ҠЫЯҠ ҮЛӘН
Ҡырҡа ҡаршы килеү. □ Резко возразить. ■ Әйткән бер һуҙгә ҡыя бысаҡ төшөп ултырма. Экспедиция материалдарынан.
ҠЫЯҒҮЛӘН и. бот. диал. ҡар. аҡтамыр. Баҡсаны ҡыяғулән баҫҡан. Ҡыяғуләнде утау.
ҠЫЯҒЫҘ и. диал. ҡар. ҡағыҙ.
ҠЫЯҘ и. ҡар. ҡаяҙ. Туҙҙан ҡыяҙ эшләу. Еләкте ҡыяҙға йыйыу.
ҠЫЯ ИҘЕҮ и. диал. ҡар. әмәйлек. Сигелгән ҡыя иҙеу.
ҠЫЯҠ I (ҡыяғы) (Р.: лист; И.: leaf; blade; T: yaprak ayası) и.
1. Tap ғына оҙон үлән япрағы. □ Лист; перо, стрелка (злаковых и травянистых растений; лука, чеснока), һуған ҡыяғы. Курән ҡыяғы. Кыяҡ сығарыу. Ҡыяҡ ебәреу. ■ Сәукә-ҡарға супләгәндән имен ҡалған йәрәбәләй кукуруз орлоғо унда-һанда ғына шытып сыҡты ла, орсоҡ буйы ҡыяҡ ебәргәс, ҡатты ла ҡуйҙы. Ә. Хәкимов. Ишек алдын баҫҡан алабута, кесерткән ҡыяҡтарында ҡырау ынйылары йымылдап ята. 3. Биишева. Олокулдә һыу төшөп, яр буйында ҡыҙынып ятаһың-ятаһың да, асығып киткәс, берәйһенең баҡсаһына инеп, һуған ҡыяғы өҙөп сығаһың. Яр. Вәлиев.
2. диал. Ҡош ҡанатының ситке эре ҡауырһыны. □ Перо (птицы). Ҡыяҡ һыҙырыу. Ҡыяҡты мендәргә һалһаң, ҡаты була.
ҠЫЯҠ II (ҡыяғы) (Р: тонкая монета; И.: thin coin; T: madeni para) u.
1. Бик йоҡа тәңкә. □ Тонкая монета. Ҡыяҡ тағыу. Кулдәк ситенә ҡыяҡ тегеу.
2. диал. ҡар. бетеү 2. Өс мөйөшлө ҡыяҡ. Ҡыяҡты муйынға тағыу.
ҠЫЯҠ III с. ҡар. ҡыяҡлы. Кыяҡ гөл. Кыяҡ япраҡ. Я [Һарыҡай] аптырап, ян-яҡҡа ҡаранып, инәһенең кәуҙәһе ятҡан ерҙән йәшел ҡыяҡ уләндәрҙе супләп йолҡошторҙо. С. Ильясов.
ҠЫЯҠ IV (ҡыяғы) и. бот. диал. ҡар. күрән I. Кыяҡ баҫҡан.
ҠЫЯҠ V (ҡыяғы) и. диал. ҡар. ҡыйыҡ III. ■ Еңгә ҡыяҡ индереп тегәһең. Экспедиция материалдарынан.
ҠЫЯҠ ГӨЛ и. бот. ҡар. ҡамыш гөл. Кыяҡ гөл уҫтереу. Кыяҡ гөлгә һыу һалыу. Ҡыяҡ гөл уҫентеһе. ■ Һыу буйында ҡыяҡ гөл, ҡыйып алаһы ине. Халыҡ йырынан.
ҠЫЯҠЛАНЫУ (ҡыяҡлан-) (Р. образовывать листик; И.: shoot blades; T: yapraklanmak) ҡ.
Ҡыяҡ (II, 1) ебәреү. □ Образовывать листик; выбрасывать, пускать перо (о злаковых; о луке, чесноке). Ҡыяҡланып yçey. Ҡыяҡлана барыу. Ҡыяҡланып бөтөу. Ҡыяҡланып китеу. ■ Киң һулышлы тауҙарҙы һағынып, ул [Килдебәк], улән ҡыяҡланыу менән, быҙауҙарын Таналыҡ йәйләуенә алып килде. И. Абдуллин.
ҠЫЯҠЛАП (Р: в форме листа; И.: like а blade; T: yaprak biçiminde) р.
Ҡыяҡ (II, 1) рәүешендә. □ В форме листа. Ҡыяҡлап ҡырҡыу.
ҠЫЯҠЛЫ (Р.: злаковый; И.: cereal; Т: buğdaygil) с.
Ҡыяҡ япраҡлы. □ Злаковый. Ҡыяҡлы игендәр. Ике ҡыяҡлы уҫемлектәр. ■ Юл буйында осорға талпынған селән һымаҡ эре-эре ҡыяҡлы ҡаҙаяҡтар ултырып ҡала. Ж. Кейекбаев. Шәмси бер ҡыяҡлы уләнде тотҡан да уҙенең бармағына урап ултыра. Ғ. Хәйри.
ҠЫЯҠЛЫЛАР (Р: злаки; И.: cereals; Т: buğdaygiller) и. бот.
Япрағы ҡыяҡ рәүешендәге, быуын-быуын көпшә һабаҡлы бер өлөшлө үҫемлектәр ғаиләһе исеме. □ Злаки, злаковые (лат. Poaceae, Gramineae). Ҡыяҡлылар ғаиләһе. Ҡыяҡлыларға ҡараған уҫемлек.
ҠЫЯҠТА и. диал. ҡар. ҡыяҡ I, 1. Үлән ҡыяҡтаһы. Курән ҡыяҡтаһы.
ҠЫЯҠ ТЕШ (Р.: волчки; И.: extra teeth; T: fazla diş) и. диал.
Йылҡы малының аҙау тешенә ҡапланып үҫкән артыҡ теш. □ Волчки.
ҠЫЯҠ ҮЛӘН (Р: острец; И.: sedge; Т: Ыг bitki türü) и. бот.
Ҡыяҡлылар ғаиләһенән булып, татырлы ерҙә үҫә торған аҡтамырға ҡәрҙәш сүп үләне; тоҙан. □ Острец (лат. Leymus ramosus).
843