Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 842


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠЫШТЫРЛАШЫУ
Ҡыштыр-ҡыштыр тигән тауыш сығарыу. □ Шуршать, шелестеть чем. // Шуршание, шелестение, шелест, шорох. Япраҡ ҡыштырлай. Ҡыштырлап торған.
■ Туҡта, ни был? Япраҡ ҡыштырлай. Ботаҡ һайын баҫып, ҡош йырлай. М. Кәрим. Ара-тирә уларҙың [һалдаттарҙың] ауыр тын алыуҙары, һалдат ҡоралына һыҙырылып, улән ҡыштырлауы ғына ишетелеп ҡала. Р. Байымов. Ел иҫмәй, япраҡтар ҡыштырламай, сәскәләр һелкенмәй. Й. Солтанов. Һәр бер улән, япраҡ ҡыштырлауы сиртеп тора куңел ҡылыма. Р. Ғарипов.
ҠЫШТЫРЛАШЫУ (ҡыштырлаш ) ҡ. урт. ҡар. ҡыштырлау, взаимн. от ҡыштырлау. М Бер тауыш та юҡ. Тик мейес аҫтында сиңерткә сырылдай ҙа, тараҡандар ҡыштыр -лаша. Ғ. Лоҡманов. Тирә-яҡта нимәләрҙер бер өҙлөкһөҙ ҡыштырлаша. 3. Биишева.
ҠЫШТЫР-МЫШТЫР оҡш. ҡар. ҡыштыр-ҡыштыр. Ҡыштыр-мыштыр килеу.
■ Яҡында ғына ҡыштыр-мыштыр атлап килгән кеше аяғы тауышын ишетеп, Буранбай һиҫкәнде. Я. Хамматов. [Шәһурәнең] әсәһе әлеге шул турбаш яҡта ҡыштыр-мыштыр йөрөп ята. Н. Мусин.
ҠЫШ ТӘҢРЕ (Р: божество зимы; И.: winter deity; T.: Kış Tanrısı) и. миф.
(баш хәреф менән) Башҡорттарҙың ун ике тәңреләренең береһе. □ Божество зимы.
ҠЫШЫН (Р: зимой; И.: in winter; T: kışın) р.
Ҡыш көнө; ҡышҡыһын. □ Зимой, в зимнее время. Ҡышын саңғыла йөрөу.
■ [Башҡорттар] йәй көндәре йәйләугә сыҡҡандар, ә ҡышын ҡышлауға ҡайтҡандар. Риүәйәттән. [Урман:] Атып алһаң, бер мышым — туҡ сығырһың бер ҡышын. «Уҙаҡ менән Туҙаҡ — Балабәшнәк ярсығы». • Йәйен айранһыҙ булма, ҡышын юрғанһыҙ булма. Әйтем. Йәйен аҡтан кейен, ҡышын ҡаранан кейен. Әйтем.
ҠЫШЫН-ЙӘЙЕН (Р: зимой и летом; И.: both in winter and summer; T: kışın ve yazın) р.
Йылдың теләһә ниндәй ваҡытында, һәр ваҡыт. □ Зимой и летом. ■ Ҡараһаҡал булып, Миңлеғол ҡышын-йәйен был илдә, китмәйенсә һис ҡайҙа, хан улындай йәшәгән. Ҡобайырҙан. Менәуәрә лә, иренән ҡалҡыу буйлы, йыуан беләкле, таҙа ҡатын, ҡышын-йәйен тир тукте. Ғ. Лоҡманов. Таһир .. өйҙәренә ҡаршы ғына урамға ҡараған яңғыҙ тәҙрәнән куренеп торған, ҡышын-йәйен сәкән, шар һуғыу кеуек уйын төйәге булған «һәлтәш» тубәһен улеп һағына. Р. Өмөтбаев.
ҠЫШЫР [ғәр. и. иҫк. кит. ҡар. ҡабыҡ I. ■ Әфлисун араһында һин бер кишер. Төҙөк аҡыл, итәғәт бер мыҫҡал юҡ -төҫ-башыңа ғорурланған һин бер ҡышыр. М. Аҡмулла.
ҠЫЯ I (Р: косой; И.: slanting; skew; T: eğik) с.
Тура йүнәлештән ситкә ауышлы, ситкә тайпылышлы. □ Косой; наклонный, раскосый. Ҡыя юл. Ҡыя һыҙыҡ һыҙыу. ■ Ҡыя юл ситендәге ҡыҙыл балсыҡ соҡоған урында атты туҡтатмай утеп киткәс, Шаһғәли сыҙаманы, ... ҡысҡырып ебәрҙе. Ш. Янбаев. Ҡуптәр, ҡыя һыҙыҡлы дәфтәр табып, Ҡлаяров өйрәткәнсә, ул биргән өлгө буйынса яҙыуын матурлау өҫтөндә эшләй, ундайҙарҙы маҡтап бөтә алмай ҡарт уҡытыусы. И. Ғиззәтуллин.
ҠЫЯ II (Р.: косо; И.: askew; T: verev-lemesine) р.
Бер яҡҡа ауыш, ҡырын рәүештә. □ Косо, наклонно; вкось. Ҡыя тарау. Ҡыя һалыу. ■ Доктор ҡулъяулығы менән куҙлеген һөртөп кейҙе, ул сәсен шыма итеп ҡыя тараған, йөҙө яғымлы һәм яҡты сырайлы, өҫтөнә аҡ халат кейгән. Ж. Кейекбаев. Ҡырға ҡарап, ҡыя юртҡан, ҡарһағы куп, Балҡантау. «Заятүләк менән һыуһылыу».
ҠЫЯБАШ и. диал. ҡар. сүрәкә II. Ҡыябаш уйнау. Ҡыябашты башлау.
ҠЫЯ БЫСАҠ ТӨШӨҮ (ҡыя бысаҡ төш-) (Р.: резко возразить; И.: retort sharply; T: itiraz etmek) ҡ. диал.
842