ҡәҙим
3. Рәтһеҙ, йүнһеҙ (әрләгәндә, яманлағанда кешегә ҡарата әйтелә). □ Непорядочный, невоспитанный (о человеке). ■ Ихсанбай ҡәҙерһеҙ шулай ҙа: атаһының алтындары булмаһа, йөрөр инең ошо көндө... Т. Ғарипова. [Хисмәтулла — Ғәйфуллаға:] һинең бай һыйына рәхмәтең шулмы? Әйт, ҡәҙерһеҙ! Я. Хамматов.
4. Оло баһаға, иғтибарлы мөнәсәбәткә лайыҡһыҙ; хөрмәтһеҙ. □ Непочитаемый, неуважаемый, бесславный. Ҡәҙерһеҙ кеше. Ҡәҙерһеҙ ҡунаҡтар. Я [Мифтахетдин — атаһына:] Сит ерҙә, бигерәк тә ҡаҙаҡ далаларында йәшәуселәр мине ихтирам итә! Тыуған төйәгемдә, уҙ өйөмдә генә мин артыҡ, ҡәҙерһеҙ. Я. Хамматов. • Ваҡытһыҙ ҡунаҡ — ҡәҙерһеҙ ҡунаҡ. Мәҡәл.
ҠӘҘЕРҺЕҘЛЕК (ҡәҙерһеҙлеге) (Р.: бесценность; И.: valuelessness; T.: saygısızlık) и.
Ҡәҙерһеҙ булыу сифаты. □ Бесценность. ■ Хоҙай тарафынан бирелгән сәскәләй ҡыҫҡа ғумереңде лә ҡурҡыуҙа, ҡәҙерһеҙлектә уткәреу гөнаһҡа тиңдер ул. «Башҡортостан ҡыҙы», № 11, 2010.
ҠӘҘЕРҺЕҘЛӘНЕҮ (ҡәҙерһеҙлән-) (Р.: терять почёт; И.: lose honour; T.: saygisiz-laşmak) ҡ.
1. Ҡәҙерһеҙгә әйләнеү, ҡәҙере бөтөү.
□ Терять почёт, уважение. Ҡәҙерһеҙләнеп ҡалыу. Ҡәҙерһеҙләнеп китеу. Ҡәҙерһеҙләнеп тороу.
2. Баһаһы төшөү, баһаһын юғалтыу.
□ Обесцениваться, обесцениться. Я Юғарыла әйткәнсә, һин [арыш башағы] бер ваҡыт тамам ҡәҙерһеҙләнгән инең. М. Ғафури. Сығып барышлай, өләсәһенән мираҫ булып ҡалған, әсәһе ғумере буйы куҙ ҡараһылай һаҡлап тотонған тегеу машинаһының ҡәҙерһеҙләнеп аяҡ аҫтында ултырыуына йәне әсеп ҡуйҙы Дилбәрҙең. Г. Ғиззәтуллина. Шул ағастарҙың төптәрендә генә әллә кемдәрҙең ғәзиз балаларының ҡәҙерле кәуҙәләре ҡәҙерһеҙләнеп, ҡанһырап ятыр. Д. Юлтый.
3. Тәртипһеҙләнеү, әҙәпһеҙ тотоу. □ Бесстыдничать, вести себя вульгарно. Ҡәҙерһеҙләнеп китеу. Ҡәҙерһеҙләнеп бөтөу.
ҠӘҘЕРҺЕҘЛӘҮ (ҡәҙерһеҙлә ) (Р: обращаться небрежно с чем-, И.: treat carelessly; T: saygısızlık etmek) ҡ.
1. Баһаламай, һаҡламай тотоу; ҡәҙерен ебәреү. □ Обращаться небрежно с чем, не ценить что. Ҡулъяҙманы ҡәҙерһеҙләп һаҡлау. Я [Әхмәҙиә — Басариевҡа:] Әле музейҙарҙың рәте-сираты юҡ, [әйберҙәрҙе] ҡәҙерһеҙләп юғалтып бөтөрҙәр, тинем. Р. Солтангәрәев.
2. Хөрмәт итмәү. □ Не уважать, не дорожить. Кешене ҡәҙерһеҙләу. Ҡәҙерһеҙләп бөтөу. Ҡәҙерһеҙләп тороу. Я [Бөҙрә Фәтҡулла:] Шамилов иптәш! Ҡәҙерле башыңды ҡәҙерһеҙләп йөрөгәнсе, уҙ эшеңде ҡарар инең. Ә. Хәкимов. [Исмәғил:] Имам тигән оло исеме, мөҙәрислеге, ҙур абруйы булған хәҙрәткә бысағымамы икән был донъя хәстәре, әҙәм ыҙалап, уҙен ҡәҙерһеҙләп. Ғ. Хөсәйенов.
3. Сит күреп, яратмай ҡарау. □ Обращаться небрежно с кем. Баланы ҡәҙерһеҙләу.
ҠӘҘИМ [ғәр. (Р: древность; И.: antiquity; T: kadim) и. иҫк.
1. Боронғо заман, элекке ваҡыт. □ Древность, давние времена. / Древний, давний, старинный. Я Европаның боронғо тәуарих эйәләре: «Башҡорт ҡәҙим дә Урал тауының көнсығышында, Иртыш буйындараҡ йәшәгән, баскатир исемләнгән», — тип әйткәндәр. М. Өмөтбаев. Етмәһә, [Камилдың] фамилияһы ла атаһыныҡы тугел, олатаһының ҡәҙимдән килгән атамаһы. Ә. Хәкимов.
2. ҡар. ҡәҙимселек. Ҡәҙим муллаһы. Ҡәҙим мәҙрәсәһе. Я Дин һабаҡтары утелһә лә, кадет корпусы ҡәҙим мәҙрәсә тугел инде. Ғ. Хөсәйенов. Еөмумән, башҡорт, ҡаҙаҡ, татар донъяһында иҫке ҡәҙим мәҙрәсәләрҙе заман талаптарына ярашлы итеп уҙгәртеп ҡороу мәсьәләһе кутәрелгән бер ваҡытта уларҙың был ынтылыштарын башланғыс мәктәптәр буйынса Уралда практик рә-уештә уткәреусе кеше Аҡмулла була. Ә. Вилданов.
851