ҠЫЯРЛАНЫУ
бай әле сәскә атырға өлгөрмәгән, ике-өс япраҡта ултырған кыяр түтәленә караны. Т. Ғарипова.
2. Шул үҫемлектең йәшелсәһе. □ Огурец. / Огуречный. Ҡыяр йыйыу. Ҡыяр тоҙлау. ■ Ғибаҙулла табынға ҡыяр, булкалар тултырып ташланы ла йылғаға ҡулын йыуырға китте. Н. Мусин. Шәмсениса еңгә ҡыҙы Әнисә менән өй алдындағы баҡсала ҡыярҙар өҙөп йөрөй ине. Ф. Әсәнов.
ҠЫЯРЛАНЫУ (ҡыярлан-) (Р.: завязываться (об огурцах)', И.: set; T.: hıyarlan-mak) ҡ.
Ҡыярға тумалыу. □ Завязываться (об огурцах). Ҡөҙгә табан ҡыярҙар ҡыярлана башланы.
ҠЫЯС I с. диал. ҡар. ҡыя I. ■ Елән ҡыяс яғалы була. Экспедиция материалдарынан.
ҠЫЯС II р. диал. ҡар. ҡыя II. ■ Ҙурлығын ҡыяс итерһегеҙ: ваҡ һөйәктәренец береһен бер ҙур кеше күтәрмәгә көсө етмәй. М. Өмөтбаев.
ҠЫЯС III [ғәр. lAjs] (Р: сравнение; И.: comparison; T.: kıyaslama) и. иҫк. кит.
1. Ике нәмәнең сағыштырылышы. □ Сравнение, сопоставление. Предметтарҙың ҡыясы.
2. Үрнәк, өлгө. □ Образец. М Томан араһында хәүеф-хәтәр күптер, фәрештә фәрештәгә ҡыяс булмай. М. Аҡмулла. [Мифтахетдин:] Әһле тәхҡиҡ Бейеш батыр минец өсөн ҡыяс. Я. Хамматов.
ҠЫЯС IV (Р: нелюдимый; И.: unsociable; T.: ürkürük) с. диал.
Кеше яратмаусы. □ Нелюдимый. Ҡыяс кеше.
ҠЫЯС ҠЫЛЫУ (ҡыяс ҡыл-) (Р.: сравнивать; И.: compare; T.: kıyaslamak) ҡ.
Сағыштырыу, тиңләштереү. □ Сравнивать, сопоставлять. ■ Әй, туған, минец хәлемде ярғанатҡа ҡыл ҡыяс: ҡалҡа аҡылым башыма, тик үткәс эш, батҡас ҡояш. Ш. Бабич.
ҠЫЯСУРЫН и. диал. ҡар. уша. Ҡыясу-рынды ҡырып ағартып ҡуйыу.
ҠЫЯ СӘНСЕҮ (ҡыя сәнс-) и. диал. ҡар. типсеү. Ҡыя сәнсеп тегеү.
ҠӘБЕР [ғәр. (Р: могила; И.: grave; Т.: kabir) и.
1. Үлгән кешене ерләр өсөн әҙерләнгән соҡор. □ Могила. / Могильный. Ҡәбер ҡаҙыу. ■ Беҙ ҡайтырбыҙ ҙур ецеү менән бергә, һуңғы юлбаҫар күмелгәс ҡәбергә. М. Кәрим. Ҡәберҙе зыяратҡа түгел, ҡырҡ-илле таяҡ ситкә ҡаҙҙылар. Р. Солтангәрәев.
2. Үлгән кеше ҡуйылған урын. □ Могила. // Могильный, надмогильный, надгробный. Ҡәбер бураһы. • Эше юҡтың ҡәҙере юҡ, ҡәҙере юҡтың ҡәбере юҡ. Мәҡәл. Ямандан ҡәберең йыраҡ булһын. Мәҡәл.
3. миф. Мифлаштырылған урын. □ Могила (с мифологической точки зрения опасное место, которое притягивает человека на тот свет).
♦ Ҡәбергә тығыу үлтереү, юҡ итеү.
□ Свести в могилу. Ҡәберең яҡын булмаһын кемделер бик яманға иҫәпләгәндә әйтелә. □ Боже упаси; не дай бог лежать с ним рядом в могиле! (употребляется в отношении человека, к которому кто-л. питает неприязнь). ■ [Мин — Заһитҡа:] Алла һаҡлаһын, ундай хулиганға ҡәберең яҡын булмаһын, көпә-көндөҙ талап сығыр үҙеңде. Ф. Әсәнов. Ҡәбер төбө әрләгәндә әйтелә.
□ Бранное слово. Ҡәбер эйәһе булыу донъянан китеү, үлеү. □ Умереть. ■ Ул [Сәлмән ҡарт] ҡышҡы сатлама һыуыҡта ҡәбер эйәһе булды. Ж. Кейекбаев. Тереләй ҡәбергә тығыу ҙур ҡайғыға, ғазапҡа һалыу.
□ Свести в могилу.
ҠӘБЕР ҒАЗАБЫ и. ҡар. гүр ғазабы. ■ Әммә уға [егеткә] теге донъяла зинаһы, ҡыҙҙы һәләкәткә этәргән гөнаһтары өсөн Алла алдында яуап бирәһе бар. Ә уға тиклем, бәлки, намыҫы уянһа, ғүмере буйы выждан, аҙаҡ ҡәбер ғазабы, унан һуң илле мең йыл буйы дауам иткән Яуап көнө, унан һуң нисә мең йыл тамуҡ утында янаһы бар. «Йәшлек», 10 апрель 2010.
ҠӘБЕРЛЕК (ҡәберлеге) (Р: кладбище; И.: cemetery; T.: kabirlik) и.
846