Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 426


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

МУШТАР
МУШТАР [ғәр. c5j^J (Р.: Юпитер; И.: Jove; T.: Jüpiter, Müşteri) и. иҫк. астр.
(баш хәреф менән) Ҡояш системаһында Ҡояштан бишенсе торған планета; Юпитер. □ Юпитер. Муштар планетаһы. Муш-тар һурәте.
МУШТИҢКӘ (Р.: унылый; И.: blue; Т.: meyus) с. диал. кар. бойоҡ 1.
Күңелһеҙ, төшөнкө уй-тойғоло. □ Унылый, печальный, грустный. Муштиңкә кеше.
МУШТРА [рус. < пол. musztra] (Р: муштра; И.: drill; T.: pek sert ve sıkı eğitim) u.
Аңһыҙ, механик рәүештә өйрәтеүгә нигеҙләнгән тәрбиә ысулы. □ Муштра. Хәрби муштра. Муштра ҡағиҙәһе. ■ Икенсе эскадрон бинаһы янында бер ҙур манеж бар. Шунда хәрби уйын, строй дәрестәре утә. Улары саф һауала булһа ла тамам арытып биҙрәтеп ботә. Айырата муштраһы теңкәгә тейә. М. Өмөтбаев. Еңел тугел һалдат муштраһы — сыҙамлығы тау-таш яра ул. X. Назар. Билдәһеҙлектән, муштра-нан алйып бөткән офицерҙар көнләшеуҙәрен йәшереп тә торманы. Ә. Хәкимов.
МУШТРАЛАУ (муштрала-) (Р: муштровать; И.: drill; T.: pek sert ve sıkı bir eğitime tabi tutmak) к.
Таяҡ менән өйрәтеү. □ Муштровать. Һалдаттарҙы муштралау. Уҡыусыларҙы муштралау.
МҮЗЕКӘН (Р: жабры; И.: gills; T.: solungaçlar) и. диал. ҡар. айғолаҡ.
Балыҡтың тын алыу ағзаһы. □ Жабры. Музекән дуғалары. Музекән япраҡтары.
МҮК (мүге) (Р: мох; И.: moss; T.: yosun) и.
1. Ергә түшәлеп үҫә торған тамырһыҙ һәм сәскәһеҙ споралы үҫемлек. □ Мох (споровое растение без корней и цветков). Болан муге. Ҡарағай муге. Таш муге. Һаҙ муге. Мук баҫыу. И Быныһы ярылманы — таш араһындағы йәшкелт мук уҫкән ергә барып ҡаҙалды [уҡ]. М. Буранғолов.
2. Йорт, мунса һалғанда бүрәнә араһына һалыу өсөн ҡулланылған киптерелгән шул үҫемлек. □ Мох (сушёный мох, который используется в строительстве). Муккә кутэреу. Мук тығыу. ■ Әбей энәне бурәнә мугенә ҡаҙап ҡуя. Әкиәттән.
МҮК ЕЛӘГЕ (Р: клюква; И.: cranberry; T.: yaban mersini) и. бот.
1. Һаҙлыҡта ергә түшәлеп үҫә торған үҫемлек һәм уның еләге. □ Клюква (лат. Oxy coccus). Әсе мук еләге. Мук еләге менән дауаланыу. Мук еләгенән морс. И [Хәсби ҡарсыҡ:] Бына бик һәйбәтләп мук еләген өшкөрөп бирҙе. Килеп яҡшы иткәнһең, еңгә, ти. А. Карнай.
2. диал. Ҡыҙыл көртмәле. □ Брусника (лат. Vaccinium vıtis-idaea).
МҮК ҠАЛАҒЫ (Р: конопатка; И.: caulking-iron; T.: kalafat) и.
Бүрәнә, ағас араһына, ярыҡҡа мүк ҡыҫтырыу өсөн яһалған ҡорал; мүк тыҡҡыс. □ Конопатка. Мук ҡалағы менән мук һыҙлыҡлау.
МҮКЛЕ (Р: мшаный; И.: mossy; Т.: yosunlu) с.
Мүк менән ҡапланған. □ Мшаный, мшистый. Мукле һаҙ. Мукле йылға. Мукле булыу. ■ Ғәҙәттә, тупһа — һыу өҫтөнә ҡалҡып сығып торған һандыҡ ҙурлыҡ мукле таш була. Д. Бүләков. Ирәндектең мукле ҡаялары зәңгәр кук йөҙөндә эре аҡ биҙәк булып йөҙгән өйкөм болоттарға тейә яҙып тора. 3. Биишева.
МҮКЛЕК (мүклеге) (Р: местность, покрытая мхом; И.: place fleeced with moss; T.: yosun yaygın yer) и.
Мүк менән ҡапланған урын. □ Местность, покрытая мхом. Муклек урын. Муклеккә етеу. Муклектә ятҡан әйбер. ■ Арҡауылдан бер саҡрым алыҫлыҡта, көнсығыш яҡлап, бер муклек тигән урын бар — шунда бик куп ҡыҙылдарҙы улер-ул-мәҫтән тереләй кумгәндәр. Ф. Нәҙершина.
МҮКЛӘК (Р: комолый; И.: polled; Т.: boynuzsuz) с.
1. диал. Мөгөҙө булмаған, мөгөҙһөҙ (һыйыр, кәзәгә ҡарата)', туҡал. □ Комолый. Мукләк һыйыр.
2. диал. Уҫал; һыйышмаусан. □ Злой; неуживчивый. Мукләк кеше. Мукләк булыу. Мукләк сифаты.
МҮКЛӘНЕҮ (мүклән-) (Р: обрастать мхом; И.: enmoss; T.: yosun çoğalmak) ҡ.
426