Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 100


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

ЛИГА
ЛИГА II [рус. < фр. ligue] (Р.: лига; И.: league; T: lig) и. спорт.
Уйнау оҫталыҡтары буйынса бер кимәлдә торған, үҙ-ара көс һынашыусы командалар.
□ Лига (группа команд, равных по мастерству, соревнующихся друг с другом). Юғары лига.
ЛИГА III [рус. < ит. lega] (Р: лига; И.: glide; T.: ses kaydırma imi) и. муз.
Бер нотанан икенсеһен өҙмәй уйнарға тейешлекте күрһәтеп торған, ноталар өҫтө-нә ҡуйылған йәйә һымаҡ музыкаль билдә.
□ Лига (знак в виде дуги над нотами, обозначающий, что надо играть не отрывая одну ноту от другой).
ЛИГАТУРА [рус. < лат. ligatura] (Р: лигатура; И.: ligature; T.: ligatür) и.
1. хим. Ныҡ ҡатылыҡ биреү өсөн алтынға йәки көмөшкә ҡушыла торған баҡыр йәки аҡ ҡурғаш. □ Лигатура (примесь меди или олова к золоту, серебру для придания им большей твёрдости). Лигатура иретмәһе.
2. типогр. Бер яҙма билдә менән ике йәки бер нисә хәрефтең бирелеше. □ Лигатура (изображение одним письменным знаком двух и более букв).
3. мед. Ҡан тамырын ҡыҫып бәйләү өсөн ҡулланылған әйбер. □ Лигатура (материал для перевязки кровеносных сосудов). Лигатура һалыу. Лигатураны алыу. Лигатура ебе.
ЛИГАТУРАЛЫ (Р: лигатурный; И.: ligature; T.: ligatür) с. хим.
Лигатура (1) ҡушылған. □ Лигатурный. Лигатуралы алтын. Лигатуралы металл.
ЛИГНИН [рус. < лат. lignum] (Р: лигнин; И.: xylogen; T.: odunözü) и.
1. биол. Ағастағы углеродҡа бай матдә.
□ Лигнин. Лигнин үҫентеләрҙә бар. ■ Ерҙәге һәр бер үҫентелә лигнин исемле матдә бар, ул кислородҡа бай. Картотека фондынан.
2. Ҡағыҙ һымаҡ йоҡа ағас материал; ағас мамығы. □ Лигнин (древесная вата в виде тонкой слоистой бумаги).
ЛИГНИТ [рус. < лат. lignum] (Р: лигнит; И.: lignite; brown coal; T.: linyit) и. махе.
Түбән сифатлы һоро күмер. □ Лигнит. Лигнит күмере. Ер аҫты файҙалы ҡаҙылмалары рәтенә лигнит күмере лә инә.
ЛИГРОИН [рус. < фр. ligroine] (Р: лигроин; И.: naphtha; T: neftyağı) и.
Нефть ҡыуғанда алынған продукттарҙың береһе. □ Лигроин. Лигроин алыу. Лигроин табыу. ■ Нефть ярҙамында үтә күренмәле һары төҫтәге лигроин продукты алалар. Интернет селтәренән.
ЛИДЕР [рус. < ингл. leader] (Р: лидер; И.: leader; T.: lider; önder) и. ҡар. етәксе.
1. Теге йәки был төркөмдөң (ойошманың) исеменән яуаплы ҡарарҙар ҡабул итергә хоҡуҡлы тип һаналған абруйлы төркөм ағзаһы. □ Лидер. Йәштәр лидеры. Рәсми лидер. Рәсми булмаған лидер. Лидерҙарҙы йәлеп итеү. Партия лидеры. ■ Вәлиди — милли лидерҙарҙың иң көслөһө. Н. Асанбаев.
2. Эштә, ярышта һәр ваҡыт алдан (беренсе булып) барыусы. □ Лидер. Лидерҙар төркөмө. Лидерҙарҙы билдәләү. ■ Ярыш уйындарында һәр ваҡыт бер лидер була бит. Р. Солтангәрәев. Тап бер йыл элек беҙ Әлиә менән «Шифа» лагерында «Беҙ — Башҡортостан киләсәге» ойошмаһының лидерҙар слётында таныштыҡ. А. Итбаев.
3. диңг. Эскадрала алдан йөрөүсе миноносец. □ Лидер (ведущий миноносец в эскадре).
ЛИДЕРЛЫҠ (лидерлығы) (Р: лидерство; И.: leadership; T: liderlik; önderlik) и.
Төркөмдәге шәхес-ара мөнәсәбәттәр системаһында өҫтөнлөк итеү һәм буйһоноу, тәьҫир итеү һәм эйәреү мөнәсәбәттәре.
□ Лидерство. Лидерлыҡ өсөн көрәш. ■ Генерал ҡыҙында бәләкәстән патриотик тойғо, лидерлыҡ сифаттары тәрбиәләй. «Башҡортостан ҡыҙы», № 6, 2006.
ЛИЖАҠ (Р: многорамный улей; И.: movable-frame hive; T: ап kovanı) и. диал. умарт.
Егерме дүрт рамлы йәшник умарта.
□ Многорамный улей. ■ Олатайым йәйгелеккә лижаҡтарҙы урманға, яланға күсереп ултыртты. Экспедиция материалдарынан.
100