лимәнтә
ЛИМОНАД [рус. < фр. limonade] (Р.: лимонад; И.: lemonade; T: limonata) и.
Лимон йәки башҡа емеш һуты ҡушылған татлы эсемлек. □ Лимонад. Лимонад эсеу. Лимонад ҡойоу. Лимонад заводы. Лимонад яһау. ■ Буранбай ниндәйҙер лавкаға инеп, унан ике шешә лимонад менән бер нисә ҡап папирос һелтәп сығырға ла өлгөргән. Д. Юлтый. Округ буйынса ундан артыҡ: мамыҡ, кун, май, һабын, кәнфит, лимонад заводтары эшләйҙәр. А. Таһиров. [Харис — Дилбәргә:] Нисек әле: «Яҙмыш ҡулыңа лимон тотторғас, һин унан лимонад яһағанһың», — тиҙәрме? Г. Ғиззәтуллина.
ЛИМОНАРИЙ [рус. < ит. Нтопе] и. ҡар. лимонлыҡ. Лимонарийға барыу. Лимонарий-ҙа лимон уҫентеһе һатып алыу.
ЛИМОНКА [рус. < ит. Нтопе] (Р.: лимонка; И.: lemon; T: limon armutu) и.
1. бот. Груша төрө. □ Лимонка. Лимонка сортлы груша уҫентеһе ултыртыу.
2. хәрби. һөйл. Лимонға оҡшаған ҡул гранатаһы. □ Лимонка. Лимонка менән ҡоралланыу.
ЛИМОН КИСЛОТАҺЫ (Р: лимонная кислота; И.: citric acid; T: limon tuzu, asit sitrik) u.
Лимон һәм ҡайһы бер башҡа үҫемлектәрҙән алына торған химик берләшмә (кулинарияла, медицинала, буяу эшендә һәм башҡа урында ҡулланыла). □ Лимонная кислота. ■ Ит ҡыҙҙырғанда аҙ ғына лимон кислотаһы тамыҙһаң, тәмлерәк була. «Йәшлек», 27 сентябрь 2011.
ЛИМОНЛЫ (Р: лимонный; И.: citric; Т: limonlu) и.
Лимоны булған, лимон һалынған, лимон ҡушылған. □ Лимонный, с лимоном. ■ [Асҡаров] йомшаҡ креслоға ултыртып, тәпәш өҫтәлгә лимонлы сәй ҡуйҙырҙы, ҡыйбатлы сигарет сығара һалды. Ә. Хәкимов.
ЛИМОНЛЫҠ (лимонлығы) (Р: лимонарий; И.: orchard lemon; T: limon bahçesi) и.
Лимон үҫкән ер, лимон баҡсаһы. □ Лимонарий. Лимонлыҡҡа барыу.
ЛИМОННИК (лимоннигы) [рус. < ит.
Нтопе] (Р: лимонник; И.: magnolia-vine; Т.: şizandra) и. бот.
Магнолиялар төркөмөнә ингән, лимонға оҡшаған, ҡыҙыл емеш биргән ҡыуаҡ. □ Лимонник (лат. Schisandra). Лимонник уҫтереу.
ЛИМУЗИН I [рус. < фр. limousine] (Р: лимузин; И.: limousine; T: limuzin) и.
Ябыҡ кузовлы, вип-персоналар өсөн юғары класлы ҙур еңел автомобиль. □ Лимузин. Лимузинда йөрөу. Лимузинға ултырыу. Лимузин йөрөтөу.
ЛИМУЗИН II (Р: лимузин (порода гусей); И.: goose species; T: kaz cinsi türü) и.
Эре, ауыр ҡаҙ төрө. □ Лимузин (порода гусей).
ЛИМФА [рус. < лат. lympha] (Р: лимфа; И.: lymph; T: lenf) и. физиол.
Кеше тәнендә һәм умыртҡалы хайуандарҙа туҡымалар араһын тултырып, бөтә туҡыма һәм күҙәнәктәр аша үтеп йөрөүсе төҫһөҙ шыйыҡлыҡ. □ Лимфа. / Лимфатический. Лимфа биҙҙәре. Лимфа төйөнө. Лимфа биҙҙәренең шешеуе. Лимфа биҙҙәренең елһенеуе. Лимфа тамырҙары. ■ Лимфа системаһы туҡымаларҙан артыҡ шыйыҡлыҡты сығарып ебәрергә булышлыҡ итә. Интернет селтәренән.
ЛИМФАТИК (Р: лимфатический; И.: lymphatic; T.: lenf) с. мед.
Лимфаға ҡағылышлы, лимфа менән бәйле. □ Лимфатический. Лимфатик тамырҙар. Лимфатик биҙҙәр. ■ Лимфатик биҙҙәр рагын еңер өсөн ҡатынға уҙен ныҡлап ҡулға алырға һәм һәр көнөн дауаланыуға, сәләмәт тормош алып барыуға бағышларға тура килә. «Башҡортостан ҡыҙы», № 12,
2010.
ЛИМӘНТӘ (Р: нагрудник; И.: bib; Т.: göğüslük) и. диал. ҡар. түшелдерек.
Оло йәштәге ҡатын-ҡыҙҙың иҙеүҙе ябыу өсөн күлдәк эсенән кейгән, ҡорап йәки сигеп эшләнгән түш ябыуы. □ Нагрудник. Сигелгән лимәнтә. Лимәнтә кейеу. ■ Борон ҡатындар беҙҙә лимәнтә кейҙе. Экспедиция материалдарынан.
103