Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 844


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠЫЯҠ ҮЛӘН ЛӘПӘКӘЙҘӘРЕ
Ҡыяҡ улән — куп йыллыҡ уҫемлек. Ҡыяҡ улән баҫҡан. ■ [һарыҡай] аптырап, ян-яҡҡа ҡаранып, инәһенең кәуҙәһе ятҡан ерҙән йәшел ҡыяҡ уләндәрҙе супләп йолҡошторҙо. С. Ильясов.
ҠЫЯҠ ҮЛӘН ЛӘПӘКӘЙҘӘРЕ (Р.: мушки злаковые; И.: frit flies, grass flies; T.: sapsineğigiller) и. зоол.
Ҡорттары ҡыяҡ үлән орлоҡтарында ҡоротҡослоҡ итә торған ике ҡанатлы ваҡ себендәр. □ Мушки злаковые (лат. Chlo-ropidae). Ҡыяҡ улән ләпәкәйҙәре менән көрәшеу. Ҡыяҡ улән ләпәкәйҙәре баҫҡан.
ҠЫЯЛАҠ I (ҡыялағы) и. диал. ҡар. кәйелтмәк. Ҡыяклакҡа барып төшөу. Ҡыя-лаҡта сананан ҡолап ҡалыу. Ҡыялакта ауыу.
ҠЫЯЛАҠ II с. диал. ҡар. ҡыялаш I. Ҡыялаҡ йорттар. Ҡыялаҡ өҫтәлдәр.
ҠЫЯЛАҠ III р. диал. ҡар. ҡыялаш II. ■ Беҙгә ҡыялаҡ ҡына торҙо. Экспедиция материалдарынан.
ҠЫЯЛАП ТЕГЕҮ (ҡыялап тек-) ҡ. диал. ҡар. сигеү. Ҡулъяулыҡты ҡыялап тегеу.
ҠЫЯЛАТА (Р: косо; И.: slantwise; Т.: verevlemesine) р.
1. Ҡыя хәлдә, ҡыя рәүештә. □ Косо, наклонно. Ҡыялата төшкән нур.
2. кусм. Кинәйә менән; ситләтеп, уратып. □ Намекая, намёками. Ҡыялата һөй-ләу. Ҡыялата әйтеу.
ҠЫЯЛАТЫМ р. диал. ҡар. ҡыялаш II. Ҡыялатымға барып төшөу.
ҠЫЯЛАТЫУ (ҡыялат-) (Р: делать косым; И.: make slant; T.: verev yapmak) ҡ.
1. Ҡыя хәлгә килтереү; ҡыя итеү. □ Делать косым, наклонным. Ҡыйыҡты ҡыялатып ябыу. М Ҡыҫҡа нәҙек мыйыҡлы, аҡ йөҙлө, сәсен ҡыялатып, уңға тарап ебәргән, артығыраҡ ыҫпай был егеттең маһайыусан «мин беләм»леге, йылғыр холҡо ла оҡшап етмәгәндер куптәргә, бәлки. Р. Байымов. Батшаның билгеһе — уның төп шан-шөһрәте итеп, уң яурыны өҫтөнән һул яҡҡа ҡыялатып төшөрөлгән яҫы зәңгәр таҫма. Ғ. Ибраһимов.
2. Өсмөйөш итеү, өсмөйөшләү. □ Делать треугольным. Яулыҡты ҡыялатып ябыныу.
3. Ҡыя йүнәлешкә килтереү; ҡыя итеү. □ Приводить в косое, наклонное положение. Ҡыялатып атлау. Ҡыялатып ҡарау. Ҡыялатып осоу. ■ Ошо концерттан һуң улар [Әхмуш менән Нәғимә], ҡыялатып куп урамдарҙы уткәс, Нәғимәнең фатирына ҡайттылар, һәм йәш ике кеше бергә тормош башланы. Б. Бикбай. Имән батыр, йәйә менән уҡ алып, аҙыраҡ ҡыялатып атты, ти. Әкиәттән.
4. кусм. Ситтән уратып әйтеү; кинәйәләү. □ Намекать. Ҡыялатып һөйләу. ■ Елизаветаның ошо сәйәхәт айҡанлы һоҡланыу белдереп сырылдауы ҡыялатып упкәләу шикелле ишетелә башланы [Романға]. Б. Рафиҡов. Халыҡта уның [Бугә-сәуҙең] ысын Пётр Солис тугеллеген беләләр. Кинйәнән ҡыялатып һорайҙар. Ғ. Ибраһимов.
ҠЫЯЛАУ (ҡыяла-) (Р: делать косым; И.: make slanted; T.: verev yapmak) ҡ.
1. Ҡыя хәлдә итеү; ҡыя итеү. □ Делать косым, наклонным. Шәлде ҡыялап ябыныу. Ҡыялап бәйләу. Ҡыялап ябыу.
2. Ҡыя йүнәлеш алыу; ҡыя итеү. □ Двигаться по косой, наклонно. Ямғыр ҡыялап яуа. Ҡыялап утеу. Н Ат, ҡыялап яуған эре куҙле ямғырға ҡаршы барырға теләмәй, юлдың әле бер яғына, әле икенсе яғына сыҡты. М. Тажи. Был ауыл, уларҙыҡы [Айбикәләрҙеке] кеуек, һыу буйлап ҡына ултырмаған, өйҙәр әллә нисек һыуҙың ике яғына ла теҙелгәндәр ҙә ҡыялап тауға табан тартылғандар, һ. Дәүләтшина. Нәзиф тракторҙы яңы сменаға тапшырып ауылға ҡайтырға сыҡҡанда, ҡыялап яуған ямғыр тамсылары тама башланы. Ғ. Лоҡманов. һауаларҙан осҡан, эй, яғылбай ҡыялап та оса, ҡош курһә. Халыҡ йырынан.
ҠЫЯЛАШ I (Р: расположенный наискось; И.: situated aslant; T.: verevliğine) c.
844