ҠАҘЫНЫУ
ҡаҙыҡ теш урынына сираттағы ярҙамсы теш уҫеп сыға. «Йәшлек», 16 июль 2009.
ҠАҘЫЛДЫҠ I (ҡаҙылдығы) и. геол, ҡар. ҡаҙылма I. Файҙалы ҡаҙылдыҡтар. Мәғдән ҡаҙылдыҡтары. Минераль ҡаҙылдыҡтар.
ҠАҘЫЛДЫҠ II (ҡаҙылдығы) с. геол, ҡар. ҡаҙылма II. Ҡаҙылдыҡ хайуандар. Ҡаҙылдыҡ һөйәктәр. Ҡаҙылдыҡ мамонт, айыу һөлдәһе. Ҡаҙылдыҡ кеҫәртке.
ҠАҘЫЛМА I (Р.: полезные ископаемые; И.: minerals, fossils; T.: mineraller) и.
Файҙалы ҡаҙылдыҡтар; ер аҫтынан табылған мәғдән йәки башҡа нәмә. □ Полезные ископаемые. Файҙалы мәғдән ҡаҙылмалары. Файҙалы ҡаҙылмалар табыу. Ҡаҙылма ятҡылығы.
ҠАҘЫЛМА II (Р: ископаемый; И.: fossil; T.: fosil) с.
Ер аҫтынан ҡаҙып алынған. □ Ископаемый. Ҡаҙылма минералдар. Ҡаҙылма байлыҡтар сығарыу. Ҡаҙылма мамонт һөйәктәре.
ҠАҘЫЛМА III (Р: рытвина, яма на дороге; И.: rut; T.: çukur) и. диал.
Юлдағы соҡор, һикәлтә. □ Яма на дороге. Ҡаҙылмаға төшөп китеу. Ҡаҙылмаларҙан машиналар боҙола.
ҠАҘЫЛЫҠ (ҡаҙылығы) (Р: конское сало; И.: horse flesh lard; T.: kazı) и.
1. анат. Йылҡы малының ҡабырға һәм ҡорһаҡ ите өҫтөнә үргән майы; ҡаҙы.
□ Конское сало, покрывающее брюшину и рёбра. ■ Урман ҡарауылсыһы ризалашып башын ҡаҡты ла оя эсенән кук бейәне алып сыҡты. Ҡаҙылығы бер ая булырҙыр, тип бармаҡтарын ҡыҫҡан усын йәйҙе. Я. Хамматов.
2. Шул майҙы тоҙлап, тәмләп, эсәк эсенә тултырып яһаған ашамлыҡ; ҡаҙы.
□ Домашняя колбаса из конского жира с мясом. Ҡаҙылыҡ тултырыу. Ҡаҙылыҡ телеу. ■ Ҡаҙылыҡтың һөйләштәрҙә бу-тәнсә исемдәре лә бар. Әйтәйек, Ҡыҙыл йылғаһы буйында уны мысай, төньяҡ-көнсығыш һөйләштәрҙә бөйәт, Силәбе әлкәһенең
Арғаяш районында, Мейәс, Дим буйҙары башҡорттарында тутырма, тутырмыш тип тә атап йөрөтәләр. «Башҡортостан», 21 июль 2011. Атаһы оло ҡаҙылыҡ киҫәген, ит араһынан алып, айырым тәрилкәгә һалды. Ф. Янышев.
ҠАҘЫЛЫУ (ҡаҙыл-) ҡ. төш. ҡар. ҡаҙыу 1. страд, от ҡаҙыу 1. Ҡаҙылған соҡор.
ҠАҘЫНДЫ (Р: выкопанный; И.: dug out; T.: açılan yer) c.
Ҡаҙып сығарылған. □ Выкопанный (о земле). Ҡаҙынды ер. Ҡаҙынды өйөмдө таратыу. Ҡаҙынды һөйәктәр.
ҠАҘЫНДЫҠ с. ҡар. ҡаҙынды. М Ҡалҡыулыҡтағы ҡаҙындыҡ соҡор эҙҙәрен әлегәсә төҫмөрләргә мөмкин. Й. Солтанов.
ҠАҘЫНЫУ (ҡаҙын-) (Р: копаться; И.: dig here and there; T.: kazmak) ҡ.
1. Бер ерҙә соҡсоноп ҡаҙыу. □ Копаться, рыться. // Копание. Баҡсала ҡаҙыныу. М Сәлмән эшләй, тирләп-бешеп ҡаҙына, ә Ҡәмән менән Сәмән ҡояшта ҡыҙына, ти. Әкиәттән. • Ҡаҙынған ҡарға ҡар аҫтынан ҡалъя тапҡан. Мәҡәл.
2. кусм. Эҙләнеү; төпсөнөү, ныҡышмалылыҡ менән ниҙелер өйрәнеү. □ Копаться, рыться, долго изучать. Архивта ҡаҙыныу. Ижади ҡаҙыныу. Ҡағыҙҙар араһында ҡаҙынып ултыра. Финанс органдары оҙаҡ ҡаҙынды унда. ■ Тик алтын һуҙ табыр осон тейеш һәр кем ҡаҙынырға. Н. Нәжми. [Зәки Вәлиди] йөҙәр йылдар буйы кеше ҡулы теймәгән боронғо һәм урта быуаттар ҡулъяҙмаларында ҡаҙынып ултырғанда Ибн Фадландың уҙ ҡулы менән яҙылған төп нөсхәһенә юлыға. Ғ. Хөсәйенов.
3. археол. Кешелек йәмғиәтенең үткәненән һаҡланып ҡалған матди ҡомартҡыларҙы ҡаҙып алыу. □ Раскопать. //Раскопка. Археологик ҡаҙыныуҙар. ■ Археологик ҡаҙыныуҙар һөҙөмтәһендә Юшалы-Учалы ерендә беҙҙең эраға тиклем 1800—800 йылдарҙа уҡ кешеләр йәшәгәне асыҡланған. «Башҡортостан», 9 июль 2011. Буласаҡ һыуһаҡлағыс урынында археологик ҡомартҡылар эҙләу ойошторорға
93