Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 849


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠӘҘЕРЛӘНЕҮ
отмечаемый на 27-й день месяца рамадан; в эту ночь принято просить прощения у бога за совершённые грехи и читать Коран).
2. миф. Ышаныуҙар буйынса, күк ҡабағы асылған төн. □ По представлениям башкир, вечер, когда раскрывается купол неба. ■ Ҡәҙер кисәһе — кук ҡабағы асылған кис, бәхетле кешегә генә куренә. Башҡорт мифологияһынан. Ағиҙелкәйҙәрҙең аҡ кубеген аҡ һабындай итеп йыуҙыңмы? Ҡашкынайың ҡара, буйың зифа, ҡәҙер кисәһендә тыуҙыңмы? Халыҡ йырынан.
ҠӘҘЕРЛЕ (Р.: ценный; И.: valuable, costly; T.: pahalı, değerli) c.
1. Әһәмиәткә, баһаға торошло; баһалы.
□ Ценный, дорогой, драгоценный. Ҡәҙерле китап. Ҡәҙерле яҙма. ■ Ҡәҙерле минуттар, ҡайҙа һеҙ? — Ҡәҙерле минуттар ҡаршыла. Ҡәҙерле минуттар иң бейек, иң яҡты киләсәк тауының башында! Р. Назаров. Әбей ҡәҙерле буләктәргә зыңғырлап торған матур тауышлы бәләкәй генә еҙ ҡыңғырау тағып ебәргән. Ф. Янышев. • Төлкө тиреһе менән ҡәҙерле. Әйтем.
2. Күңелгә бик яҡын; аяулы, ғәзиз.
□ Дорогой, бесценный, ненаглядный. Ҡәҙерле кеше. Ҡәҙерле бала. ■ [Ҡыҙ — Хөсәйендең ағаларына:] Һеҙҙең ҡәҙерле ҡустығыҙ, минең һөйөклө ирем Хөсәйен вафат булды. Әкиәттән. Оҙаҡ йылдар буйы файҙаһын кургән әйберҙән айырылыу, ҡәҙерле кешеңде юғалтҡан һымаҡ, ауыр була икән. Ш. Янбаев. Асыу, ҡәҙерле кешең өсөн ус алыу тойғоһо аңыңды тиҙ яулай шул, аҡылыңа килеп өлгөргәнсе эшләп тә ҡуйыуың ихтимал. Г. Яҡупова. • Ыласын ҡошҡа һауа ҡәҙерле, сапҡан атҡа дала ҡәҙерле, ата-инәгә бала ҡәҙерле. Мәҡәл.
3. Оло баһаға, иғтибарлы мөнәсәбәткә лайыҡлы; хөрмәтле. □ Дорогой; почитаемый, уважаемый, достопочтенный. Ҡәҙерле ҡунаҡ. ■ Ҡәҙерле ҡунаҡҡа һый-хөрмәт курһәтеу өсөн, Сарыбай бер нәмәһен дә аямай. «Ҡуҙыйкүрпәс». Сыу аҡай әбей ауылда — оҫта кендек әбейе лә, им-томсо ла, һәр өйҙә ҡәҙерле ҡунаҡ та. 3. Биишева. Әуәле
батыр, мәргән һунарсылар ауылдың иң ҡәҙерле, иң хөрмәтле кешеләре иҫәпләнгән. Н. Мусин. • Ҡунаҡ ҡәҙерле булһа, ҡаҙан тиҙ ҡайнай. Мәҡәл.
4. Рәсми телдәге ололау һүҙе; хөрмәтле. □ Дорогой; почитаемый, уважаемый, многоуважаемый. Ҡәҙерле дуҫтар. Ҡәҙерле коллегалар. ■ [Тулыбай:] Ҡәҙерле һайлаусылар, .. һеҙ, һис икеләнмәйенсә, июль айында буласаҡ һайлауҙарҙа халыҡтың иң лайыҡ улдарының береһе Ҡаҙнабаев Ғәйнияр Ғәй-нулловичҡа тауыш бирегеҙ. Д. Бүләков. [Ирдәуләт:] Иптәштәр! Ҡәҙерле ауылдаштар! Быуайыҡ беҙ Тәрәнйылғаның юлын, уның у ҙән соҡорон кумеп тигеҙләп, киң матур урам итәйек. Р. Байымов. [Халыҡ:] Ҡәҙерле Урал атабыҙ, һин шул һыуҙы эсеп ебәр ҙә улемдең ни икәнен белмәй .. йәшә! «Урал батыр».
5. Иң яҡшы тип һаналған. □ Самый лучший. ■ [Рифҡәт — Менәуәрәгә:] Иң ҡәҙерле урын һиңә булыр, ә беҙгә берәй мөйөш табылыр әле. Н. Мусин. Эсе аҡтарылып ятҡан мендәрҙәрҙең, бығаса Сәрбиямал-дыңуҙенән башҡа бер кемдең ҡулы теймәгән бай, ҡәҙерле урын-ерҙең, туҙып, ошо хәлгә килеуе Емеш өсөн дә ҡыҙғаныс ине.
3. Биишева.
6. эйл. ф. ҡар. ҡәҙерлем. Яратып, иркә-ләп йәки ихтирам менән әйтелә торған мөрәжәғәт һүҙе. □ Дорогой, дорогая, дорогие. Ҡәҙерлем, һылыуым. ■ [Таңһылыу:] Һаумы, Фәнисәкәйем, ҡәҙерлем минең — иң яҡын әхирәткәйем. Р. Камал. [Сәхи:] Ҡәҙерлеләрем, атай, әсәй! Бығаса төплө генә адресым булмағанлыҡтан, хат яҙа алманым. М. Ямалетдинов.
ҠӘҘЕРЛӘНЕҮ (ҡәҙерлән-) ҡ.
1. төш. ҡар. ҡәҙерләү, страд, от ҡәҙерләү. ■ Һалдат бында [армияға] килгәс, утә ҡәҙерләнеп киткән ата-әсәһе менән дә, дуҫ-иштәре менән дә, ил һағына киткән саҡта оҙатып ҡалған ҡыҙҙары менән дә шул хат аша хәбәрләшә, серләшә. Н. Мусин.
2. Ҡәҙерлегә әйләнеү. □ Становиться ценным. ■ Йылдар уткән, йәштәре артҡан
849