ҠАҘЫР ТӨНӨ
кәрәк ине. Шунда 2,5 ай буйына ҡаҙынып яттыҡ. «Йәшлек», 16 август 2008.
ҠАҘЫР ТӨНӨ и. дини. диал. ҡар. ҡәҙер төнө. Ҡаҙыр төнөндә кук ҡабағы асыла, тиҙәр.
ҠАҘЫСӘЙ (Р.: осот белый; И.: gutweed species; T.: eşek marulu) и. бот. диал.
Һөтлө билсән. □ Осот белый (лат. Sonchus arvensis). Баҡсаны ҡаҙысәй баҫҡан. Ҡаҙысәй йәй уртаһынан сентябргә тиклем сәскә ата.
ҠАҘЫТЫУ (ҡаҙыт-) ҡ. йөкм. ҡар. ҡаҙыу. понуд. от ҡаҙыу. Соҡор ҡаҙытыу. ■ Хан ҡырҡ таяҡ тәрәнлегендә бер баҙ ҡаҙытҡан, шунда утын тултыртҡан, иреткән ыҫмала ҡойҙортҡан. Халыҡ ижадынан. Хандың бәләкәй ҡыҙы, атаһының һандығынан бик куп алтын аҡсаларын алып, йәшерен рә-уештә кешеләр яллап, зинданға туралап, ер аҫтынан юл ҡаҙыта. «Алпамыша».
ҠАҘЫУ (ҡаҙ-, ҡаҙы) (Р.: копать; И.: dig; T.: kazmak) ҡ.
1. Ерҙең өҫтөн аҡтарып, өңөп, соҡор яһау. □ Копать, рыть. Баҙ ҡаҙыу. Ҡәбер ҡаҙыу. Нигеҙ ҡаҙыу. ■ Заятуләк Балҡан-тауҙың башына һөңгөһө менән ҡәбер ҡаҙый. Халыҡ ижадынан. Был һыуҙы йырмайынса, эшләп булмаҫ, ахыры, — тине лә Сәйфетдин, ҡулындағы шәмде өйрәнсегенә тоттороп, тубыҡланған көйө беләк бу-йындай ҡыҫҡа ғына һаплы көрәге менән баш штрекҡа ҡарата канау ҡаҙырға тотондо. Я. Хамматов. • Уҡыу — энә менән ҡойо ҡаҙыу. Мәҡәл. Баҙ ҡаҙыһаң, ике ҡаҙы — береһе уҙеңә булыр. Әйтем.
2. Ерҙән соҡоп алыу, соҡоп сығарыу. □ Копать, выкапывать. Ҡартуф ҡаҙыу. К Ҡаҙһаң, Урал тауынан сыға торған бөткөһөҙ куп алтын-көмөш, төрлө-төрлө аҫыл таштар тигәнебеҙ ана шул Урал батырҙың аҫыл һөйәктәре, ҡиммәтле һөйәктәре икән ул. Халыҡ ижадынан.
3. Тупрағын көрәк менән соҡоп йомшартыу. □ Копать. Баҡса ҡаҙыу. Тутәл ҡаҙыу. Ағас төптәрен ҡаҙыу. М Ҡемдәр эшләй, кемдәр ерҙәр ҡаҙый, кемдәр беҙгә һыуҙар
һибәләр — шулар беҙгә дуҫтар, тинеләр. М. Ғафури.
ҠАҘЫШЫУ (ҡаҙыш-) ҡ. урт. ҡар. ҡаҙыу 1—3. взаимн. от ҡаҙыу 1—3. Малай атаһына картуф ҡаҙыша. ■ Ауыл халҡы элек берҙәм булды: бесән сабышыу, өй һалышыу, баҡса ҡаҙышыу эштәрен кумәкләп башҡарҙылар. Экспедиция материалдарынан.
ҠАҘЫЯЛ (Р.: щетинное сало конской гривы; И.: kind of horse flesh lard; T.: at yağı) и.
Йылҡы итенең ялындағы иң тәмле һаналған ҡаҙыһы. □ Щетинное сало конской гривы. Ҡаҙыял менән һыйлау. Ҡаҙыял киҫәктәре. ■ Һай, был башҡорт шундай инде, ул атһыҙ торамы ни?! Ҡаҙыял ашамайса тамағы туямы ни? Таҡмаҡтан. Рәхимә был ит өҫтөнә уҙе тураған ҡаҙыялдарын бик тигеҙләп теҙеп, .. майлы тоҙлоҡ ҡойоп әҙерләп бөткәс, ирҙәр йыйылған өлкән өйгә аш өлгөрөуе тураһында хәбәр иттерҙе. Һ. Дәүләтшина. • Арғымаҡтың билгеһе — ҡаҙылыҡ йыймаҫ, ҡаҙыял йыйыр. Әйтем.
ҠАҘ ЮЛЫ I (баш хәреф менән) и. диал. ҡар. ҡош юлы. Ҡаҙ юлы яҡтыһы. М Ҡаҙ юлы тиҙәр беҙҙә аяҙ төндә юл булып куренгән, йондоҙҙар һибелгән куктәге юлды. Экспедиция материалдарынан.
ҠАҘ ЮЛЫ II (Р: суслон; И.: stack of sheaves; T.: yığın) и. диал.
Көлтәләр өйөмө. □ Суслон. Ҡаҙ юлы ойоу. Көлтәләрҙе баҫыуҙа ваҡытлыса ҡаҙ юлына өйөп ҡалдыралар.
ҠАЖАЛ (Р.: обрыв; И.: precipice; T.: yar) и. диал.
Текә яр. □ Обрыв. Малдар ҡажалға төшкәндәр.
ҠАЖАУ (ҡажа-) (Р.: снимать корьё; И.: bark; T.: kabuğu soymak) ҡ. диал.
Нимәнеңдер ҡабығын юнып, һыҙырып алыу. □ Снимать корьё. Бурәнәне ҡажау.
ҠАЖ-ҒОЖ (Р: подражание звуку сильного кашля; И.: sound of heavy coughing; T: öksürük sesi) оҡш.
94