Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 431


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

МЫЙҠЫЛДАҠ
Нимәнелер сәбәп итеп, кәйефһеҙләндерә, илата, көйһөҙләндерә торған ауырыу эйәһе. □ Дух плаксы.
МЫЖЫҠ ЯМҒЫР (Р.: моросящий дождь; И.: drizzle; T.: çiseleyen yağmur) и. диал. ҡар. быҫҡаҡ I.
Яй ғына яуып торған ваҡ күҙле ямғыр. □ Моросящий дождь. Көнө буйы мыжыҡ ямғыр яуҙы.
МЫЖЫЛДАУ (мыжылда-) ҡ. ҡар. мыжыу. Мыжылдап йөрөу.
МЫЖЫЛТЫҠ (мыжылтығы) и. диал. ҡар. мыштыр. Мыжылтыҡҡа әйләнеу.
МЫЖЫРЫҠ с. диал. ҡар. мыштыр. Мыжырыҡ кеше.
МЫЖЫРЫМ (Р.: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Әйле ҡәбиләһенә ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир-айлинцев. Мыжырымдар араһы. Мыжырым аймағы тарихы.
МЫЖЫТЫУ (мыжыт-) ҡ. ҡар. йөкм. мыжыу, понуд. от мыжыу. Кешене мыжытыу. Мыжытып алыу.
МЫЖЫУ (мыжы-) (Р: ворчать; И.: grumble; T.: mızmızlanmak) ҡ.
1. Юҡ-барҙан ғәйеп табып, ризаһыҙла-нып һөйләнеү. □ Ворчать, брюзжать. // Ворчание, брюзжание. Карт кеше куп мыжый. И Колоев белә: Шәриповты машинанан ҡыуып та ебәрә алмаҫһың. Тик мы-жыуы ғына бар. Р. Солтангәрәев. Үмәрҙең, ҡыҙы алдында тауыш сығармаҫҡа булһа ла, йыуаш төҫ менән тырҫылдап, юҡ-барға мыжыуы уның кәйефенең насар икәнлеген белдерә ине. Һ. Дәүләтшина. Әнисә лә балалары ыңғайына мыжып, төҫөн боҙоп йөрөй. Р. Камалов.
2. Ниҙелер сәбәп итеп, кәйефһеҙләнеү; көйһөҙләнеү. □ Капризничать. Бала мыжый. ■ һөйөндөк, апаһының [Емештең] иғтибарын яуларға тырышып, ҡысҡырып илап, төрлөсә мыжып ҡараны. 3. Биишева.
МЫЗЛАЙ и. бот. диал. ҡар. мысай. Мызлай орлоғо. Мызлай уҫкән ер.
МЫЗЛАТЫУ (мызлат-) (Р: придавать блеск; И.: make flash; T.: parlatmak) ҡ. диал.
Осҡонланған һымаҡ итеп ялтыратыу (куҙҙе). □ Придавать блеск, сверкание, искристый свет (глазам). Куҙҙе мызлатыу.
МЫЗЛАУ (мызла-) (Р: мерцать; И.: twinkle; T.: pırıldamak) ҡ.
1. Быҙ-быҙ итеү, быҙ-быҙ килеү; быҙлау. □ Мерцать. Мызлап яныу. Алыҫтан ут мызлап, куренә. ■ Хәле бөткән, уҙенең куҙ төбөндә теремек осҡон мызлай. Н. Мусин.
2. кусм. Ут һымаҡ яныу (куҙгә ҡарата). □ Ярко блестеть, сверкать. ■ Куҙгенәйе мызлап, донъяларға ғәжәпһенеп баға ейәнем. Т. Ғәниева, һунарсыларҙың олор ағы, .. йәп-йәшел куҙҙәре мызлап янған кук бурене һырты йылҡылдап торған ҡара айғырҙың эйәр башына арҡыры һалып алған. 3. Ураҡсин.
МЫЗЫЙ (Р: коптилка; И.: oil-lamp, bitch lamp; T.: mum) и. диал. ҡар. һуҡыр шәм.
Парафин, балауыҙ һымаҡ яна торған нәмәнән уртаһына милтә ҡуйып, таяҡ рәүешендә итеп яһалған яҡтыртҡыс. □ Коптилка. Мызый яндырыу. Мызый яҡтыһы. Мызый яныр-янмаҫ ҡына булып тора.
МЫЗЫЛЫУ (мызыл-) ҡ. диал.
1. ҡар. мыштырлау. Мызылып бер була. Мызылып тик йөрөй.
2. ҡар. ләззәтләнеү. Мызылып ҡына йөрөнө.
МЫЙҠ-МЫЙҠ (Р: подражание трясению тела; И.: word of imitation; T.: tir tir) оҡш. һөйл.
Һимеҙ, йомшаҡ кәүҙәнең һелкенеүен белдергән һүҙ. □ Подражание трясению тела. Мыйҡ-мыйҡ килеп тороу.
МЫЙҠ-МЫЙҠ ИТЕҮ (мыйҡ-мыйҡ ит-) ҡ. һөйл. ҡар. мыйҡылдау.
МЫЙҠЫЛДАҠ (Р: трясущийся; И.: jolting; T.: titrek) с. һөйл.
Һимеҙ, йомшаҡ булып ҡыйшанлап торған (тәнгә ҡарата). □ Трясущийся. Мыйҡылдаҡ тән.
431