Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 853


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠӘҘӘРЕМ
мәҙрәсәлә укыусы йәштәрҙең митингыһын ойоштороусыларҙың береһе булараҡ, полиция эҙәрлекләуенә эләгә. Р. Шәкүр. XIX быуаттың икенсе яртыһында мәҙ-рәсәләрҙәге ҡәҙимселекте кире ҡаҡҡан ҡараштар көсәйеп китә. Ғ. Хөсәйенов. XIX быуат аҙаҡтарында донъяуи фәндәрҙе уҡытыуға иғтибар арта төшһә лә, ҡәҙимселек традициялары шаҡтай көслө булған. В. Әхмәҙиев.
ҠӘҘРӘТ ИТЕҮ (ҡәҙрәт ит-) ҡ. диал. ҡар. ант итеү. Яҡшы уҡырға ҡәҙрәт итеу. Ата-бабаларҙың йолаларын һаҡларға ҡәҙрәт итеу.
ҠӘҘӘР I [ғәр. >5] (Р.: до, вплоть до; И.: down to, up to; T: kadar) бәйл.
1. Төбәү килештәге һүҙҙәр менән килеп, ара, ваҡыт сиген белдерә; саҡлы, тиклем. □ До, вплоть до; пока не... (пос-леслог с дат. п., выражает предел в пространстве и времени). Осрашыуға ҡәҙәр. Таңға ҡәҙәр. Ҡайтҡанға ҡәҙәр. ■ Ҡаялар, упҡындар аша беҙ уткән юлдар хәтәр. Ләкин кутәрелдек тауҙың иң бейегенә ҡәҙәр. М. Кәрим. Быға ҡәҙәр өҙөлмәй ҡалған миләштәр тупылдашып ергә ҡойолдо. Ф. Әсәнов. Аҡ батшанан килде хәбәр, Оло башҡорт йортона ҡәҙәр. Оран алды бар ырыуҙар, йыйылдылар рәт-рәт улдар. Бәйеттән. • Кеше кейеме кискә ҡәҙәр. Мәҡәл.
2. Ниҙеңдер яҡынса самаһын, иҫәбен күрһәткәндә ҡулланыла. □ Как, подобно, с, по; словно, будто, около, столько... сколько. Етерлек ҡәҙәр. Мөмкин ҡәҙәр. Хәлдән килгән ҡәҙәр. ■ [Имаметдин — Солтанға:] Мөмкин тиклем йырағыраҡ, мөмкин ҡәҙәр төпкөлөрәк урынға инергә кәрәк. Ғ. Хисамов. [Ғәлиулла:] Колхоздағы төҙөлөш өсөн иң яҡын, иң уңайлы ерҙән кәрәк ҡәҙәр ағас бу леп бирергә әҙер улар [таныштарым]. И. Ғиззәтуллин.
3. Ҙурлығы, размеры йәһәтенән кемгәлер, нимәгәлер тиңләшкән башҡа бер нәмәне, кешене күрһәткәндә ҡулланыла. □ Как, подобно, с, по. ■ Ҡәнәғәт булып уткәндәрем
менән тынысланып ҡалһам әгәр ҙә, булмаҫ ине минең йәшәуемдең кәрәклеге тамсы ҡәҙәр ҙә. М. Тажи. • һөйләшә белмәгән ауыҙҙан суҡмар ҡәҙәр һуҙ сыға. Әйтем.
♦ Был ҡәҙәр (ҡәҙәре, ҡәҙәрле) был тиклем дә, бик ныҡ. □ Так, настолько. ■ Үҙ йомошо был ҡәҙәр тиҙ утәлер, тип ул [Хөрмәт] һис уйламағайны. Яр. Вәлиев. Был ҡәҙәре йыһаз [ҡыҙҙың] уҙенең атаһы батшала ла юҡ икән, ти. Әкиәттән. Шул ҡәҙәр (ҡәҙәре, ҡәҙәрле) шулай уҡ, шул тиклем үк (ҡаршы ҡуйып сағыштырғанда әйтелә). □ Настолько. К Бына бер саҡ, ер тырнап укереп, хандың ете йәшәр угеҙе килеп сыға. Ҡуҙен ҡан баҫҡан, мөгөҙө менән ерҙе тишә, шул ҡәҙәр ажарлана, курһәң, ҡотоң осорлоҡ! Әкиәттән. Мунса индем, сабындым, еләнемде ябындым, ашау утмәй, йоҡо алмай, шул ҡәҙәрле һағындым. Халыҡ ижадынан. Тарланбот Турат шул ҡәҙәре йөрөк ат булған:ул сапҡан ваҡытта, утуры-нындай итеп, ерҙе әйләндереп китер булған. «Иҙеүкәй менән Мораҙым». Әллә ни ҡәҙәр (ҡәҙәре, ҡәҙәрле) бик күп. □ Очень много. ■ Зөләйханың атаһы, ҡыҙын Мысыр иленә оҙатҡанда, дөйәләргә әллә ни ҡәҙәре мал, байлыҡ тейәп оҙата. «Йософ ҡиссаһы».
ҠӘҘӘР II [ғәр. j^| и. иҫк кит. ҡар. яҙмыш.
ҠӘҘӘРЕ бәйл. ҡар. ҡәҙәр I. ■ Иртән сәғәт ун берҙәргә ҡәҙәре йылы ямғыр һибәләне лә, болоттар таралып, аяҙытып ебәрҙе. Ф. Иҫәнғолов. Ниндәй генә төп шикелле йыуан, мыҡты, ат ҡәҙәре ҙур, көслө кешеләрҙе тотоп бәрмәне, кемдәрҙе генә һә тигәнсе әйләндереп һалманы ул [Ғәбделхалиҡ]! Ғ. Лоҡманов.
ҠӘҘӘРЕМ бәйл. һөйл. ҡар. ҡәҙәр I, 1—3. ■ Ҙур ине суртан, ғәләмәт ҙур ине... Малайҙарҙың беләк буйы ҡәҙәрем. Р. ҠолДәүләт. Роман ни ҡәҙәрем генә арыу егет куренмәһен, ҡыҙын уға мәңге бирәсәге юҡ Торомтайҙың. Н. Мусин. Шул ҡәҙәрем танһыҡ булып киткән яҡты донъяға баҡты ла [Айбулат], туғандары менән яҡындарының йөҙҙәрен куреу бәхетенә иреште. И. Но-ғоманов.
853