Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 430


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

МЫЖҒЫУ
Күмәк булып ҡайнашыу; мыж килеү, мыжғылдау □ Кишеть. ■ Иләу халҡы — башҡорттары ла, мишәрҙәре лә, сыуашы ла, татары, ғәйреләре — һәммәһе, ҡырмыҫҡа иләуендәй, һаман мыжғыуын белде. Ғ. Хөсәйенов. Матур йәшел диңгеҙҙәй тулҡынланып ятҡан бесәнлектең өҫтөндә, сәскәлектең балын уҙ мәлендә алып ҡалырға тырышҡан бал ҡорттары һымаҡ ҡайнап, мыжғып бесән сабалар. Ғ. Дәүләтшин. Быуа тирәһендә алтын йыуыусы ҡатын-ҡыҙҙар һәм ирҙәр мыжғып эшләйҙәр ине. М. Ғафури.
МЫЖҒЫУ II (мыжғы-) (Р.: ухаживать; И.: look after; T.: bakmak) ҡ. диал.
Ҡарап, тәрбиәләп тороу. □ Ухаживать. Гөлдө мыжғып ҡына торам.
МЫЖ КИЛЕҮ (мыж кил-) (Р.: кишмя кишеть; И.: be lousy with; T.: (karınca yuvası gibi) kaynaşmak) ҡ.
1. Күп һанлы булғанлыҡтан ҡайнашып тороу; мыжғыу. □ Кишмя кишеть. Студенттар мыж килә. Ж Алдар батыр бер нисә яраны менән килеп инһә, штаб эсе мыж килеп тора. Ғ. Хөсәйенов. Ағиҙел куперендә халыҡмыж килә, барыһы ла ашыға, ҡабалана. X. Ғиләжев.
2. Зыҡ ҡубып, ниндәйҙер эш менән булышыу; мәж килеү. □ Суетиться, копошиться. ■ Ташҡын менән йылғаға инеп ҡалған балыҡтарҙы ҡыуалап, мәләу менән әмзә ҡаҙып, мыж килеп сығаһың. Д. Юлтый.
МЫЖЛАУ (мыжла-) ҡ. ҡар. мыжғыу.
■ Улар [пулялар] болоттарҙы иләкләргә теләгәндәй булып һыҙғыралар, һаҙлыҡтағы мыжлап торған серәкәйҙәрҙе иҫкә төшөрәләр. Б. Хәсәнов.
МЫЖМЫҠ с. диал.
1. ҡар. мыжыҡ 1,2. Мыжмыҡ әбей.
2. Һаран, ҡарун; ҡаты. □ Скупой. Мыжмыҡ кеше.
МЫЖМЫРҘАУ (мышмырҙа-) ҡ. диал. ҡар. мыштырлау. Ҡатындың мыжмырҙауын оҙаҡ көтөргә тура килде.
МЫЖРАУ (мыжра-) ҡ. диал. ҡар. мыжыу. Ҡарт кеше мыжрай инде шулай.
МЫЖЫ (Р: рахит; И.: rickets; T.: raşitizm) и. мед. диал. ҡар. быжы.
Рахит ауырыулы кеше. □ Рахит. Мыжыны дауалау.
МЫЖЫҠ (Р: ворчливый; И.: grumbling; capricious; T.: kaprisli) с.
1. Ваҡ, ризаһыҙлыҡ, ҡәнәғәтһеҙлек менән һөйләнеүсән. □ Ворчливый, брюзгливый. Мыжыҡ кеше. ■ [Рәсул Эмирович:] Ҡуй, минең зарҙы тыңлама, ҡарттар мыжыҡ була инде ул. Ә. Хәкимов. [Азамат:] Әбсалиҡов ағай, һин тыуғанда уҡ шулай мыжыҡ булып тыуҙыңмы, әллә аҙаҡ шундай кешегә өйләндеңме? Р. Солтангәрәев. [Фәриҙә] ҡарттың өйрәтеуҙәрен мыжыҡ кешенең аҡыл һатыу ы тип ҡарай. Н. Мусин. Ҡапҡаһынан хәйерсе-фәләнде индереу тугел, куршенең этен дә керетмәй, шуға курә уны «Һаран Ҡотлояр» тип йөрөтәләр. Үҙен бик мыжыҡ тиҙәр. Д. Юлтый. [Ҡолоев:] Эй мыжыҡ кеше ине лә инде уныһы [Шәрипов], берәй эш ҡушһаң, ни «ярар», ни «ҡуй» тип әйтмәҫ, тәҙрәлә бызылдаған көҙгө себен һымаҡ эргәлә килә ул, йәнеңде көйҙөрөп. Р. Солтангәрәев.
2. Нимәнелер сәбәп итеп, кәйефһеҙләнеп, илап барған; көйһөҙ. □ Капризный. Мыжыҡ бала.
МЫЖЫҠ АЙ (Р: бестолковый; И.: featherheaded; T.: salak) с. диал.
1. Эшкә булдыҡһыҙ, эшлекһеҙ; йүне булмаған; йүнһеҙ. □ Бестолковый. Мыжы-ҡай килен.
2. Ниндәйҙер тәьҫир, йоғонто, ҡыҫымға юл ҡуйыусан, ыңғай килеүсән, ныҡ түгел; киреһе — ҡаты. □ Слабый, мягкий; слабохарактерный. Мыжыҡай тәбиғәтле булыу.
МЫЖЫҠЛАНЫУ (мыжыҡлан-) (Р: становиться ворчливым; И.: become grumbling; T.: mızmızlanmak) ҡ.
1. Һөйләнсеккә әйләнеү, мыжыҡ, ваҡсыл булыу. □ Становиться ворчливым. ■ Олоғайғас, кеше мыжыҡланып китә. Экспедиция материалдарынан.
2. Илаҡҡа әйләнеү, мыжыҡ булыу; көйһөҙләнеү. □ Становиться капризным. Бала ауырып мыжыҡланып китте.
МЫЖЫҠ ЭЙӘҺЕ (Р: дух плаксы; И.: cry-baby's spirit; T.: ağlama hastalığının iyesi) и. миф.
430