МҮКӘЙЛӘҮ
МҮКӘЙЛӘҮ (мүкәйлә-) (Р.: передвигаться на четвереньках; И.: go on all fours; T.: dört ayak yürümek) ҡ. диал. ҡар. имгәкләү.
Ҡулдарға таянып, дүрт тағанлап йөрөү; шыуышып, үрмәләп йөрөү. □ Передвигаться на четвереньках, ползать. Иҙәндә мүкәйләп йөрөү. Бала мүкәйләй.
МҮКӘЛӘҮ (мүкәлә-) ҡ. диал. ҡар. мүкәйләү.
МҮЛ (Р.: головастик; И.: tadpole; T.: iribaş) и. диал.
1. Ер-Һыу хайуандарына ҡараған йөҙгөс ҡойроҡло тәлмәрйен балаһы; сүмесбаш. □ Головастик. Һаҙлыҡта мүлдәр күбәйгән.
2. Селбәрә; иң ваҡ йылға балығы; йотҡолоҡ. □ Малёк, мальки. Селбәрә тотоу.
МҮЛДЕРГӘ (Р: темляк; И.: sword-knot; T.: kılıç püskülü) и. диал.
1. Ҡылыс, ҡамсы кеүек нәмәнең ҡулға кейә торған элмәге. □ Темляк. Ҡылыс мүл-дергәһе. Ҡамсы мүлдергәһе.
2. Элмәкле бау. □ Верёвка с петлёй. Кейемде мүлдергәһенән эләктереп ҡуйырға кәрәк.
МҮЛДЕРӘҮ (мүлдерә-) ҡ. диал. ҡар. мөлдөрәү. Мүлдерәп тамыу.
МҮЛДӘКӘ и. диал. ҡар. мулдәкә. Мүл-дәкә булып йөрөү.
МҮЛСЕ и. диал. ҡар. мөлөмсө. Мүлсе булып йөрөү.
МҮҢКӘ (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Ҡыпсаҡ ҡәбиләһенә ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени кыпчак. Мүңкә башҡорто. Мүцкәләр тарихы. Мүцкәләр йырауы.
МҮСКӘ I [рус. моська] (Р: моська; И.: pug; T.: küçük köpek) и. диал. ҡар. сәүек.
Ҙур булып үҫмәй торған бәләкәй тоҡомло эт. □ Маленькая низкорослая собака; моська. Мүскәләре лаулап сыҡты.
МҮСКӘ II (Р: название родовых подразделений башкир; И.: Bashkir clan names; T: Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Бөрйән, ҡыпсаҡ ҡәбиләләренә ҡараған башҡорт аймаҡтарының исеме. □ Название родовых подразделений башкир-бур-зянцев, кыпчакцев. Мүскәләр тарихы. Мүскә батыры. Мүскә араһының йолаһы.
МҮТӘК (мүтәге) (Р: лапчатка низкая; И.: bushy cinquefoil; T: beşparmak otu) и. бот.
Ваҡ йөнтәҫ япраҡлы һары сәскәле күп йыллыҡ үлән. □ Лапчатка низкая (лат. Potentilla supina). Мүтәк япрағы. Мүтәк тамыры.
МҮШКӘ [рус. мушка] и. диал. ҡар. ләпәк. И Һуҡыр себенде йәки ләпәкте беҙҙә мүшкә тиҙәр. Экспедиция материалдарынан.
МҮШКӘР (Р: кувалда; И.: sledgehammer; T: balyoz) и. диал. ҡар. сүкеш.
Ҡағыу, сүкеү, йәнсеү, турайтыу һ. б. өсөн ҡулланылған арҡыры ағас йәки тимер башлы, төҙ һаплы ҡорал. □ Кувалда. Мүшкәр һабы. Сөйҙө мүшкәр менән ҡағыу.
МҮШКӘРӘ [рус. мошкара] и. диал. ҡар. ләпәк. Мүшкәрә талауы. Мүшкәрәнән дарыу. Мүшкәрәне ҡыуыу.
МҮШМЕЛ [төрки muşmula] (Р: кизил обыкновенный; И.: Cornelian cherry tree; T: kızılcık) и. бот.
1. Татлы емеше армытҡа оҡшап торған көньяҡ ҡыуағы йәки ваҡ ағас. □ Кизил обыкновенный (лат. Comus mas). Мүшмел сәскәһе. Мүшмел ултыртыу. Мүшмел ботағы. Мүшмел ҡыуаҡлығы. ■ Тирә-яғын йырып үткеһеҙ селек ҡыуаҡтары, мүшмел, сәтләүек ағастары баҫҡан ҡаяға үрмәләп менеп, дәү таш ышығына боҫтоҡ [беҙ]. Ә. Хәкимов.
2. Шул ағастың емеше. □ Плод мушмулы. Мүшмел һуты. Мүшмел ҡайнатмаһы. Мүшмел ҡушып бешереү.
МЫҒЫРҘАНЫУ (мығырҙан-) ҡ. диал. төш. ҡар. мығырҙау. страд, от мығырҙау. ■ Әкрен генә мығырҙанып, тәмәке тартып ултырған Новиков ҡапыл күтәрелеп китте. Д. Юлтый.
428