Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 424


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

МУТАЦИЯ
МУТАЦИЯ [рус. < лат. mutatio ‘үҙгәреү’] (Р.: мутация; И.: mutation; T.: mütasyon) и.
1. Нимәнеңдер кинәт үҙгәреүе. □ Мутация. Мутация һөҙөмтәһендә. Мутация өсөн шарттар.
2. биол. Организмда ҡапыл хасил булған нәҫелдән килгән үҙгәреш. □ Мутация. / Мутационный. Мутация емеше. Мутация процесы. ■ Бал ҡорттары мутацияға бирелеп ауырынылар. Экспедиция материалдарынан.
3. Бәлиғ булыу осоронда үҫмер малайҙар тауышының ҡалынайып, өлкәндәр тауышына әүерелеүе. □ Мутация. Мутация осоро. Мутация барышы. Тауыш мутацияһы.
МУТИЗМ [рус. < лат. mutus] (Р.: мутизм; И.: aglossia; T.: konuşma yeteneğinin olmayışı, dilsizlik) и. мед.
Ҡайһы бер ауырыуҙар сәбәпле телдән яҙыу. □ Мутизм. Мутизм куренеше. Му-тизмдан дауаланыу. Мутизм менән ауырыу. ■ Мутизм булғанда, телмәр аппаратында кәмселектәр булмаһа ла, кеше һөйләшеуҙән, аралашыуҙан баш тарта. Куп осраҡта был хәл мәктәп йәшендәге балаларҙа психик ауырыу арҡаһында барлыҡҡа килә. Интернет селтәренән.
МУТЛАНЫУ (мутлан-) (Р: становиться плутоватым, хитрым; И.: get cunning; T.: kurnazlığa başvurmak) ҡ.
Мутҡа әйләнеү, мут булыу, мутлыҡ итеү. □ Становиться плутоватым, хитрым. Мутланырға яратыу. Мутланып маташыу. Мутланыу сифаты. ■ Ҙур куҙле Андрей мутланып куҙ ҡыҫты. Ә. Бикчәнтәев.
МУТЛАШЫУ (мутлаш-) (Р: плутовать; И.: cheat; T.: hile yapmak) ҡ.
Мутлыҡ эшләү, мутлыҡ итеү. □ Плутовать, хитрить. // Плутовство, хитрость. Мутлашҡан кеше. Мутлашып ҡыланыу. Мутлашыу юлы. ■ [Мөхәммәтсәлим — Ғә-биҙәгә:] Еңдем! Улар [баярҙар] нисек кенә мутлашыу ҙарына ҡарамаҫтан, хаҡиҡәт өҫкә ҡалҡты бит! Я. Хамматов. Мәҙинәнең портретын ейәне, баҡһаң, рамлап элеп тә ҡуйған. Ейәне, ахыры, бында әҙерәк мутлашҡан: сәсендә ысыҡтай йылтыраған көмөш тамсыларын иҫәпкә алмаһаң, уға
ҡарап әле бер кем дә етмеште бирмәҫ. Т. Ғарипова. Ғәбдеян, ҡайһы бер һатыусылар кеуек, артыҡ мутлашмай, шул уҡ ваҡытта базанан алып ҡайтҡан бер нәмәне өҫтәлгә сығарып һалырға, уны йәһәтләп һатып бөтөргә лә ҡабаланмай. Н. Мусин. Еҙнәкәйем, ҡыҙ бирәбеҙ, буләк бир ҙә алып кер. Буләк бирмәй мутлашһаң, аръяғыңды уҙең бел. Туй таҡмағынан.
МУТЛЫҠ (мутлығы) (Р: лукавость; И.: prank; T: yaramazlık) и.
1. Мут кешегә хас сифат. □ Лукавость, хитрость. Мутлыҡ билгеһе. Мутлыҡ куренеше. ■ [Эрида — Ғермесҡа:] О оятһыҙ, эсе тулы этлек, мутлыҡ бынау ҡәбәхәттең. М. Кәрим. Харис, .. бер аҙ ҡыҫыла төшкән һыңар куҙендә мутлыҡ ғәләмәттәре һаҡлап, Хәйруллаға ауылса ябай өндәште: «Нисек әле, кем, яңылышмаһам исемеңде — Хәйрулла мырҙа, аҡылды алтынға алмаштырыу мөмкин тугел тинеңме?» Д. Бүләков. Атлас тун баҙарында ҡиммәт утәр, мутлыҡ-хәйлә араһында сауҙа бикар. М. Аҡмулла.
2. Хәйләгә, алдыҡҡа йәки шаянлыҡҡа, шуҡлыҡҡа ҡоролған эш, хәл. □ Проделки, жульничание, шельмование. Мутлыҡ ҡылыу. Мутлыҡтан ҡасыу. Мутлыҡ ҡоло булыу. ■ [Ҡунафин] һарайҙағы таҡтаның мәктәптеке булыуын, Мохаяновтың башҡа мутлыҡтары тураһында һөйләп бирергә ашыҡты. Н. Мусин. Һуңғы көндәрҙә егеттәрҙең быш-быш һөйләшеу енән, ҡорал барлауынан ниндәйҙер мутлыҡ уйлауҙары билдәле ине батырға [Сырымға]. Ә. Хәкимов. Батырша хәҙрәт Яныштың төрлө мутлыҡтарын, этлектәрен куп белгән. Халыҡ ижадынан.
МУ ТУЛ [рус. < лат. mutulus} (Р: мутул; И.: mutule; T: furuş) и.
Кәрнизде тотоп торған сығынты. □ Мутул (плоский наклонный выступ под выносной плитой карниза). Мутул эшләу. Ныҡлы мутул. Ҙур мутул.
МУТЫ [рус. мыт} и. диал. ҡар. маңҡа 2. Муты йоҡтороу. Муты менән ауырый.
МУФЕЛЬ [рус. < нем. Muffel] (Р: муфель; И.: muffle; T: mufla) и.
424