ҠӘБӘХӘТЛЕК
ҠӘБӘХӘТЛЕК (ҡәбәхәтлеге) (Р.: подлость; И.: meanness; T.: kabahatlik) и.
Оятһыҙ, әшәке эш; шаҡшылыҡ. □ Подлость, мерзость, гнусность. Ҡәбәхәтлек эшләу. ■ [Кинйә — һатлыҡҡа:] Баструкҡа ебәреуеңдән ҡурҡҡан юҡ. Ундай ҡәбәхәтлекте куп ҡылдығыҙ. Ғ. Ибраһимов. Ул [Ғәли] был эштең онотолған бер енәйәт, ғәфу ителмәҫлек бер ҡәбәхәтлек икәнен бик асыҡ белде. М. Ғафури.
ҠӘҒБӘ [ғәр. (Р.: Кааба; И.: the
Kaaba; T.: Kâbe) и.
1. (баш хәреф менән) дини. Мәккә ҡала-һындағы ғибәҙәтхана. □ Кааба. ■ Иң элек Тәңре өйө Ҡәғбәгә барып, уны ете әйләнеп, яҙығын йолағас, [Мораҙым] атаһы янына килә, унан бәхиллек һорай. «Иҙеүкәй менән Мораҙым».
2. кусм. Изге күреп, күңел арнаған, табынған нәмә. □ Предмет поклонения, святыня. ■ Рухым ҡәғбәһе ул халҡым юлы — Арҡайымдан алып әлегәсә. Тоҡомомда мөхәббәт, тул сәсә. Иң ҡәҙерле, изге: ул — әсә! X. Назар. Ҡәғбә итеп һине [Каруанһарай], Уралынан аҡыҡ таш ташыған олатам. Ф. Туғыҙбаева.
ҠӘҒБӘ ТАШЫ (Р: Кааба; И.: the Kaaba stone; T: Kâbe) и.
(баш хәреф менән) Ҡәғбәнең мосолмандар табына торған ҡара ташы. □ Кааба. ■ Мин тауҙарҙы Ҡәғбә ташы итеп табынырға әҙер. Р. Бикбаев.
ҠӘҒБӘТУЛЛА и. дини. ҡар. ҡәғбә 1. Ҡәғ-бәтуллаға барыу.
ҠӘДӘМ [ғәр. и. иҫк. кит.
1. ҡар. аяҡ I, 1. ■ Хөрмәтле йортҡа уҙҙәренең бысраҡ ҡәдәмдәрен баҫтылар. И. Насыри.
2. ҡар. аҙым. ■ Мәрхәбә, ҡоролтайға утлы сәләм, мәрхәбә, ил ҡәдәме — ҡотло ҡәдәм. Ш. Бабич.
ҠӘҘЕР [ғәр. >*] (Р.: ценность; И.: value; T: kadir) и.
1. Тормоштағы урын һәм әһәмиәттән килгән баһа. □ Ценность, цена. Ҡәҙерен белеу. Аш ҡәҙерен белеу. Донъя ҡәҙерен белеу.
Мал ҡәҙерен белеу. ■ Мин куҙһеҙҙе бирҙем ергә — куҙ ҡәҙерен белһен куҙле. Мин телһеҙҙе бирҙем ергә — һуҙ ҡәҙерен белһен һуҙле. Р. Бикбаев. • Ишек алдынан аҡҡан һыуҙың ҡәҙере юҡ. Әйтем. Аҙҙың ҡәҙерен белмәгән куптең ҡәҙерен белмәҫ. Мәҡәл. Бар нәмәнең ҡәҙере юҡ. Әйтем. Ир ҡәҙерен ил белер. Мәҡәл.
2. Баһалауҙан килгән иғтибарлы мөнәсәбәт; хөрмәт. □ Достоинство; уважение, почтение, почёт. Ҡәҙер курһәтеу. Ҡәҙер һаҡлау. ■ [Кәһкәһә — Нәркәскә:] Балам, куңелең хуш булһын, егеткә бирәм теләген, һинең ҡәҙерең тағы артһын, куреп сыҡһын байлығым. «Аҡбуҙат». Ҡулдарыңда тулы саҡта туҫтағың, ҡалмаһындар ҡайғыға балаларың. Кәмемәһен килә торған хиссаларың, ҡәҙер менән ғумер һөргән саҡтарыңда. М. Өмөтбаев.
♦ Ҡәҙере китеү {йәки ҡалмау) баһаһы төшөү, ҡәҙерһеҙләнеү. □ Обесцениваться. ■ Әсәнән алыҫлашҡан бала аҙа, әсәлек ҡәҙере киткән ил туҙа. Р. Солтангәрәева.
ҠӘҘЕР-ҒИЗЗӘТ и. йыйн. ҡар. ҡәҙер-хөрмәт. Ҡәҙер-ғиззәт курһәтеу. Ҡәҙер-ғиззәт итеу.
ҠӘҘЕР ИТЕҮ (ҡәҙер ит-) (Р: почитать; И.: respect; revere; T: saymak) ҡ.
Ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеү. □ Почитать, уважать кого', ценить кого, что. ■ [Муйылбикә: ]Киленгә һуҙем юҡ, ҡәҙер итеп тора. һ. Дәүләтшина. Кук айғырҙы алғас, батша Икмәкбайҙы элеккегә ҡарағанда ла нығыраҡ ҡәҙер итә башлаған. Әкиәттән.
ҠӘҘЕР КИСЕ и. дини. ҡар. ҡәҙер кисәһе. ■ Рамаҙан айының 27-се тәулегендә мосолмандар Ҡәҙер кисен билдәләй. Интернет селтәренән.
ҠӘҘЕР КИСӘҺЕ (Р: вечер, когда раскрывается купол неба; И.: Moslem magical night; T.: Kadir Gecesi) и. дини.
1. Рамаҙан айының 27-се кисендә үткәрелә торған дини байрам (был кистә ҡылған гөнаһтар өсөн Алланан ярлыҡау һорайҙар һәм Ҡөрьән уҡыйҙар). □ Ночь могущества и предопределения (мусульманский праздник,
848