ҠЫЯР
Ҡара-ҡаршы тормаған, тура түгел, ҡыя йүнәлешле. □ Расположенный наискось, наискосок. Ҡыялаш өйҙәр. Ҡыялаш ағастар.
ҠЫЯЛАШ II (Р.: наискось; И.: aslant; Т.: verevliğine) р.
Ҡыя йүнәлештә, бер яҡҡа ауыш, ҡырын рәүештә. □ Наискось, наискосок. Ҡыялаш ултырыу. Ҡыялаш тороу. ■ Сход урынына иң тәуҙә мәктәпкә ҡыялаш ҡына йәшәгән Мөхтәр ҡарт килеп етте. М. Ямалетдинов.
ҠЫЯЛҠЫ I (Р: беспорядок; И.: disorder; mess; T.: karışıklık) и.
Ығы-зығы килгән буталыш; бола.
□ Беспорядок, суматоха. Туйҙағы ҡыялҡы.
■ Әйтерһең, уҙ-ара төрткөләшеугә, ҡыялҡыға өндәп, ҡотортоп торған куҙгә куренмәҫ шайтан. М. Ямалетдинов.
ҠЫЯЛҠЫ II и. диал. ҡар. ҡыланыш.
■ Байҙарҙың ҡыялҡыһы шулай булған инде. Экспедиция материалдарынан.
ҠЫЯЛЫП-СЕЙӘЛЕП (Р: запутавшись; И.: becoming perplexed; T.: koşuşmak) р. диал.
Буталып йөрөп. □ Запутавшись. ■ Ҡыя-лып-сейәлеп, бер нәмәгә лә өлгөрмәйбеҙ. Экспедиция материалдарынан.
ҠЫЯЛЫУ (ҡыял-) (Р: заниматься; И.: take up; T.: meşgul olmak) ҡ.
1. Берәй эш менән булыу; маташыу.
□ Заниматься, возиться с чем. Үҙенсә эшләп ҡыяла. М [Шәйхулла — Айыуханға:] һин купме, сер бирмәҫкә тырышып, уҙ алдыңа ғына ҡыялып йөрөп ҡараның, ә? Н. Мусин. Мәктәптә ике-өс сәғәт ҡыялдым да, Сәкинә апанан рөхсәт һорап, Айыусыға йыйындым. Г. Яҡупова.
2. диал. ҡар. ҡыланыу. ■ Иҙрис ҡарт .. урамда балалайка дыңғырлатып, ҡыялып йөрөгән бер кеше ине. 3. Биишева.
3. Уҡталыу. □ Задумать что-л. сделать или удержаться. ■ Ҡыҙыма барып килергә ҡыялып ҡуйҙым. Экспедиция материалдарынан.
ҠЫЯМ [ғәр. е^1 (Р.: восстание; И.: uprising; T.: ayaklanma) и.
1. иҫк. кит. Күтәрелеш, ҡуҙғалыш. □ Восстание. Ҡораллы ҡыям. Ҡыям башланыу.
2. дини. Намаҙҙың аяҡ өҫтө торған хәлдә уҡыла торған өлөшө. □ Стояние во время намаза (аль-киям).
3. иҫк. ҡар. көньяҡ. Ҡыям яҡ.
ҠЫЯМАТ и. диал. ҡар. ҡиәмәт. Ҡыямат көнө.
ҠЫЯМАТЛЫҠ (ҡыяматлығы) и. диал. ҡар. әхирәт.
ҠЫЯМАТЛЫҠ АТАЙ и. диал. кар. морондоҡ атай. Я Туйҙа ҡыяматлыҡ атай ҡуйыла. Экспедиция материалдарынан.
ҠЫЯМАТЛЫҠ БАБАЙ и. диал. ҡар. морондоҡ атай. ■ Беҙҙең яҡтарҙа ҡыяматлыҡ бабай яһау йолаһы бар. Экспедиция материалдарынан.
ҠЫЯМАТЛЫҠ ИНӘЙ и. диал. ҡар. морондоҡ инәй. ■ Туйҙа ҡуйылған ҡыяматлыҡ инәй килен кешенең бик яҡынына әйләнә. Экспедиция материалдарынан.
ҠЫЯМАТЛЫҠ ӘСӘЙ и. диал. ҡар. морондоҡ инәй. Я Беҙҙең яҡтар ҡыяматлыҡ әсәй менән бик аралашып йәшәй. Экспедиция материалдарынан.
ҠЫЯН I (Р: хитрый; И.: cunning, sly; T.: kurnaz) с.
Мут, хәйләле. □ Хитрый, плутоватый. ■ Ҡаланың ҡыян малайҙары магазинға инеп кеҫәләренә тупайтып кәнфиттәр, пе-рәниктәр тултырып алып сыҡтылар һәм, ата-әсәләре әрләуҙән ҡурҡып, Иҙел буйына, туғайға йугерҙеләр. Ж. Кейекбаев. [Әбей — Нурйәнгә:] Ҡыпсаҡтар ҡыян, һауалы, уҫал халыҡ, тип һөйләй торғайны атайым мәр-хум. С. Кулибай.
ҠЫЯН II с. диал. ҡар. ҡыуан I, 2. Ҡыян ел.
ҠЫЯН III с. диал. ҡар. хәйләкәр. ■ Ҡыян кеше осон да, ҡыйырын да таптырмай, һуҙгә оҫта була. Экспедиция материалдарынан.
ҠЫЯН IV с. диал. ҡар. томра. Ҡыян һауа.
ҠЫЯР [ғәр. JA] (Р: огурец; И.: cucumber; T.: hıyar) и. бот.
1. Ваҡ һары сәскәле, йомшаҡ киртләс япраҡлы, еле һабаҡлы, оҙонса йәшелсәле баҡса үҫемлеге. □ Огурец (лат. Cucumis). / Огуречный. Ҡыяр ултыртыу. Я Ихсан
845