Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 102


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

лилиә
тар ҡаласығы. Лилипуттар эшләгән цех. Лилипуттарға ҡулайланған. ■ Бында ла бит тормош уҙ яйы менән бара, батшалыҡ йәшәй, төҙөй, башҡалар менән (шундай уҡ лилипуттар иле) ҡеуәттә ярыша. «Йәшлек», 17 май 2012.
ЛИЛИӘ [рус. < гр. leirion] (Р.: лилия; И.: Шу; T.: zambak) и. бот.
Ләлә сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған күп йыллыҡ үҫемлек. □ Лилия (лат. Lilium). Һары лилиә. Сыбар лилиә.
ЛИМАН [рус. < гр. Итеп] (Р.: лиман; И.: firth; T.: liman) и. геогр.
Диңгеҙгә төшкән йылға тамағындағы һай ҡултыҡ. □ Лиман. / Лиманный. Асыҡ лиман. Амур лиманы. Лиман яры. ■ [Вәли] лимандың аръяғында ҡайнап торған эшселәрҙең нишләгәндәрен асыҡ белергә тырыша, киске диңгеҙ өҫтөн яңғыратырҙай, шыңғырлай, гөбөрләй торған ҙур көслө гранаталарҙың серҙәрен белергә тырыша. А. Таһиров.
ЛИМАНОТЕРАПИЯ [рус. < гр. Итеп ‘ҡултыҡ’ + therapeia ‘дауалау’] (Р: лиманоте-рапия; И.: sort of balneological therapy; T: bir terapi türü) и. мед.
Диңгеҙ һауаһы һәм ләм менән дауалау ысулы. □ Лиманотерапия. Лиманотерапия килешә. Табип ауырыуға лиманотерапия яҙҙы.
ЛИМИТ [рус. < лат. limes] (Р: лимит; И.: limit; line; Т: limit) и.
Файҙаланырға рөхсәт ителгән норма. □ Лимит. Лимит ҡуйыу. Кредит лимиты булдырыу. Ҡуйылған лимит. Лимит тамамланыу. ■ Әле иһә Юлдашбаев уҙе йыш ҡына уға [райсовет рәйесенә] йомош менән мөрәжәғәт итә: әле берәй колхозға лимиттан тыш ағас йә берәй ойошмаға таҡта, ташыу өсөн уңайлыраҡ урындан утын әҙерләргә диләнкә кәрәк. Н. Мусин. Улар [алыпһатарҙар] был баҙарҙа кооперативта лимит хаҡы етмеш ете, һикһән өс тин булғанлығын крәҫтиәнгә белдермәҫкә, хаҡты тубән төшөрөргә тырышалар. Ғ. Дәүләтшин.
ЛИМИТЕД [рус. < лат. limitare] (Р: лимитед; И.: limited; Т: limited) и. иҡт.
Йөкләмәләре буйынса сикләнгән ширҡәт.
□ Лимитед. Лимитед йөкләмәләре.
ЛИМИТЛАНЫУ (лимитлан ) ҡ. төш. ҡар. лимитлау, страд, от лимитлау. Лимитланған тауар. Баҫмалар лимитланды.
ЛИМИТЛАУ (лимитла-) (Р: лимитировать; И.: limit; T: limit koymak) ҡ.
Лимит ҡуйыу, сикләү. □ Лимитировать.//Лимитирование. Финанс сығымдарын лимитлау. Импортты лимитлау.
ЛИМИТЛЫ (Р: лимитный; И.: threshold; T: limitli) с.
Лимит ҡуйылған. □ Лимитный. Лимитлы кредит. Лимитлы хаҡтар. Баҙарҙағы хаҡтарға хужалары лимит ҡуйған.
ЛИМИТСЫ (Р: лимитчик; И.: temporary resident worker; T.: sınırlayıcı) и.
1. Лимит ҡуйыусы. □ Лимитчик. Лимитсы ҡуйған тариф. ■ Элекке ваҡытта лимит, лимитсы тигән һуҙ юҡ ине әле. Т. Ғиниәтуллин.
2. һөйл. Лимит менән билдәләнгән эшсе төркөм вәкиле. □ Лимитчик. Мәскәуҙең яңы райондарын лимитсылар төҙөнө.
ЛИМИТҺЫҘ (Р: безлимитный; И.: unlimited; with no limits; T.: limitsiz) с.
Лимит ҡуйылмаған. □ Безлимитный. Лимитһыҙ тариф.
ЛИМОН [рус. < ит. Итопе] (Р: лимон; И.: lemon; T.: limon ) и. бот.
1. Көньяҡта үҫкән мәңге йәшел цитрус ағасы. □ Лимон. / Лимонный. Лимон уҫен-теһе. Лимон ағасы. Лимон уҫтереу. ■ Мәҙинә берсә Мирхәйҙәровҡа, берсә уның өҫтәле эргәһендәге бейек булып уҫкән, ләкин емеш биреуҙән мәхрум лимон ағасына ҡарап, һуҙһеҙ ултырыуын белде. Т. Ғарипова.
2. Шул ағастың ҡалын һары ҡабыҡлы, әсе итле өлөшсәләрҙән торған емеше. □ Лимон. / Лимонный. Лимон емеше. Лимон һуты. Лимон менән сәй эсеу. ■ Хужабикә бөтәһен дә алдан уйлап, әҙерләнеп килгән, ахырыһы: өҫтәлгә ҡиммәтле балыҡтар, лимон, йәшелсә-фәләндәрен килтереп тә ҡуйҙы. Р. Солтангәрәев. Сәскә таждарын эмалле һауытҡа һалып, тышы менән бергә ваҡлап туралған лимон, һыу ҡушып, ҡайнатырға ҡуйығыҙ. «Башҡортостан ҡыҙы», № 5, 2010.
102