Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 99


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

ЛИГА
3. һөйл. Үтә килешеүсәнлек, принцип-һыҙлыҡ. □ Либерализм, беспринципность. Либерализм курһәтеу. Либерализм һөҙөмтәһе.
ЛИБЕРАЛЛЕК (либераллеге) (Р.: беспринципность; И.: lack of principles; T.: ilkesizlik) и.
Билдәле принцибы булмағанлыҡ, талап-һыҙлыҡ. □ Беспринципность. Либераллек курһәтеу.
ЛИБЕРАЛЛӘНЕҮ (либераллән-) (Р.: либеральничать; И.: be too tolerant; T.: aşırı hoşgörü göstermek; yüz vermek) ҡ.
1. Либерализм (2) позицияһына төшөү, либераллек күрһәтеү. □ Либеральничать. Либералләнеп китеу.
2. Кемгәлер йәки нимәгәлер (юл) ирек ҡуйыу; талапһыҙлыҡ күрһәтеү, талапһыҙға әйләнеү. □ Попустительствовать. // Попустительство. Либералләнеу курһәткесе.
ЛИБЕРАЛЬ [рус. < лат. liberalis] (Р: либеральный; И.: liberal; T.: liberal) с.
1. сәйәси. Либерализм (1) яҡлы, либера-лизмға ҡараған. □ Либеральный. Либераль ойошма. Либераль идеялар. Либераль ҡараштар. Либераль партия. ■ Шуның өҫ-төнә ул [Шаһимарҙан Ибраһимов] .. бөтөн мосолман илдәренең, халыҡтарының һәм хөкумәттәренең булмышын яҡшы белә, рус телендә һөйләшеу һәм яҙыу оҫталығы менән таң ҡалдыра, мәғрифәтселекте, кәрәк икән, либераль идеяларҙы кутәреп алырға әҙер тора. Р. Шәкүр.
2. сәйәси. Либераль фирҡәгә ҡараған.
□ Либеральный (относящийся к либеральной партии). Либераль ағзалар.
3. һөйл. Хөр фекерле. □ Либеральный (свободомыслящий). ■ Кадеттар корпусын, хәрби училищены тамамлап сыҡҡан офицер булһа ла, Зөфәр утә либераль фекерле, ярлы халыҡҡа миһырбанлы ине. Ә. Хәкимов.
4. һөйл. Артыҡ бөтәһе менән дә килешкән.
□ Либеральный. Либераль етәксе.
ЛИБИДО [рус. < лат. libido] (Р: либидо; И.: libido; T.: şehvet) и. мед.
Енси әүәҫлектең булыуы. □ Либидо.
ЛИБРЕТТО [рус. < ит. libretto] (Р: либретто; И.: libretto; word book; T.: libretto) и. сәнғ.
1. Ҙур күләмле музыкаль сәхнә әҫәренең (опера, опереттаның, балеттың һ. б.) тексы. □ Либретто. Опера либреттоһы. Либретто яҙыу. Либретто ижад итеу. ■ З.Ис-мәғилевтең «Салауат Юлаев» операһы (Баязит Бикбай либреттоһы) Салауаттың данлы исемен бөтөн донъяға танытты. Р. Шәкүр.
2. Музыкаль сәхнә әҫәренең театр программаһында яҙылған ҡыҫҡаса тексы. □ Либретто. ■ [М. Буранғолов] фольклорсы-ғалим булараҡ та, шағир һәм драматург сифатында ла ғәйәт ҙур эштәр башҡара: ошоғаса йыйнап килгән бихисап фольклор материалдарын барлап, системаға килтереп, төрлө йыйынтыҡтар төҙөй, пьесалар, либреттолар яҙа, куләмле поэтик әҫәрҙәр ижад итә. Р. Шәкүр.
ЛИБРЕТТОСЫ (Р: либреттист; И.: librettist; Т.: libretto yazarı) и.
Ҙур күләмле музыкаль сәхнә әҫәренең (опера, опереттаның һ. б.) тексын яҙыусы.
□ Либреттист.
ЛИВЕР [рус. < ингл. liver ‘бауыр’] (Р: ливер; И.: liver; T.: ciğer) и. ҡар. эс-ҡарын.
Ваҡ итеп туралған үпкә-бауыр, йөрәк һ. б. эс-ҡарын. □ Ливер. / Ливерный. Ливер ыҫлау. Ливер бәлеше бешереу. Ауылға ҡайтҡас, өләсәйем ливер бәлеше бешереп ашатты.
ЛИВЕРЛЫ (Р: ливерный; И.: liver; pluck; T.: ciğerli) с.
Ваҡ итеп туралған үпкә-бауыр, эс-ҡарындан әҙерләнгән. □ Ливерный, с ливером. Ливерлы бөйөрөк.
ЛИГА I [рус. < фр. ligue] (Р: лига; И.: league; T.: birlik; lig) и.
Ижтимағи-сәйәси берләшмә, ойошма.
□ Лига. Милләттәр лигаһы. Оппозицио-нерҙар лигаһы. Ғәрәп лигаһы. ■ [Карт — малайға:] Америка лигаһында «Янкиҙар» еңә тип әйттем бит инде мин һиңә. Г. Ғиззәтуллина. Ниңә Милләттәр лигаһы Германия һәм Италияның ҡораллы ҡат-нашыуҙарына киҫкен сара курмәй? Б. Дим.
4*
99