ҠАЗА ЙЫЛАН
♦ Аяклы ҡаза ҡайғы, хәсрәт килтергән кешегә, малға ҡарата әйтелә. □ Обуза (о человеке, скоте). ■ Был комбинашка кендегем йәбешмәгән дә баһа. Аяҡлы ҡаза булып йәшәүҙән ни файҙа. Ә. Бикчәнтәев. Председатель булманы ул, аяҡлы ҡаза булды. Н. Асанбаев. Ҡазаға ҡалыу ваҡытында үтәлмәй ҡалыу. □ Вовремя не выполняться. Ҡазаға осрау бәләгә тарыу, ҡайғы-хәсрәт килеү. □ Попасть в беду. Юлда ҡазаға осрай. Көтмәгәндә ҡазаға осрай. Эшләп йөрөгән ерҙә ҡазаға осрай. Ҡазаға тарыу ҡар. ҡазаға осрау. Ҡазаға тарыусыларҙы хәстәрләү. Көтмәгәндә ҡазаға тарыу. Ҡаза күреү бәләгә тарыу, ҡайғы-хәсрәт килеү. □ Попасть в беду. Юлда ҡаза күреү. • Шатлыҡ күрһәң, шашма, ҡаза күрһәң, аҙашма. Мәҡәл. Ҡаза ҡылыу {йәки итеү) нимәнелер ваҡытында үтәй алмай икенсе ваҡытта үтәү. □ Исполнять, выполнять. Хәйерле ҡаза булһын ҡаза күргәндә йыуатыу йәки йыуаныу өсөн әйтелә. □ Пусть беды кончатся на этом. К [Күсәр хан:] Бына тигән ике тыу бейәмдең муйынын өҙөп әрәм иттең, егет. Хәйерле ҡаза булһын инде. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу».
ҠАЗА ЙЫЛАН (Р.: пёстрая эфа; И.: kind of venomous snake; T.:benekli engerek) и.
Төньяҡ Африкала, Көньяҡ һәм Көньяҡ-көнбайыш Азияла таралған, ҡара йыландар ғаиләһенә ҡараған сыбар төҫтәге ағыулы йылан; сыбар йылан. □ Пёстрая эфа (лат. Echis coloratus). Коза йылан саҡҡан.
ҠАЗАЛАНЫУ (ҡазалан-) (Р.: оказаться в беде; И.: suffer a misfortune; T.: kazaya uğramak) ҡ.
1. Мөлкәткә зыян килеү, ҡаза килеү. □ Оказаться в беде, потерпеть урон. һыу баҫып, бөтә ауыл ҡазаланды.
2. Малға зыян килеп, ҡазаға ҡалыу. □ Подыхать, издыхать, калечиться (о животных). ■ Ике тапҡыр ат алдым, икеһе лә ҡазаланды. Д. Юлтый. Ҡырағай йәнлекте өйгә тереләй алып ҡайтһаң, өйҙәге мал ҡазалана, тине [әсәйем]. Д. Шәрәфетдинов.
ҠАЗАЛАУ (ҡазала-) (Р: обрекать на гибель; И.: doom to calamity; T.: belâya çattırmak) к.
1. Үлтереп йәки имгәтеп ҡазаға ҡалдырыу. □ Обрекать на гибель, калечить, повредить (скот, живность). Бүреләр һарыҡтарҙы ҡазалай. М Яҙ етеп, тәбиғәт йәшәреү менән, совхоз малдары йәйләүгә сығыр, йәй буйына көрәйер һәм һөт күләмен арттырыр ине. Тик уларға төпкөлдә йыртҡыс йәнлектәрҙән генә тынғы юҡ, бигерәк тә айыу йыш ҡазалай торғайны. «Башҡортостан», 1 август 2012.
2. ҡар. ҡазаланыу 2. Соҡорға төшөп, һыйырым ҡазаланы.
3. Үтәлмәй ҡалған эште икенсе ваҡытта башҡарыу. □ Осуществлять, выполнить что-л. в другое время. Ҡалған ураҙаны ҡазалау.
ҠАЗАЛЫ (Р: искалеченный; И.: maimed; T.: sakat) с.
1. Ҡазаланып имгәнгән (малға ҡарата). □ Искалеченный (о скоте). М Ярлы булыр егеткә ҡазалы мал тап булыр. Ҡобайырҙан.
2. Бәлә-ҡазаға тарыған, афәтле; бәләле. □ Бедственный. Ҡазалы саҡта ярҙам ҡулы һуҙыу. Ҡазалы ваҡиғалар. Ҡазалы ҡала.
ҠАЗАМАТ [рус. < фр. casemate] и. ҡар. каземат. М Уралдағы ҡазамат хан-вәзиргә өй булыр. «Ҡараһаҡал».
ҠАЗЕФ [ғәр. (Р: ругать; И.: berate; T.: azarlamak) ҡ.
Тиргәү, хурлау. □ Ругать, оскорблять. Ҡазеф өсөн.
ҠАЗЫЙ [ғәр. (Р: кади; И.: Qadi; Т.: kadı) и.
Шәриғәт буйынса хөкөм итеүсе рухани кеше. □ Кади (духовный судья у мусульман). М Мәҙрәсәгә инеп бер аҙ торғас, мине ҡазый саҡырып алды. М. Ғафури. Күрше-тирә ауылдарҙан килеп ятып уҡыған шәкерттәр менән мендәр туҙҙырып һуғышып йәнә бер ҡыш үткәргәс, Әптелғәлим мәҙрәсәлә ҡазый булып ала. Ф. Иҫәнғолов.
96