ҠАЙҒЫҒА ҠАЛДЫРЫУ
ҠАЗЫЙ Л ЫҠ (ҡазый л ығы) (Р.: кадий; И.: office of a Moslem judge; T.: kadı) и. иҫк.
Шәриғәт буйынса хөкөм итеүсе рухани вазифа. □ Кадий, судья (духовный). Ҡазыйлыҡка һайланды. Ҡазыйлыҡка ризалыҡ бирҙе.
ҠАИМ [ғәр. (Р: вертикальный; И.: vertical; T.: dikey) с. иҫк.
Төп-төҙ; тура. □ Вертикальный. ■ Сеу, донъя ғилеме бер сикһеҙ мишәлер, талиптары бере бер юл тишәлер, кә дин ғилеме кеби ҡаим имәстер, кисәге ғилеме ғаҡыла хуп имәстер. М. Өмөтбаев.
ҠАЙ I а. ҡыҫҡ. ҡар. кайһы I. Ҡай ваҡытта. Ҡай яҡта. ■ Әршит, техникумды ташлап, ҡай яҡҡалыр китеп юҡ булды. Ғ. Сәләм.
ҠАЙ II ымл. диал. ҡар. ҡуй II. Ҡай, улай яҙма. Ҡай, ул килешмәгән эш.
ҠАЙ III (Р: название башкирского рода; И.: a Bashkir clan subdivision; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Ырыу исеме. □ Кай (название башкирского рода). ■ [Зәки Вәлиди] Суҡлыҡай ырыуының бик боронғо Ҡай йәки Ҡайлы ҙур ырыу төркөмөнә ингәнен билдәләй. Ғ. Хөсәйенов.
ҠАЙҒЫ (Р: горе; И.: grief; T.: acı) и.
1. Күңелде ғазаплағыс, йәнде әрнеткес ауыр тойғо; хәсрәт, бәлә-ҡаза һ. б. □ Горе, печаль, скорбь; прискорбие. Ауыр ҡайғы. Ҡуп ҡайғы куреу. Ҡара ҡайғы. Тәрән ҡайғы. Ҡайғы һалыу. Я Бер ҡайғыһыҙ кеше ятып йоҡлай, беҙҙең татлы йоҡо ҡайҙа икән? Халыҡ йырынан. Бай, Сәйҙеямалдың төпкә батҡан куҙҙәренән, ҡайғынан ябыҡҡан, ослайған танауынан, көнгә янған һарғылт битенән сәнскеле куҙҙәрен алмайынса, оҙаҡ һуҙһеҙ торҙо. Я. Хамматов. 1945 йыл беҙҙең өйгә оло шатлыҡ та, онотолмаҫ ҡайғы ла алып килде. Н. Мусин. Ҡайғынан иҫемде юйырҙай ваҡыттарымда мин Хоҙайҙан гелән сабырлыҡ һораным. Г. Ғиззәтуллина. • Ҡешене эш бөтөрмәй, ҡайғы бөтөрә. Әйтем. Ата балаһы ҡайғыға сыҙаһа ла, шатлыҡҡа сыҙамай. Әйтем.
2. Ниҙелер хәстәрләгән тынысһыҙ уй; хәстәрлек, мәшәҡәт. □ Беспокойство, забота. Ҡунаҡ ҡайғыһы юҡ. Аш ҡайғыһы китте. Я Аҡназарҙың атаһы Һиҙиәт, нисек кенә байға тырышып эшләмәһен, мандый алмай улеп китте. Ул улгәс, Аҡназарға уҡыу ҡайғыһы булманы. Я. Хамматов. Юлда әсә-йемдең: «Һин юҡ саҡтарҙа иң оло ҡайғы кәбән ҡойоу була торғайны», — тип һөйләнеп барғаны .. хәтерҙә. Н. Мусин. • Бала башында бер ҡайғы, ата башында мең ҡайғы. Әйтем. Көн ҡайғыһы таңдан, йыл ҡайғыһы яҙҙан. Әйтем.
♦ Баш ҡайғыһы үҙең тураһында хәстәрлек. □ Забота о себе. • Берәуҙә баш ҡайғыһы, берәуҙә бурек ҡайғыһы. Әйтем. Башҡа ҡайғы алыу үҙ әҫтәңә хәстәрлек алыу. □ Взять на себя заботу. Үҙемдең башҡа ҡайғы алдым. Ҡайғынан баш ҡалҡытыу ҡайғынан арыныу, ҡайғыны онотоу. □ Избавление от горя, забыть горе. Я Хуш куңелле ырыу башлығыбыҙ! Байтаҡ ғумер утеп китте, купме һыуҙар аҡты ла купме елдәр иҫте. Шулай ҙа һинең ҡайғынан баш ҡалҡытҡаныңды кургән көнөбөҙ юҡ. «Алдар менән Зөһрә». Ҡайғыһы <ла> юҡ кемдер бер нәмәне һис уйламағанда, бошмағанда әйтелә. □ И горя нет (мало) кому. Ҡара ҡайғы бик ныҡ ҡайғырыу. □ Горе горькое. Ҡара ҡайғыға батыу. Ҡара ҡайғы кисереу. Я Улының уҡырға инә алмауы-на, уның уҙенән дә былайыраҡ, әсәһе ҡара ҡайғыға ҡалды, ғәҙелһеҙлекте төҙәтергә лә тырышып ҡараны. Ә. Хәкимов.
ҠАЙҒЫҒА БАТЫУ (ҡайғыға бат-) (Р.: горевать; И.: grieve; T.: kahırlanmak) ҡ.
Бик ныҡ хәсрәтләнеү, ҡайғырыу. □ Сильно горевать, печалиться. Я Германия беҙҙең илгә һуғыш иғлан иткән, тигән хәбәрҙе ишетеу менән, [халыҡ] оло ҡайғыға батты: ҡайҙа ҡарама — илаш-һыҡташ. «Йәшлек», 8 май 2008. • Уйламай баҫҡан — ҡайғыға батҡан. Мәҡәл.
ҠАЙҒЫҒА ҠАЛДЫРЫУ (ҡайғыға ҡалдыр-) ҡ. ҡар. ҡайғыға һалыу. Беҙҙе
97