Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 98


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

ЛЕЯ
тамаҡ һарыҡ-кәзә, көнө буйы улән-мулән ашамайбыҙ, тип ауыҙҙарын ҡымтып йөрөгәндәй, леһерләтеп өйгә йугерә. «Башҡортостан ҡыҙы», № 10, 2010.
ЛЕЯ [рус. < рум. fez] (Р.: лея; И.: lei; Т.: ley) и.
Румынияның аҡса берәмеге. □ Лея (денежная единица Румынии). Биш лея. Долларҙы леяға алмаштырыу.
ЛЁТЧИК (лётчигы) [рус.] (Р: лётчик; И.: flyer, pilot; Т.: pilot) и. ҡар. осоусы.
Самолёт йөрөтөүсе. □ Лётчик. Лётчик булыу. Лётчик шлемы. Хәрби лётчик. ■ Батырҙың ҙурайғас — рәссам, Хә-литтец лётчик буласағы ла беленде. Н. Ғә-йетбаев. Улы Дамир — хәрби лётчик, отставкалағы полковник. 3. Ураҡсин. Фашист лётчиктары юл буйлап бала-саға, ҡатын-ҡыҙ һәм ҡоралһыҙ халыҡ ағылыуын курәләр ҙә, уҙҙәренең язаһыҙ ҡалыуҙарына ышанып, тубән осалар. Б. Дим. Яланда яцғыҙ самолёт, ә уның эргәһендә, өҫтөнә, башына кук кейем кейгән, урта буйлы, һарғылт йөҙлө лётчик. Н. Мусин.
ЛЁТЧИК-КОСМОНАВТ [рус ] (Р: лётчик-космонавт; И.: pilot cosmonaut; T.: uzay pilotu) и.
Космосҡа бик мөһим осош яһаған кос-монавтарға бирелә торған исем. □ Лётчик-космонавт (почётное звание).
ЛИ [рус. < ҡыт.] (Р: ли (единица измерения)', И.: li; T.: ölçü birimi) и.
Үлсәү берәмеге. □ Ли (единица измерения).
ЛИАНА [рус. < фр. Напе] (Р: лиана; И.: liana; T.: sarmaşan) и. бот.
1. Тропик һәм субтропик урмандарҙа үҫә торған сырмалсыҡ үҫемлек. □ Лиана. / Лиановый. Лианаға йәбешеп урмәләу. Лиана урманы.
2. ҡар. сырмалсыҡ I. Баҡсаны лиана баҫҡан.
ЛИБЕРАЛ [рус. < лат. liberalis] (Р: либерал; И.: liberal; T.: liberal) и.
1. Либерализм яҡлы кеше. □ Либерал (сторонник, последователь либерализма). /
Либеральный. Либералдар ойошмаһы. Либералдар сығышы.
2. сәйәси. Либерал фирҡә ағзаһы. □ Либерал (член либеральной партии). / Либеральный. Либералдар ҡарашы. ■ [Юлия:] Был революцияны баҫтырыуҙа бер батшаның ғына көсө етәсәге юҡ ине. Революциянан уҙ кәрәктәрен алып тынысланған һәм эшсе-крәҫтиәндәрҙең революцияһынан ҡото осҡан либерал буржуазия, кадеттар, батша менән берләшеп алып, ҡара реакцион роль уйнанылар. Һ. Дәүләтшина.
3. һөйл. Хөр фекерле кеше. □ Либерал (свободомыслящий человек, сторонник свободомыслия). ■ [Тәфкилев:] Мин уны [Әбелхәйерҙе] Рәсәй империяһына баш һалдырттым, ә был либерал шуны ирәйтеп ебәрҙе, — тип ҡоторттоул дуҫтарын. Ғ. Ибраһимов. [Перовский Даль тураһында — Тимашевка:] Иҫ киткес аҡыл эйәһе һәм ғәжәп мәғлумәтле кеше, уҙем махсус һоратып алдырҙым. Тик бер аҙ либерал инде, уныһы әллә ни зарарлы тугел. 3. Ураҡсин.
4. һөйл. Бөтәһе менән дә килешкән кеше. □ Либерал (человек, склонный к излишней снисходительности). / Либеральный. Либерал хеҙмәткәр.
ЛИБЕРАЛИЗАЦИЯ [рус. < лат. liberalis ‘ирекле’] (Р: либерализация; И.: liberalization; T.: liberalleşme, serbestleştirme) и. иҡт.
Төрлө иҡтисади эшмәкәрлектең дәүләт күҙәтеүенән сығыуы. □ Либерализация. Хаҡтарҙың либерализацияһы.
ЛИБЕРАЛИЗМ [рус. < лат. liberalis] (Р: либерализм; И.: liberalism; T.: liberalizm) и.
1. сәйәси. Гражаданлыҡ хоҡуғын, ирекле иҡтисадты яҡлаусы ижтимағи-сәйәси йүнәлеш. □ Либерализм. Либерализм яҡлылар. Либерализм һөҙөмтәләре. Либерализм талаптары.
2. һөйл. Хөр фекерлелек. □ Либерализм (свободомыслие, вольнодумство). Лидера -лизм заманаһы. Либерализм шарттары.
98