МУТАЦИОН
1. Аҫтыртын ғына, хәйлә менән эш иткән; хәйләкәр. □ Хитрый, плутоватый. Мут кеше. Мут ҡына ҡараш. ■ [Мулла:] Мәйтәм, һай, мут, хәйләкәр беҙҙең Ҡаһарман кантон! Уның атаһы Боранғол кантон заманында данлыҡлы ҡурайсы, йырсы Буранбайҙы яҡынлатҡайны, быныһы Аҡмулла хәҙрәтте яҡынайтырға теләй. Я. Хамматов.
2. Шаян, шуҡ. □ Шаловливый, озорной. Мут бала. Мут егет. ■ Ә шофёр мут, килә шаярып: беҙ уҙебеҙ тугел ебегәндәр, кәрәк икән, киттек Етегәнгә, утеп мецәр йыллыҡ араны! М. Ғәли. • Егет булһа, мут булһын, ике куҙе ут булһын. Әйтем.
МУТ II (Р.: хитро; И.: crafitly; T.: kurnaz)£>.
1. Мут, хәйләкәр, хәйләле. □ Хитро. Мут йылмайыу. ■ Ап-аҡ кулдәктәренә сыйҙым-сыйҙым ҡара биҙәк тошкән ҡайындар, йәшел еләндәре уңа башлаған һирәк-мирәк уҫаҡтар, егеттәр ҡосағындағы ҡыҙҙар шикелле, ҡарағайҙар араһынан әллә оялсан, әллә мут ҡына йылмайышып — белмәҫһең «ҡыҙҙар» халҡын! — йәшел шәлдәренең ситен генә кутәреп ҡарап ултыралар. Н. Мусин. Валя менән билдәле, бында бер ниндәй ҙә сер юҡ, ул мөмкинлек сыҡҡан һайын Сәмиғты шаяртырға, төрткөләргә ярата, ә бына Надька мут ҡына йылмая ла серле ҡараш һирпә. Т. Ғиниәтуллин.
2. Серле, хикмәтле. □ Хитро. Мут ҡыланыу.
МУТАГЕН [рус. < лат. mutatio ‘үҙгәреш’ + гр. genos ‘зат’] (Р: мутаген; И.: mutagene; Т.: mutajen) и. махс.
Мутация тыуҙырырға һәләтле булған физик, химик, биологик факторҙарҙың дөйөм исеме. □ Мутаген (фактор, вызывающий в организме наследственные изменения — мутации (различные химические соединения, ионизирующее и ультрафиолетовое излучение и др.). / Мутагенный. Мутагендарҙы өйрәнеу. Мутаген факторҙар. Мута-гендар һөҙөмтәһе. И Нәҫелдә ниндәйҙер уҙгәреш булдырыу өсөн организмға мутаген факторҙар тәьҫир итә ала. Интернет селтәренән.
МУТАГЕНЕЗ [рус. < лат. mutatio ‘үҙгәреш’ + гр. genos ‘барлыҡҡа килеү’] (Р: мутагенез; И.: mutagenesis; T.: mutagenez) и. махс.
Мутация барлыҡҡа килеү процесы. □ Мутагенез. Яһалма мутагенез. Мутагенез куренеше. Ауыр мутагенез. ■ Дауамлы мутагенез арҡаһында ошондай һөҙөмтәләр барлыҡҡа килә, тип курһәтте хирург фотоһурәтте. Интернет селтәренән.
МУТАГЕНЛЫҠ (мутагенлығы) (Р: мутагенность; И.: mutagenicity; Т.: mutajen) и. махс.
Мутаген агенттың мутация тыуҙырыу һәләтлеге. □ Мутагенность. Мутагенлыҡ һәләте.
МУТАНТ [рус. < ингл. mutant < лат. mutatio ‘үҙгәреү’] (Р: мутант; И.: mutant; Т.: mutant) и. махс.
Мутация нигеҙендә барлыҡҡа килгән хайуан йәки үҫемлек. □ Мутант (вид организма, возникший в результате мутаций). Бойҙай мутанттары. Мутанттарҙы кубәйтеу. ■ Тәбиғәттәге миллиондарса йыл эсендә бар булған гармонияның боҙолоуы өсөн тирә-яҡ мөхит беҙҙән ҡоролоҡ, төрлө мутанттар, табиптарҙы ҡаушатырлыҡ ауыр сирҙәр менән ус ала. «Йәшлек», 25 ноябрь 2011.
МУТАУ (мута-) (Р: оглушить; И.: deafen, stun; T.: kulakları sağır etmek; sersemletmek) ҡ. диал.
Ныҡ һуғып йәки көслө тауыш шауҡымы менән шаңҡытыу; һиҙеү, тойоу һәләтлеген юғалттырыу. □ Оглушить. Ҡолаҡтары му-тап ҡалыу.
МУТАУҒЫС (Р: ботало; И.: kind of fishing tackle; T.: olta takımı) и. диал. ҡар. гөмбөр.
Балыҡты өркөтөп ҡыуа торған суҡмар башлы оҙон таяҡ. □ Ботало (рыболовная снасть). Мутауғыс менән балыҡ ҡыуыу.
МУТАЦИОН (Р: мутационный; И.: mutational; T.: mütasyon) с. махс.
Мутацияға бәйләнешле, мутацияға мөнәсәбәтле. □ Мутационный. Мутацион уҙгәреш. Мутацион осор. ■ Организмды тик-шереу барышында мутацион агенттар барлығы билдәләнде. Интернет селтәренән.
423