МУШМУЛА
1. Фарфорҙы ҡыҙҙырғанда ҡулланыла торған утҡа сыҙамлы, ныҡ итеп ябыла торған һауыт. □ Муфель (огнеупорный, плотно закрывающийся сосуд для обжигания фарфора). / Муфельный.
2. Алтындың, көмөштөң пробаһын билдәләгәндә ҡулланыла торған балсыҡ йәшник. □ Муфель (глиняный ящик, применяемый при определении пробы золота и серебра ). / Муфельный.
МУФЛОН [рус. < лат. moufflon ‘ҡырағай һарыҡ’] (Р.: муфлон; И.: mouflon; T.: yabani koyun) и. зоол.
Урта диңгеҙ утрауҙарында йәшәгән ҡырағай һарыҡ. □ Муфлон (лат. Ovis gmelini). Муфлон нәҫеле. Муфлон тәкә. Муфлон ите. ■ Муфлондар — йорт һарыҡтары ата-бабаларыныц береһе һанала торған ҡырағай һарыҡтар. Муфлондар хәҙерге көндә Урта диңгеҙҙәге Сардиния, Корсика һәм Кипр утрауҙарында ғына йәшәй. Интернет селтәренән.
МУФТА I [рус. < нем. Muffle ‘ең’] (Р.: муфта; И.: muff; T.: manşon) и.
Ҡатын-ҡыҙҙар кейемендә ҡулды тығып йылытыу өсөн ике яҡтан асыҡ итеп йәнлек тиреһенән тегелгән нәмә. □ Муфта (принадлежность женской одежды — мешочек с отверстиями с обеих сторон). Уңайлы муфта. Йомшаҡ муфта. Ҙур муфта.
МУФТА II [рус. < нем. Muffle ‘ең’] (Р: муфта; И.: ring joint; coupling; T.: manşon) и. тех.
Вал, торба һ. б. тоташтырыу өсөн хеҙмәт иткән ҡыҫҡа металл торба. □ Муфта (приспособление для соединения цилиндрических частей (труб, кабелей, стальных канатов) машин и сооружений). Айырыу муфтаһы. Тотош муфта. Дискылы муфта. Тешле муфта. Кабель тоташтырыусы муфта. ■ Шәмде асҡыс менән эләктереп алып, ротор тирәһендә йугереп әйләнәләр. Элеваторҙы шәмдең муфтаһына, шунан осона кейҙерәләр. А. Карнай.
МУХОМОР [рус.] (Р: мухомор; И.: toadstool; T.: yalancı altın mantar) и. бот.
Ылыҫлы йәки ҡатнаш урмандарҙа үҫә торған ағыулы бәшмәк төрө; тырҡыш. □ Му
хомор (лат. Amanita). Асыҡ ҡыҙыл төҫтәге мухомор. ■ Кинәт Куңелсәновтың йөрәге ярылыр дәрәжәгә етте, уның алдында ғына, өҫтәлдә мухомор ята ине. Ф. Иҫәнғолов.
МУШКА [рус. < фр. тоисһе ‘себен’] (Р: мушка; И.: muzzle-sight; T.: arpacık) и. хәрби.
Тоҫҡап атыр өсөн ҡуйылған билдә; сәп. □ Мушка. Мылтыҡ мушкаһы. Муш-каға алыу. Мушка тотоу. ■ [Суминов] командаға буйһоноп, егерме-егерме биш аҙымдарҙа ғына торған ике ҡарасҡының береһен мушкаға алды. Ә. Хәкимов. Сергеев тағы ла суҡынып алды. Мин әсемдән генә Аллаға һыйындым. Сөнки иң ҡәтғи моментта ацламаҫтан уҙебеҙҙекеләр йә немецтар мушкаға алыуҙары бик мөмкин. Д. Юлтый.
МУШКЕТ [рус. < фр. mousquet] (Р: мушкет; И.: musket; T: alaybozan) и. иҫк.
Эре калибрлы боронғо атыу ҡоралы, мылтыҡ төрө. □ Мушкет. / Мушкетный. Мушкет дарыһы. Мушкеттан атыу. Мушкет менән ҡоралланған һалдат.
МУШКЕТЁР [рус. < фр. mousquetaire] (Р: мушкетёр; И.: musketeer; T.: silahşor) и.
Мушкет менән ҡоралланған һалдат. □ Мушкетёр. Мушкетёрҙар полкы. Мушкетёр булыу. Мушкетёрҙар тураһында. ■ XVI быуатта Францияла Людовик XIII осоронда королде һаҡлау өсөн тәғәйенләнгән дворяндарҙан торған гвардия кавалерияһы һалдаттары мушкетёрҙар тип йөрөтөлгән. Интернет селтәренән. [Шамил — Дәуләткә:] Кисә һинең кеуек тағы бер һуҡбайҙы алып ҡайтҡайным, тимәк, беҙ йәмғеһе өс мушкетёр йәшәйәсәкбеҙ. Н. Мусин.
МУШҠАР и. диал. ҡар. ләпәкәй. Мушҡар ҡыуыу. Мушҡар өйөрө. Мушҡар баҫыу.
МУПГКЫ и. диал. ҡар. ләпәкәй. Мушҡы йонсота. Мушҡы ябырылыуы. Мушҡы өйгә инә.
МУШМУЛА [төрк. muşmula] (Р: мушмула; И.: medlar; T: muşmula) и. бот.
Субтропик үҫемлек. □ Мушмула (южный колючий кустарник или деревце из семейства розовых со съедобными мучнистыми грушевидными плодами) (лат. Mespilus). Мушмула япрағы. Мушмула тамыры.
425