ҠЫШТЫРЛАУ
Маңҡа ауырыулы аттың танауынан аҡҡан лайла. □ Сап, слизь. Ҡытлыҡтан дауалау. Ҡышлыҡтан дарыу.
ҠЫШЛЫҠЛАУ (ҡышлыҡла-) (Р.: болеть сапом; И.: be ill with glanders; T.: sakağı ile hastalanmak) ҡ.
Маңҡаға, ҡышлыҡлыға әйләнеү; ҡышлыҡлы булыу. □ Болеть сапом. Ҡышлыҡлап йөрөгән ат.
ҠЫШЛЫҠЛЫ (Р: зимостойкий; И.: winterproof; T.: soğuğa dayanıklı) с.
Ҡышын бирешмәй торған, ҡышҡы һыуыҡҡа сыҙамлы. □ Зимостойкий, морозостойкий, морозоустойчивый. Алманың ҡышлыҡлы сорты. Ҡышлыҡлы ужым бойҙайы. ■ Ҡорт ҡышҡа таҙарынып, артыҡ-бортоғонан бушанып инергә тейеш. Шунда ғына ҡышты имен-аман сыға, ҡорт ҡышлыҡлы була. Ғ. Хөсәйенов.
ҠЫШЛЫҠҺЫҘ (Р: теплолюбивый; И.: thermophilic; T.: sıcakçıl) с.
1. Ҡышҡы һыуыҡҡа сыҙамһыҙ. □ Теплолюбивый, трудно переносящий зиму. Ҡышлыҡһыҙ үҫемлектәр. Ҡышлыҡһыҙ мал. Ҡышлыҡһыҙ булыу.
2. ҡар. өшөмтәл. Ҡышлыҡһыҙ кеше. ■ [Маһитап: ]Ниңә бөршәйҙең, туғанҡайым ? Бигерәк ҡышлыҡһыҙһың инде. Ғ. Ибраһимов.
ҠЫШ РАББЫҺЫ (баш хәреф менән) и. миф. ҡар. Ҡыш тәңре. ■ Ҡыш раббыһын Ибн-Фадлан телгә ала. Башҡорт мифологияһынан.
ҠЫШ СЕЛЛӘҺЕ (Р: пора зимних холодов; И.: winter cold season, spell; T: kış soğuğu) и.
25 декабрҙән 5 февралгә тиклем булған иң һыуыҡ ҡырҡ көнлөк осор. □ Пора зимних холодов. М Ҡыш селләһе тәҙрәләргә сихри сәскәләр һона, ә уларға, күбәләктәй, аҡ ҡар бөртөгө ҡуна. Р. Ғарипов.
ҠЫШТЫҠ I (ҡыштығы) (Р: слой роговой кожи; И.: corneous layer; T.: derinin en üst tabakası) u.
Кешеләрҙең тиреһе өҫтөндә үлеклән-гән һәм туҡтауһыҙ ҡойола, төшә торған йоҡа ҡатлау — үлек күҙәнәктәр ҡалдығы.
□ Слой роговой кожи. Ҡыштыҡ йыуыу. Ҡыштыҡ таҙартыу.
ҠЫШТЫҠ II (ҡыштығы) и. диал. ҡар. көс-ҡеүәт. Ҡыштыҡ артыу. Ҡыштыҡ инеү.
ҠЫШТЫҠЛАУ (ҡыштыҡла-) (Р: покрываться грязью; И.: get dirty; T: çamur-lanmak) ҡ.
Ҡабырсыҡланып, ҡыштыҡ менән ҡапланыу. □ Покрываться грязью. Ҡыштыҡлап китеү. Ҡыштыҡлап барыу.
ҠЫШТЫР (Р: подражание шуршанию; И.: onomatopoeic word; T.: hışırtı) оҡш.
Ҡатҡыл, йоҡа нәмә ҡуҙғалғанда һ. б. сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание шуршанию, шороху, шелесту. Ҡыштыр итеп ҡалыу.
ҠЫШТЫР-ҠЫШТЫР (Р: подражание многократному шуршанию; И.: onomatopoeic word; T.: hışırtı) оҡш.
Ҡабат-ҡабат ҡыштыр иткән тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание многократному шуршанию, шороху, шелесту. Ҡыштыр-ҡыштыр итеү. Ҡыштыр-ҡыштыр килеү. М Ерҙең үҙ тауышы: алтын тәңкә булып, бер туҡтауһыҙ ҡойолған япраҡтар ҡыштыр-ҡыштыр түшәлә, тибендә ирәүәнләнеп йөрөгән йылҡы бышҡыра, бейәләр ҡолонсаҡтарын билдәһеҙ хәүефтән ҡурсып кешнәй. Ш. Янбаев.
ҠЫШТЫРЛАҠ (Р: шуршащий; И.: swishing; rustling; T.: hışırdayan) с.
Ҡыштыр-ҡыштыр итеүсән. □ Шуршащий, шелестящий. Ҡыштырлаҡ куртка. Ҡыштырлаҡ туҡыма.
ҠЫШТЫРЛАТЫУ (ҡыштырлат-) ҡ. йөкм. ҡар. ҡыштырлау, понуд. от ҡыштырлау. Ҡыштырлатып алыу. Ҡыштырлатып йөрөү. Ҡыштырлатып ҡуйыу. Ҡыштырлатып тороу. Ҡағыҙ ҡыштырлатыу. ■ Бына үлән төбөндәге былтырғы ҡауланды ҡыштырлатып, әллә сысҡан, әллә кеҫәртке үтеп киткәне ишетелде. Н. Мусин. Ҡыштырлатып саған йондоҙҙарын, ямғыр күҙе бына атылды. Р. Ғарипов.
ҠЫШТЫРЛАУ (ҡыштырла-) (Р.: шуршать; И.: swish; rustle; T.: hışırdamak) ҡ.
841