Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 850


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠӘҘЕРЛӘҮ
һайын [Морат менән Азаматтың] осрашыуҙары ла һирәкләнә, һирәкләнгән һайын ҡәҙерләнә бара. Р. Солтангәрәев. Торған һайын көндәр ҡәҙерләнә бара, тимәк, ҡартлыҡ менән яҡыная ара. Ҡ. Даян.
ҠӘҘЕРЛӘҮ (ҡәҙерлә-) (Р.: ценить кого, что; И.: appreciate; value; T.: değer vermek) ҡ.
1. Әрһеҙләмәй, һаҡлап, баплап тотоу.
□ Ценить кого, что, дорожить кем, чем, относиться бережно к кому, чему. Кейемде ҡәҙерләп һаҡлау. ■ Батша буләк иткән шәпле тунды Салиха әбей ҙур хөрмәтле ҡунаҡҡа барғанда ғына, байрамдарҙа ғына ҡәҙерләп кейгән. Риүәйәттән. Аҙна уткәндә, теге егет ҙур ғына төйөнсөктә шағирҙың кейем-һалымын, ҡәҙерләп һаҡлаған китаптарын килтерҙе. Ә. Хәкимов.
2. Ғәзиз күреп, аяу; һаҡлау. □ Ценить, лелеять, относиться бережно. Баланы ҡәҙерләп аҫрау. М Уҡытыусы — ниндәй гузәл исем! Кеше итеп һине әҙерләй. Тормоштоң ул көрәшсеһе итә, кескенәнән һөйә, ҡәҙерләй. Т. Ғәниева. Тыуған яғының ана шундай матур тәбиғәте әҙиптә бала сағынан уҡ тәбиғәткә һөйөу, ер-һыуҙы ҡәҙерләу, гузәллек тойғоһо тәрбиәләгән булыр. Ғ. Хөсәйенов. [Йәмил — Гәуһәриәгә:] Кыҙыма Алтынбөртөк тип исем ҡушам, алтын бөртөк итеп, ҡәҙерләп, хөрмәтләп, иркәләп кенә уҫтерермен куҙ нурымды! Ф. Әсәнов. • Туған телен ҡәҙерләгән халыҡ ҡәҙерле булыр. Мәҡәл.
3. Ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеү; ҡәҙер итеү.
□ Почитать, уважать, оказывать почёт. Кәҙерләп ҡаршы алыу. Кәҙерләп оҙатыу. ■ Батша һуҙен Зөләйха ҡабул ҡылды, Йо-софто ҡәҙерләне, хөрмәтләне. «Йософ ҡиссаһы». Яу ҡырында һәләк булған баҫҡынсы булыуына ҡарамаҫтан, ауыл кешеләре Бағышты бик ҡәҙерләп, тау итәгенә ерләй. Р. Өмөтбаев. • Картты ҡәҙерлә, уҙең дә ҡартайғас, ҡәҙер курерһең. Әйтем. Кешене ҡәҙерләмәгән уҙен дә ҡәҙерләмәгән. Әйтем. Илгә бирһәң ашыңды, ил ҡәҙерләр башыңды. Мәҡәл.
ҠӘҘЕРЛӘШЕҮ (ҡәҙерләш-) ҡ. урт. ҡар. ҡәҙерләү, взаимн. от ҡәҙерләү. Кунаҡ ҡәҙерләшеу.
ҠӘҘЕР ТӨНӨ и. дини. ҡар. ҡәҙер кисәһе. ■ Ул [йырсы ҡыҙ], шәл ситен ҡайтара биреп, Алдарға бер генә куҙ һирпеп алды һәм ҡәҙер төнө асылып ябылдымы ни! Н. Мусин. Кәҙер төнө асылған ваҡытта һауа ярылып асылып бара, артынан ябылып бара. Халыҡ ижадынан.
ҠӘҘЕР-ХӨРМӘТ (Р: почёт и уважение; И.: honour and respect; T.: saygı, hürmet) u. йыйн.
Кемгәлер күрһәтелгән яҡшы мөнәсәбәт, иғтибарлы тәрбиә. □ Почёт и уважение, почести. Кәҙер-хөрмәт итеу. Килгән ҡунаҡтарға ҡәҙер-хөрмәт курһәтеу. ■ Малик ишетеп был һуҙҙе ғәжәпләнде, ҡунаҡ итеп, уҙенә саҡырып алды, Йософто һәм юлдаштарын ололаны, һәммәһенә ҡәҙер-хөрмәт ҡылыр имде. «Йософ ҡиссаһы». Каҙаҡтар Сура батырға ҡәҙер-хөрмәт курһәтеп, буләктәр биреп оҙаталар. Риүәйәттән. Әуәлгесә оло ҡунаҡты ҡәҙер-хөрмәт итә белергә лә, ярай алырға ла бик кәрәк. Ғ. Хөсәйенов.
ҠӘҘЕРҺЕҘ (Р: обесцененный; И.: devaluated; depreciated; T.: değersiz) с.
1. Әһәмиәткә, баһаға торошһоҙ; кәрәкһеҙ, файҙаһыҙ. □ Обесцененный, потерявший ценность. Кәҙерһеҙ әйбер. ■ Илтуған исемле был егет, ҡара ҡыпсаҡ иленең сарыш ырыуынан һабрау сәсәндең ғумере иҫәбенә нуғай сиреуенә оҙатылып, Котлояр мырҙа ҡул аҫтындағы өс мең кешелек ҡарауыл ғәскә-рендәге иң ҡәҙерһеҙ ҡушында хеҙмәт итте. Ә. Хәкимов. [Иҫәнгилде:] Ил дә, ваҡыт та уның яҡшыһын-яманын, эреһен-вағын иләй торған. Вағы, ҡәҙерһеҙе аҫҡа төшкән, елгә осҡан, эреһе, ҡәҙерлеһе, мәңге онотолмаҫы иләк өҫтөндә, халыҡ зиһенендә, куңел турендә ҡалған. Ғ. Хөсәйенов.
2. Күңелгә яҡын түгел, аяулы түгел, ҡәҙер-хөрмәт күрмәгән. □ Непочитаемый. • Ҡәҙерһеҙ бала куп йәшәр. Әйтем.
850