Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 101


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

ЛИЛИПУТ
ЛИЖНӘК [рус. лежняк] (Р.: лежняк; И.: sort of tax-collector; T.: vergi toplayan kimse) и. map.
Яһаҡ йыйырға килеп, ашап, эсеп, кәйеф-сафа ҡороп ятҡан кеше. □ Лежняк. Лиж-нәктәрҙең күңелен күреү.
ЛИЗИН [рус.] (Р.: лизин; И.: lysin; Т.: lizin) и.
Микробтарҙы йәки ят күҙәнәктәрҙе тарҡата йә иретә торған антиесемдәр. □ Лизин. Лизин микробтары. ■ Лизин 500 грамлы капсулалар менән һатыла. Интернет селтәренән.
ЛИЗИНГ [рус. < ингл. leasing < lease] (Р: лизинг; И.: leasing; T.: lizing) и.
Арендаторҙың ҡорамалдарҙы, машиналарҙы, эш урындары — биналарҙы оҙайлы арендаға алып, яйлап хаҡын түләүе. □ Лизинг (долгосрочная аренда оборудования). Лизинг хеҙмәте. Лизингыға алыу.
ЛИКБЕЗ [рус. ликвидация безграмотности] (Р: ликбез; И.: campaign against illiteracy; T.: Likbez (büyüklere ve yetişkinlere okuma yazma öğretilen okul) u.
1. иҫк. Совет власының тәүге йылдарында ололарҙы һәм үҫмерҙәрҙе грамотаға өйрәткән мәктәп. □ Ликбез. Ликбез мәктәптәре. Ликбез ойоштороу. Ликбез асыу. ■ Хәҙер инде ул ҡатын буровойҙа кочегар ярҙамсыһы булып эшләй, ликбезға йөрөй, йыйылыштарға барғылаштыра. А. Карнай. [Автор:] Был яҡлап үҙемдең дә хеҙмәтемде әйтмәй үтә алмайым: Зифа апай ликбезда йөрөгәндә, мин уның хисабын сығарыштым, инша яҙырға булышҡыланым. К. Мәргән. Уның өҫтөнә көҙҙән үк башланған ликбез, партия белеме өйрәтеү, төрлө түңәрәктәр, ҡатындар өсөн шәл бәйләү асылды. С. Агиш.
2. Ниндәйҙер әлкә буйынса белемде камиллаштырыу, минимум мәғлүмәт биреү ысулы. □ Ликбез. Компьютер буйынса ликбез.
ЛИКВИДАТОР [рус. < лат. liquidare] (Р: ликвидатор; И.: liquidator; T.: tasfiyeci) и.
1. Нимәнелер туҡтатыу, ябыу, бөтөрөү менән шөғөлләнеүсе. □ Ликвидатор (тот, кто ликвидирует что-л.). Атом реакто
ры ликвидаторҙары. Наркотик матдәләр ликвидаторҙары.
2. сәйәси, тар. Ликвидаторлыҡты яҡлаған кеше. □ Ликвидатор (сторонник ликвидаторства). Ликвидатор сығышы.
ЛИКВИДАТОРЛЫҠ(ликвидаторлығы) (Р: ликвидаторство; И.: sort of Menshevist trend; T.: tasfiyecilik) и. сәйәси, map.
1908—1912 йылдарҙа пролетариаттың революцион фирҡәһен бөтөрөргә ынтылған меньшевистик ағым. □ Ликвидаторство. / Ликвидационный. Ликвидаторлыҡҡа ҡаршы сығыу. Ликвидаторлыҡ ағымы.
ЛИКВИДАЦИЯ Л АУ (ликвидацияла) (Р: ликвидировать; И.: liquidate; wind up; T.: tasfiye etmek) ҡ.
1. Нимәнеңдер эшмәкәрлеген туҡтатыу, ябыу (мәҫәлән, ойошманың). □ Ликвидировать. Предприятиены ликвидациялау. Колхозды ликвидациялау.
2. күсм. Нимәнелер бөтөрөү, юҡҡа сығарыу. □ Ликвидировать, уничтожать. Кәзәләрҙе ликвидациялау. Бурыстарҙы ликвидациялау.
ЛИКВИДЛЬГК (ликвидлығы) (Р: ликвидность; И.: marketability; T.: likidite) и. фин.
Ҡиммәтле ҡағыҙҙарҙы, тауарҙарҙы һ. б. тиҙ арала аҡсаға әйләндерә алыу хәле. □ Ликвидность.
ЛИКЕР СӘСӘГЕ и. мед. диал. ҡар. сәсәк I.
ЛИКЕР ҺАЛЫУ (ликер һал-) ҡ. ҡар. сәсәк һалыу.
ЛИКЁР [рус. < фр. liqueur] (Р: ликёр; И.: liqueur; T.: likör) и.
Ныҡ шәрбәтле хуш еҫле иҫерткес эсемлек. □ Ликёр./ Ликёрный. Ликёр ҡойоу. Ликёр етештереү. Ликёр ҡайнатыу. Ликёр заводы. ■ Арығанда файҙалы була торғайны, — тип һөйләнә-һөйләнә, Сергеев мөйөштәге сумаҙандары артынан ярты бутылка ликёр алды. Б. Дим. Өҫтәлдә аш-һыу эргәһендә — шарап йәки ликёр ҡойолған нәфис бокалдар. «Башҡортостан ҡыҙы», № 5, 2010.
ЛИЛИПУТ [рус. < ингл. lilliput] (Р: лилипут; И.: dwarf, pygmy; T.: cüce) и. ҡар. кәрлә.
Бик бәләкәй кәүҙәле кеше. □ Лилипут, карлик, пигмей. / Карликовый. Лилипут-
101