş hayvan) и. диал.
Ҡыш сыҡҡан һыйыр малы. □ Годовалый крупный рогатый скот. Ҡышлаға алыу. Ҡышлаға һатыу. Ҡышлағаны һуйыу.
ҠЫШЛАҒАН с. ҡар. ҡышлау III. Ҡышлаған мал. Ҡышлаған ҡайнатма. Ҡышлаған бал.
ҠЫШЛАҠ I (ҡышлағы) (Р: кишлак;
И.: kishlak; T.: köy) и.
1. Урта Азиялағы ауыл. □ Кишлак. / Кишлачный. ■ [Хаким-Зада — Зәки Вәли-дигә:] Тарҡалған Русия армияһы һалдаттары һәр ерҙә юлбаҫарлыҡ ҡыла, ҡышлаҡтарға баҫып инә, халыҡты йәберләй, малдарын, аттарын алып китә. Р. Байымов. һалдаттар китеу менән, ҡышлаҡ халҡы куп осраҡта ярҙамдан баш тарта, таратылған аҙыҡ, тауар мыҫҡалына-аршынына тиклем бер урынға туплана. Ә. Хәкимов.
2. диал. ҡар. ҡышлау II. Беҙҙең ҡышлаҡ тау араһында булған. Ташландыҡ ҡышлаҡ.
ҠЫШЛАҠ II (ҡышлағы) и. диал. ҡар. башмаҡ 1.
ҠЫШЛАТЫЛЫУ (ҡышлатыл-) ҡ. төш. ҡар. ҡышлатыу, страд, от ҡышлатыу. Ҡыш-латылған һыйыр.
ҠЫШЛАТЫУ (ҡышлат-) (Р: оставлять зимовать; И.: leave to winter; T.: kışlatmak) ҡ.
1. Ҡыш аҫрап сығарыу. □ Оставлять зимовать кого, что. // Зимовка, зимование. Малды ҡышлатып сығарыу. Бал ҡорттарын ҡышлатыу. ■ [Мозаһит:] Йәйләу яланына ҡышлатырға ебәргән тай-тулаҡтар эргәһенә барып, уларҙы нисек тәрбиәләгәндәрен ҡарап ҡайтырға уйлағайным. Н. Мусин. Мал ҡышлатыу мәшәҡәтенән арынып бөтмәне, Камалетдинов өсөн йәнә яуаплы осор — яҙғы сәсеугә әҙерлек башланды. Т. Ғарипова. Сабир .. малды ҡышлатыу, яҙғы сәсеугә һәм кешеләрҙең көнкурешенә ҡағылған мәсьәләләр
839