ҠЫШЛАУ
буйынса ни башҡарырға икәнлеген төпсөнөп һорашты. Я. Хамматов.
2. диал. Ҡыш булыу. □ Наступить (о зиме). Быйыл иртә ҡышлатты.
ҠЫШЛАУ I (ҡышла-) (Р.: зимовать; И.: winter; T.: kışlamak) ҡ.
1. Ҡышҡылыҡҡа урынлашыу. □ Зимовать. // Зимовка, зимование. Ҡышлауға ҡалыу. Ҡышлап сығыу. Ҡышлап тороу. ■ Батырша урманда ҡышларға ныҡлы ҡарар итте. Ғ. Хөсәйенов. Унан һуң Мораҙым йәй йәйләп, ҡыш ҡышлап, һунар сығып, ҡош атып, ау аулап, йылҡы бәйләп, ун ике йорт биләп, көн итә башлай. «Иҙеүкәй менән Мораҙым». Әууәл заманда урмандар ҡалын булып та, башҡорт бабаларыбыҙ ҡышлау өсөн ағас йорт яһамай, бейек тау эҫтәрен ҡаҙып кереп, ятыулыҡ йорт иткәндәр. Ғ. Кейеков.
2. Ҡыш миҙгелен үткәреү, ҡыш сығыу
□ Зимовать, выдерживать зиму. // Зимовка, зимование. Алмағас һәйбәт ҡышланы. Я Көҙгә Ямашты өйләндереп, әлеге аттар ҡышлаған йылға буйына ку сереп тә ултыртҡандар. Риүәйәттән. Ҡай яҡтарҙан килдең, яҙым, сәсәмәйсә аһ-зарҙарға? Шифаңды өр ер-илдәргә, ҡыш ҡышлаған аҡ ҡарҙарға. М. Ғәли. Ата-әсәһе ҡырҙа ҡышлаған ашлыҡтан ағыуланып бер төптән у леп киткәнлектән, ул [Нурбикә] яңғыҙы көн итә, йыл әйләнәһенә колхозда төрлө эштә йөрөй ине. X. Тапаҡов.
ҠЫШЛАУ II (Р: зимовка; И.: wintering; T.: kışlama) и.
Ҡыш йәшәй торған урын; ҡышҡы йорт.
□ Зимовка, зимовье. Ҡышлаға ҡайтыу. Ҡышлау ҡороу. ■ [Әбей менән бабай] бер тау араһындағы уяға барып, ҡышлау ҡорғандар ҙа йылҡыларын тибенгә ҡыуғандар. Әкиәттән.
ҠЫШЛАУ III (Р: перезимовавший; И.: wintered; T.: kışlayan) с.
Ҡыш сыҡҡан, ҡыш ҡышлаған. □ Перезимовавший. Ҡышлау бал. Ҡышлау бесән. Ҡышлау тәкә. М [Тәхәу — Алтынсәскә:] Һин ни, ҡышлау гөл кеуек, көндән-көн сибәрләнә бараһың. Ә. Хәкимов. Ҡышлау
угеҙҙе эҙләйем тип, әжәлемде эҙләп йөрөгәнмен икән. М. Кәрим.
ҠЫШЛАУ IV и. диал. ҡар. ужым. Ҡышлау уңды быйыл. Ҡышлау сәсеп ҡалдырыу.
ҠЫШЛАУ ГӨЛӨ и. бот. ҡар. ҡына гөлө. ■ Тәҙрә төбөндә ике сулмәк ҡышлау гөлө ал сәскәләр атып ултыра. Ф. Иҫәнғолов. Ҡышлау гөлөм сәскә атты һинең тыуған көнөңдә. Ә. Вәли.
ҠЫШЛАУ УМАРТА (Р: колодочный улей; И.: ancient kind of bee-hive; T.: an kovanı) и. умарт.
Йыуан бүрәнәнән эшләнгән умарта.
□ Колодный, колодочный улей. Ҡышлау умарта эшләу. Ҡышлау умартаға ағас әҙерләу. Бал ҡортон ҡышлау умартаға ҡыуыу.
ҠЫШЛАУЫҠ (ҡышлауығы) (Р: зимовник; омшаник; И.: apiary house; T.: kovanların kışlatıldığı yer) и. умарт.
Умарта ҡышлата торған йылы урын; умарта баҙы. □ Зимовник, омшаник (для пчёл). Бал ҡорттарын ҡышлауыҡҡа инде-реу. Ҡышлауыҡ эшләу. Ҡышлауыҡты ҡышҡа әҙерләу.
ҠЫШЛЫҠ I (Р: зимний; И.: meant for winter; T.: kışlık) c.
1. Ҡышҡа тәғәйенләнгән. □ Зимний, предназначенный на зиму. Ҡышлыҡ кәрәҙ.
2. Бер ҡышҡа етерлек. □ Достаточный для зимы. Ҡышлыҡ бесән. Ҡышлыҡ утын әҙерләу. ■ Сәлим шул ҡартҡа, бер ял көндө бригадирынан моторлы бысҡы һорап алып, ҡышлыҡ утын турап биргәйне. С. Шәрипов. Был мәлдә бит ауыл халҡы алын-ялын онота, арыу көндәр торғанда, малына ҡышлыҡ бесән эшләп ҡалырға тырыша. Н. Мусин.
ҠЫШЛЫҠ II (ҡышлығы) (Р: зимостойкость; И.: resistance to cold; T.: soğuğa dayanıkhk) u.
Ҡышҡы һыуыҡҡа булған сыҙамлыҡ.
□ Зимостойкость, морозостойкость. Бер ҙә ҡышлығың юҡ, өшөйһөң дә йөрөйһөң.
ҠЫШЛЫҠ III (ҡышлығы) (Р: сап; И.: glanders; T.: sakağı) и. вет.
840