ҠӘҘИМГЕ
ҠӘҘИМГЕ (Р.: древний; И.: ancient; antique; T.: kadim) с.
1. Элекке, әүәлге. □ Древний, старинный; прежний, старый, давний. Ҡәҙимге осор. ■ Ҡужай ауылы янында Уй йылғаһы буйындағы бер ташта ҡәҙимге бер даға эҙе бар. Легенданан. Ҡәҙимге тумәр умарталар ғына бер нигә лә бирешмәгән. Ғ. Хөсәйенов. Мин уның [өләсәйемдең] эргәһенә һыйынып ҡына ҡәҙимге тормоштары, уның йәш сағы хаҡындағы хәтирәләрен тыңларға бик яратам. М. Садыҡова.
2. Ғәҙәткә ингән сифат, баһаға ярашлы; ғәҙәти. □ Обычный, привычный, обыкновенный, ординарный. Ҡәҙимге көн. ■ Ҡоро саҡта ҡәҙимге тап-таҡыр юл, мулыраҡ ысыҡ төшһә лә, йукәһен һыҙырып алған һалабаш ҡабығынан да яман, шыйғалаҡланып тик ята. Ш. Янбаев. Буйға ул [әҙәм]ҡәҙимге кешенән саҡ ҡына оҙонораҡ, уҙе ҡуңыр йөҙлө. «Алдар менән Зөһрә». Төнгө саф һауаны һулап алғас, ул [Ядкәр баҫҡаҡ] уҙенең ҡәҙимге хәленә ҡайтҡанын тойҙо. К. Мәргән. Ҡәҙимге таҙа һыуҙан да ҡаҙан эсенә юшҡын ултыра. Д. Бураҡаев.
ҠӘҘИМГЕСӘ (Р.: по-прежнему; И.: as before; as of old; T.: eskisi gibi) р.
1. Элеккесә, әүәлгесә. □ По-прежнему; по-старому. Ҡәҙимгесә донъя көтөу. Ҡәҙимгесә фекер йөрөтөу. ■ Алсынбай — ул иҫке фекерле, ҡәҙимгесә донъя көткән урта хәлле крәҫтиән. Ғ. Хөсәйенов.
2. Ғәҙәткә ингән рәүешсә; ғәҙәтисә. □ По обыкновению, как обычно. Ҡәҙимгесә йәшәу. Ҡәҙимгесә эшләу. ■ Көндөҙ ҡояш ҡәҙимгесә ҡыҙҙырһа ла, төнгә табан туңдыра. Ф. Аҡбулатова. Шулай, ҡәҙимгесә, Ҡу сэр хан менән Ҡусмәҫ хан һунарҙа йөрөйҙәр ине, ти. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу». Устарыма алдым ҡара тупраҡ, нимә икән был, тип, ҡарама. Ҡәҙимгесә ҡара тупраҡ ҡына, тик мөғжизә унда ярала. К. Кинйәбулатова.
ҠӘҘИМИ [ғәр. (Р: давний; И.: of long standing; T.: kadim) c.
1. иҫк. Иҫке, боронғо. □ Давний, древний, старинный. Ҡәҙими ваҡыт. М [Ба
тырша:] Ата-бабаларыбыҙҙың ҡәҙими замандан бирле торған ер-һыуҙарын ирек ҡуйып ҡәлғәләр вә завуттар төҙөмәк, .. кафырҙарға ярҙамсы булып ислам йәмәғәттәрен бихеҙмәт вә бинаһәйә хур вә яфалар ирештермәкдән .. тәүбә итегеҙ! Ғ. Хөсәйенов.
2. тар. Ҡәҙимселеккә бәйле, ҡәҙимселеккә ҡараған. □ Кадимистский, относящийся к кадимизму. Ҡәҙими мәҙрәсә. ■ Улар [проекттар] ҡәҙими мәҙрәсәләрҙе өр-яңыса уҙгәртеп ҡороуҙы, яңы тип мәктәптәр асыуҙы, схоластикаға ҡоролған иҫке ысул урынына яңы ысул менән уҡытыуҙы алға һөрәләр. Ғ. Хөсәйенов.
3. тар. Ҡәҙимселек яҡлы, иҫкелек яҡлы булған. □ Кадимист, сторонник кадимиз-ма. Ҡәҙими кеше.
4. ҡар. ҡәҙимге 2. ■ Кешеләрҙе табындырыр хәлгә еткерер нуры юҡ икән хәҙер йөҙөндә [Йософтоң], ҡәҙими әҙәм балаһы булған да ҡалған. «Йософ ҡиссаһы».
ҠӘҘИМСЕ (Р: кадимист; И.: follower of Qadimism; T.: Kadimci) и. тар.
Ҡәҙимселек яҡлы кеше. □ Кадимист, сторонник кадимизма. ■ Шул ерлектә иҫкегә сат йәбешкән ҡәҙимселәр менән яңылыҡты уҡытыуҙа ысулы йәҙитте яҡлаған йәҙитселәр араһында көрәш ҡыҙып китә. Ғ. Хөсәйенов.
ҠӘҘИМСЕЛЕК (ҡәҙимселеге) (Р: ка-димизм; И.: Qadimism religious trend; T.: Kadimcilik) и. тар.
XIX быуат аҙағында мәғрифәттә йәҙит-селеккә ҡаршы барлыҡҡа килеп, иҫкелекте, уҡытыуҙа дини-схоластик методтарҙы ҡулланыуҙы яҡлаған ағым. □ Кадимизм (возникшее в конце XIX века как противопоставление джадидизму течение, сторонники которого защищали старые религиозно-схоластические методы в обучении). Ҡәҙимселек менән йәҙитселек араһында көрәш. ■ Бында [Троицкиҙа] ул [Таһиров] шәкерттәрҙең ҡәҙимселек хәрәкәтенә ҡушыла, 1906 йылда иһә, Рәсәйҙең Беренсе Дәүләт Думаһына һайлауҙар ваҡытында
852